ҠОЯШТЫР
рына йылмылдай, ямғыр тугел, терегөмөш ҡойола тиерһең. Р. Солтангәрәев. Саҡ ҡалҡып килгән ҡояш нурҙары, оялсан ҡыҙҙар кеуек, һомғол ҡарағайҙар араһынан ҡаса-боҫа беҙҙе куҙләй. Т. Ғирфанов. Шаршының да, быжырланып, тулҡындарында ҡояш нуры уйнаған тәңгәленә барырға ярамай, ул ер алдатҡыс, һай була, ташлы. Д. Бүләков. • Ҡояш нуры — шәфҡәт ҡулы. Әйтем.
2. миф. Насар көстәрҙе, ауырыуҙарҙы юҡ итеү көсөнә эйә булған нур. □ Лучи солнца (по представлениям, они способны уничтожить нечистую силу, болезни). Ҡояш нуры сихырҙы өтөп ала.
ҠОЯШ СЫҒЫУ (ҡояш сыҡ-) ҡ. ҡар. ҡояш ҡалҡыу. Ҡояш сығыуға килеп етеу. Ҡояш сыҡҡанда йоҡонан тороу. М Ҡояш сығыуға, Фатима менән Ҡадир бөгөн ҡунаҡ йыялар икән тигән хәбәр ярты ауылға таралып өлгөргәйне инде. Б. Бикбай. Ай ҡалҡты, ай батты, ҡояш сыҡты, ҡояш батты, ти, ер өҫтөнән даръя булып ҡан аҡты, ти. Әкиәттән.
ҠОЯШ СЫҒЫШЫ (Р: восход; И.: sunrise; T.: güneşin doğuşu) и.
Ҡояш сыҡҡан тарафҡа ҡарап билдәләнелгән урын; көнсығыш. □ Восход. Ҡояш сығышындағы тау. Ҡояш сығышындағы урын. Ҡояш сығышында куренә. Ҡояш сығышындағы тараф. ■ Йәй таңы тиҙ һыҙылды. Ай яҡтыһы аҡһылланып нурын юйҙы. Ҡояш сығышы алһыуланып ҡыҙарҙы. Һ. Дәүләтшина. Яҡтылыҡҡа юлды ел кур-һәтеп бирәлер, ул инде бында ысын хужа һымаҡ ҡылана. Айырыуса ҡояш сығышынан иҫкәндә. Б. Рафиҡов. Ҡояш сығышы ҡыҙарһа ҡыш көнө — буранға, йәй көнө ямғырға билге. һынамыш.
ҠОЯШ СӘҒӘТЕ (Р: солнечные часы; И.: sundial; T.: güneş saati) и.
Ҡояштан төшкән күләгәнең үҙгәреүенә ҡарап ваҡытты билдәләү өсөн ҡулланылған боронғо ҡояш приборы. □ Солнечные часы. Ябай ҡояш сәғәте. XVII быуаттарҙа
ҡулланылған ҡояш сәғәте. Экваториаль ҡояш сәғәте. Горизонталь ҡояш сәғәте.
ҠОЯШ ТОРОШО (Р: солнцестояние; И.: solstice; T.: gün durumu) и. астр.
Ҡояш үҙәге эклиптиканың иң төньяҡ йәки иң көньяҡ нөктәһенән үткән мәл. □ Солнцестояние. Йәйге ҡояш торошо (иң оҙон көн 21—22 июнь). Ҡышҡы Ҡояш торошо (иң ҡыҫҡа көн 21—22 декабрь).
ҠОЯШ ТОТОЛОУ I (ҡояш тотол-) (Р: затмеваться (о солнце)', И.: sun edipse; T.: güneş tutulması) ҡ.
1. Айҙың Ер менән Ҡояш араһына тура килеп, Ҡояшты күләгәләүе. □ Затмеваться (о солнце). // Затмение солнца. Ҡояш то-толдо. Ҡояш тотолған осор.
2. миф. Ҡара көстәрҙең ҡояшты йәшере-үе тигән мифологик ҡараш. □ Солнечное затмение (мифологизированное явление, объясняемое у башкир тем, что нечистая сила прячет солнце; по второй легенде солнце само от обиды прячется от людей). ■ Ҡояш тотолғанда мал-тыуарҙы, бала-сағаны ҡысҡырталар, тимергә һуғалар. Башҡорт мифологияһынан.
ҠОЯШ ТОТОЛОУ II (Р: солнечное затмение; И.: solar edipse; T.: güneş tutulması) u. астр.
Айҙың ҡояшты тулыһынса йәки өлөшләтә ҡаплауына бәйле физик яҡтылыҡ күренеше. □ Солнечное затмение. Ҡояш тотолоу буласаҡ. Ҡояш тотолоу — ҡыҙыҡлы астрономик куренеш. ■ Ҡөндоҙгө ун икеләр тирәһендә ҡапыл ҡараңғы төшә башланы. Ҡояш тотолоу хаҡында алдан уҡ әйтелеп ҡуйылған булһа ла, нисектер, ҡаушап ҡалынды. Р. Солтангәрәев.
ҠОЯШТЫР (Р.: слово из клятвы солнцем; И.: sun oath; T.: güneş ile ant etmek) u.
Ҡояш менән ант итеү һүҙе. □ Слово из клятвы солнцем (по представлениям башкир, при нарушении такой клятвы солнце выжигает глаза тому, кто ее нарушил). Ҡояштыр! Ҡояш менән ант итәм! М Ләкин ауыл Ғәйнетдине менән бәхәс итеп була-
527