ҠОЯШ ТЫУЫУ
мы ни? Ул: «Икмәктер, ҡояштыр, шулай булмаһа, иманым кафыр итһен!» — ти ҙә ауыҙыңды ҡаплай. С. Поварисов.
ҠОЯШ ТЫУЫУ (ҡояш тыу-) ҡ. ҡар. ҡояш ҡалҡыу. Ҡояш тыуған ваҡыт. Ҡояш тыуыу менән эш башлау. ■ Ҡояш тыуғас, Гөлнур керпегенән һәм үләндән йылтырап һыу тамған. Ғ. Сәләм.
ҠОЯШ ТЫУЫШЫ и. диал. ҡар. көнсығыш. Ҡояш тыуышына ҡарап атлау. Ҡояш тыуышындағы илдәр. ■ Ҡояш тыуышына табан ҡарап, көн һайын көтөү ҡыуа торған саҡтар ҙа үтеп бара инде. Бына ҡыш та етер... Н. Ғәлимов.
ҠОЯШ УТЫ (Р.: огонь солнца; И.: sun fire; T.: güneşin ateşi) и. миф.
Кешеләргә асыуланып, тирә-яҡты тулыһынса көйҙөргән ҡояш уты. □ Огонь солнца. Ҡояш уты эҫеһе. Ҡояш уты ялҡыны.
ҠОЯШ ҺУҒЫУ (ҡояш һуҡ-) (Р.: получить солнечный удар; И.: sunstroke; T.: güneş çarpması) ҡ.
Ҡояшлы эҫе көндә яланбаш йөрөгәнлектән ҡояш нурҙарының кеше организмына кире тәьҫире итеүе. □ Получить солнечный удар. Ҡояш һуғыу ҡурҡынысы. ■ Әсәйем йүгерә-атлап эргәмә килеп етте, — әллә кисә ҡояш һуҡтымы икән? Н. Мусин.
ҠОЯШ ЭНЕРГИЯҺЫ (Р: солнечная энергия; И.: solar energy; T.: güneş enerjisi) и.
Ҡояштың йылылыҡ, яҡтылыҡ, электр, ядро тарҡалышы, гравитацияла сағылған хәрәкәтенең дөйөм дәүмәле. □ Солнечная энергия. Ҡояш энергияһын ҡулланыу. Ҡояш энергияһы идеяһы. Ҡояш энергияһында эшләүсе ҡорамалдар. Ҡояш энергияһы менән тәьмин итеү. Ҡояш энергияһы көсө.
ҠОЯШ ӘҮҘЕМЛЕГЕ (Р: солнечная активность; И.: solar activity; T.: güneş aktivi-tesi) u.
Ҡояш атмосфераһындағы ҡайһы бер күренештәрҙең (мәҫәлән, ҡояштағы тап, көслө ялҡын һ. б.) даими барлыҡҡа килеүе. □ Солнечная активность. Юғары ҡояш
әүҙемлеге. Ҡояш әүҙемлеге тәьҫире. Ҡояш әүҙемлеген өйрәнеү.
ҠОЯШ ЯҠТЫҺЫ (Р: солнечный свет; И.: sunlight; sunshine; T.: güneş ışığı) и.
Күҙгә күренгән һәм тирә-яҡты күренер-лек иткән ҡояш нуры. □ Солнечный свет. Ҡояш яҡтыһында эшләү. Ҡояш яҡтыһында күренеү. ■ Улар [Вахит менән Шәмси] һуғышҡанда, тартмалары һары ҡабыҡтан яһалған һәм ҡояш яҡтыһында еҙләнеп күренеүсе һаламдар менән тулы саналар бер яҡ ситтә ял иттеләр... Ғ. Хәйри.
ҠӨДДӨС [ғәр. ] (Р: святой; И.: holy; Saint; Т.: kuddus) с. иҫк. кит.
Бик изге, бик ҡәҙерле. □ Святой. Ҡөддөс бурыс.
ҠӨДДӘ и. диал. ҡар. сик. Билдәләнгән ҡөддә. Ҡөддә ҡуйыу.
ҠӨДДӘҺЕНӘ СЫҒЫУ (ҡөддәһенә сыҡ-) (Р: дойти до крайности; И.: reach the limit; T.: haddini aşmak) ҡ.
1. Сигенә сығыу, һуңғы сиккә етеү. □ Дойти до крайности. Ҡөддәһенә сығып арыу. Ауыр эштең ҡөддәһенә сығыу.
2. Бушҡа сығарыу, әрәм итеү. □ Транжирить. Аҡсаның ҡөддәһенә сығыу. Ваҡыттың ҡөддәһенә сығыу.
ҠӨДСИ [ғәр. <5-^] (Р: святой; И.: holy; Saint; T.: kudsi) с. кит.
Изге, ҡәҙерле. □ Святой. Ҡөдси бурыс. Ҡөдси талаптар.
ҠӨДСИӘТ [ғәр. (Р: святость; И.: holiness; sanctity; Т: kudsiyet) и. иҫк. кит.
Изгелек, сафлыҡ. □ Святость. Ҡөдсиәт эҙләү. ■ Ҡайҙа ул эштән генә ҡөдсиәт эҙләгән кеше? М. Ғафури.
ҠӨҘРӘТ [ғәр. ^>8 (Р: могущество,
мощь; И.: power; T.: kudret) и.
1. Көс, ҡеүәт. □ Могущество, сила, мощь. Илдең ҡөҙрәте. ■ Ир ҡөҙрәте — уның эш-хеҙмәте. Р. Назаров. Арҡайыңдан һыйпап мин үҫтерҙем, сабышырлыҡ ҡөҙрәтең булғанға. Халыҡ йырынан. • Уҡ ҡөҙрәте ян керешендә, ир ғәйрәте — ил кәңәшендә. Әйтем.
528