Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V. 529 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V

ҠӨЛҺЫУАЛЛА
2. кусм. Башҡарыр һәләтлек, тылсымлы көс. □ Мощь, сила. Һуҙҙең тылсымлы ҡөҙрәте. ■ Аҫыл һуҙҙәрҙец нур һибер ҡөҙрәте бар. Ғ. Хөсәйенов. Бәлки, ҡасандыр был яҡтарҙа ҡалын урман уҫкәндер ҙә, ағас уның бер ярсығы ғына булып ҡалғандыр, ә бәлки, тәбиғәт кешеләргә уҙ ҡөҙрәтен, мөғжизәһен курһәтергә теләгәндер, тирәкте ҡомартҡы итеп ҡалдырғандыр. Р. Солтангәрәев. О, ышаныс! Хатта мәйеттәргә ҡөҙрәт бирә торған көсөң бар. Ә бит минең һинең исемең менән алып бөтөлмәгән у сем бар. X. Ғиләжев.
ҠӨҘРӘТЛЕ (Р: могущественный, всесильный; И.: powerful; mighty; T.: kudretli) c.
1. Башҡарыр көсө ҙур; ҡеүәтле. □ Могущественный, всесильный, могучий. Ҡөҙрәтле көс. Ҡөҙрәтле ғаләм. Ҡөҙрәтле ил. Ҡөҙрәтле механизмдар. ■ [Зилбәр:] Эй, ҡөҙрәтле вә мәрхәмәтле Тәңрем! һин генә, тик һин генә мине аңлайһың. 3. Ураҡсин.
2. Көслө, ҡеүәтле. □ Сильный, мощный; могущественный, могучий. Ҡөҙрәтле кеше. ■ Ҡөҙрәтле Лапшиндар барлыҡ тырышлыҡтарын юҡҡа сығарғас иһә, асыуынан шартлар сиккә етте [Уйылдан]. Н. Мусин. Ҡарауылсылар янындамы, аш бешкән ерҙәме ҡулдарыңды ҡөҙрәтле ялҡын телдәренә тейҙерә-тейҙерә бер аҙға сугәләп китергә мөмкин әле. Б. Рафиҡов.
3. кусм. Тылсымлы, сихри көскә эйә булған. □ Волшебный, пленительный; могущественный. Ҡөҙрәтле тойолоу. Ҡөҙрәтле моң. Ҡөҙрәтле һуҙ оҫтаһы. К Ниндәй тылсым көстәре, мәңгелек моң һәм мөғжизә һалынған М. Хисмәтуллин башҡарыуында бына ошо ҡөҙрәтле «Һандуғас» йырына! Р. Шәкүр. «Була бит ҡөҙрәтле изге йәндәр», — тип һоҡланды ул [Килдебәк] эсенән. А. Абдуллин. Шунан ниндәйҙер илаһи, ҡөҙрәтле тауыш кемгәлер өндәште һымаҡ: «Әйттем мин һиңә,' Рәсулем Нух, кәмәгә кешеләрҙе ныҡ һайлап ал, тинем». Ә. Әминев.
ҠӨҘРӘТЛЕЛЕК (ҡөҙрәтлелеге) (Р: могущество; И.: might; T: kudret) и.
Ҡөҙрәтле булыу сифаты. □ Могущество. Ҡөҙрәтлелеге сикһеҙ. Ҡөҙрәтлелеген курһәтеу. Ҡөҙрәтлелек билдәһе. ■ «Ҡиссаи Йософ» дастанында Аллаһы Тәғәлә бөйөклөк һәм ҡөҙрәтлелек символы булып тора. «Ватандаш», № 8, 2011. Эш барышында ошо ерҙең [Нарыҫтауҙың] ғәжәйеп көскә эйә булыуы, ҡөҙрәтлелеге йәнә раҫланған — эргә-тирәлә яуған ямғырҙың ҡыҙыу эш барған урында тамсыһы ла төшмәгән. «Башҡортостан», 6 ноябрь 2011.
ҠӨҘРӘТЛӘНДЕРЕҮ (ҡөҙрәтләндер-) (Р: делать могущественным, могучим кого, что', И.: make mighty; T: kudretlendirmek) ҡ.
Ҡөҙрәтле итеү. □ Делать могущественным, могучим кого, что. Ҡөҙрәтләндереп ебәреу. ■ Ә башҡорт ерҙәрендәге яу өйөрмәһенең бер урындан икенсеһенә кусә-кусә көсәйеуе уны [Әбелхәйерҙе] тағы ҡөҙ-рәтләндереп, нәфсеһен таштырҙы. Ғ. Ибраһимов. Аттарҙа сабышыу, көрәшеу, яу ҡоралдары менән эш итеу, уҡ атыу, йугереу, ҡобайыр, алғыш әйтеу, ҡурайҙа уйнау .. халыҡты дәртләндергән, ҡөҙрәтләндергән, тапшырылған буләктәр еңеуселәрҙең һәм зат-нәҫеленең мәртәбәһен арттырған. С. Бәҙретдинов. Шаңдауҙар менән көсәйгән шартлау тауышын ҡөҙрәтләндереп, бербер артлы шыжлап пластик миналар, снарядтар, фугастар оса, автоматтарҙан ут ямғыры яуа башланы. «Йәшлек», 15 май 2008.
ҠӨҘРӘТЛӘНЕҮ (ҡөҙрәтлән-) (Р: становиться могущественным; И.: become mighty; T: kudretlenmek) ҡ.
Көслө, ҡөҙрәтлегә әйләнеү. □ Становиться могущественным, могучим. М Тубәһе кук-кэ тейерҙәй ҡөҙрәтләнеп килгән Әлибай .. ҡараҡтар баҫманымы икән тип, тәуҙә бер аҙ шөрләне. Ғ. Ибраһимов. Арыуҙары йыуылып, ҡөҙрәтләнеп, Нурйән өҫкә кутәрелде һәм атын Ту был буйлап әйҙәне. С. Бәҙретдинов.
ҠӨЛҺЫУАЛЛА [ғәр. (Р: сура
аль-Ихлас; И.: name of the 112th Sura of the Qur’an; T.: İhlas Suresi) и. дини.
529