Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V. 530 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V

ҠӨҢГӨРӘЙ
Алланың берлеген, уға тиң бүтән бер ни ҙә юҡлығын әйткән Ҡөрьәндең 112-се сүрәһе. □ Сура аль-Ихлас (название 112-ой суры Ҡорана). Ҡөлһыуалла әйтеү. ■ Ярай, балам, мин бит һаташам, шуға йоҡлай алмай маташам. Бәлки серем итеп алыр инем, ҡөлһыуалла уҡып ташлаһам. Б. Ишемғол. Мендем генә тауҙың башына, ҡөлһыуалла яҙҙым ташына. Халыҡ йырынан.
ҠӨҢГӨРӘЙ и. диал. ҡар. дуңғырлаҡ. Атҡа тағылған ҡөңгөрәй. Быҙау муйынындағы ҡөңгөрәй.
ҠӨРЬӘН [ғәр. J Jâ ‘уҡыу’, ‘көйләп уҡыу’] (Р.: Коран; И.: the Q’uran; T.: Kur’ân) и.
(баш хәреф менән) Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең һүҙҙәренән яҙылып, ислам диненең нигеҙен билдәләгән китап. □ Коран. Ҡөрьән Ҡәрим — кешелек тарихындағы иң билдәле китаптарҙың береһе. Ҡөрьән уҡыусылар. Ҡөрьән сығыу. Ҡөрьәндәге аят сүрәһе. Ҡөрьәндә яҙылған. Ҡөрьән ятлау. ■ Лоҡман мулла Мифтахетдинды маҡтаны-маҡтаны ла, .. «Былай булғас, һин Ҡөрьәндең айырым аяттарын ятларһың», — тине. Я. Хамматов. Үҙе [кантон] бик тәҡүә лә кеше ахыры, һәр ваҡыт Ҡөрьән һәм хәдис һүҙҙәре менән генә һөйләй. И. Насыри. Был [Алланың барлығын һәм берлеген яҡлау] догмаларының күбеһе исламдың төп китабы — ҡәләм шәрифкә — Ҡөрьәнгә тупланған. М. Өмөтбаев.
ҠӨРЬӘН ҠАБЫ (Р.: шкатулка для Корана; И.: casket for the Q’uran; T.: Kur’an için bir kap) и.
(баш хәреф менән) Ҡөрьән һалып ҡуя торған ҡумта. □ Шкатулка для Корана. Ҡөрьән ҡабының тышы. Биҙәлгән Ҡөрьән ҡабы.
ҠӨРЬӘН СЫҒЫУ (Ҡөрьән сыҡ-) (Р: чтение всего Корана по какому-л. случаю (например, после чьей-л. смерти); И.: ceremonial reading of the Quran; T.: Kur’an okumak) ҡ.
Мәрхүм иҫтәлегенә арнап йәки ниндәйҙер ваҡиға уңайы менән Ҡөрьәнде баштан-аяҡ уҡып сығыу. □ Чтение всего Кора
на по какому-л. случаю (например, после чьей-л. смерти). Ҡыркына Ҡөрьән сығыу. ■ Шағир [Ҡәҙим Аралбай] ҡанбабала-ры алдында үҙен яуаплы ла, бурыслы ла һанай: әруахтарға мөрәжәғәт итеү, уларға бағышлап, яр өҫтөндә Ҡөрьән сығыу; әҫәрҙә Хоҙай, Тәңре, йәннәт, тамуҡ кеүек һүҙҙәрҙең ҡулланылышы ошоға ишара. «Башҡортостан уҡытыусыһы», № 9, 2001.
ҠӨРЬӘН ҺАУЫТЫ (баш хәреф менән) и. ҡар. Ҡөрьән ҡабы. Бүләккә бирелгән Ҡөрьән һауыты.
ҠӘҺӘР и. диал. ҡар. ҡоһор. Ауыр эштең ҡөһөрө. Ауырыуҙың ҡөһөрө.
ҠУБА с. диал. ҡар. кәкес. Ҡуба танау. Ҡуба бармаҡ. Ҡуба бәке.
ҠУБАҒА (Р.: выпуклый узор; И.: convex pattern; T.: çıkık motif) и. иҫк.
1. Ағас, таш кеүек нәмәгә ерлегенән ҡалҡыу итеп юнылған һүрәт йәки яҙыу. □ Выпуклый узор или надпись на деревянных, каменных и т. п. пластинках. Ҡубаға ырыу. Ҡубаға рәуешендәге биҙәк.
2. Аша һалып тотторолған тимер; атлама тимер. □ Скоба. Ҡубаға менән нығытыу. Тимер ҡубаға.
3. диал. ҡар. һыулыҡ. Ҡубаға ҡуйыу. Ҡубағанан аҡҡан һыу.
ҠУБАҒАЛАУ (ҡубағала-) (Р: делать выпуклый узор; И.: make convex patterns; T.: çıkık motif yapmak) ҡ. иҫк.
1. Ҡубаға (1) төшөрөү. □ Делать выпуклый узор. Ҡубағалап яҙыу.
2. Аша тимер менән тоттороу. □ Крепить, прикреплять скобой. Улаҡты ҡубағалау. ■ Ҡыйыҡтың ситенән ағып төшә торған һыуҙы төрлө урындан ебәрмәҫ өсөн ҡубағалап ҡуйғандар.
3. диал. ҡар. һыулыҡлау. Ямғырҙан һуң ҡубағалау.
ҠУБАҒА ҺЕБӘ (Р: короткое ложное ребро лошади; И.: short false rib; T.: yalancı kaburga) и. анат.
Йылҡының бөйөрөнә дуғалана биреп тоташҡан ҡыҫҡа ҡабырғаһы. □ Короткое
530