ҠУБЫУ
ложное ребро лошади. Ҡубаға һебә буйындағы яра.
ҠУБАР (Р.: разновидность верши; И.: sort of creel; T.: bir tür sepet) и. балҡ.
Мурҙа төрө. □ Разновидность верши. Ҡубар һалыу. Ҡубар менән балыҡ тотоу. Ҡубарҙағы балыҡ.
ҠУБАРҺЫТЫУ (ҡубарһыт-) ҡ. диал. ҡар. ҡубырсытыу. Яраны ҡубарһытыу.
ҠУБАРҺЫУ (ҡубарһы-) ҡ. диал. ҡар. ҡубыу. Ҡубарһып бөткән. Ҡубарһып сыҡҡан.
ҠУБАРЫУ (ҡубар-) ҡ. диал. ҡар. ҡуптарыу. Ағастың туҙын ҡубарыу. Төбө-тамыры менән ҡубарыу.
ҠУББӘ [ғәр. <*] и. иҫк. кит. ҡар. көмбәҙ I. Мәсет ҡуббәһе. Ялтыр ҡуббә. Сиркәу ҡуббәһе.
ҠУБЫҘ и. ҡар. ҡумыҙ I. Ҡубыҙ теле. Ҡубыҙ эшләу. Ағас ҡубыҙ. Тимер ҡубыҙ. Ҡубыҙ хаҡында легенда.
ҠУБЫҘСЫ (Р: кубызист; И.: kubyz ог jew’s harp player; T.: kopuzcu) и.
1. Ҡубыҙҙа уйнаусы. □ Кубызист. Роберт Заһретдинов — оҫта ҡубыҙсы. Башҡорт ҡубыҙсыһы. Донъяла иң яҡшы ҡубыҙсы.
2. Ҡубыҙ эшләүсе. □ Мастер-изготовитель кубыза. Оҫта ҡубыҙ эшләгән ҡубыҙсы.
ҠУБЫНЫУ (ҡубып-) ҡ. диал. ҡар. күтәрелеү. Ҡубынып сығып китеу. Ҡәрәшкә ҡубыныу. Бер төптән ҡубыныу.
ҠУБЫР и. диал. ҡар. туҫтаҡ. Ҡубырға һалынған аш. Бер ҡубыр һалҡын һыу. Ҡөмөш ҡубыр.
ҠУБЫРСЫТЫУ (ҡубырсыт-) ҡ. йөкм. ҡар. ҡубырсыу, пөнуд. от ҡубырсыу.
ҠУБЫРСЫУ (ҡубырсы-) (Р: шелушиться; И.: peel off; T.: pul pul dökülmek) ҡ.
Тош-тош булып ҡубыу. □ Шелушиться. Тән ҡубырсыу. Ҡубырсып бөтөу. Ҡубырсыған аяҡ.
ҠУБЫУ (ҡуп-) (Р: отделяться; И.: scale off; T.: kavlamak) ҡ.
1. Йәбешкән йәки урынлашҡан, тоташҡан ерҙән ысҡынып, айырылыу. □ Отделяться, отставать, отлипать, отклеивать
ся. // Отделение, отклеивание. Ҡубып төшөу. Я Стеналар һыуланған, балсыҡ менән һыланған урындары ҡубып төшкән. Я. Хамматов. [Юлсы] ҡайышҡа ниндәйҙер ситенән аҡ лактары ҡубып төшкән кружка аҫҡан. Ғ. Хәйри. Ерәнсәкәй атым елә алмай — тояҡтары ҡупҡан, әллә ни. Халыҡ йырынан. [Зөлхәбирә — әхирәттәренә:] Һеҙ бит яҡшы беләһегеҙ: ҡаяһынан ҡубып, тубәнгә әллә ҡайҙа тәгәрәгән ташмын мин. М. Кәрим.
2. Ҡуҙғалып ҡалҡыу, урындан ҡуҙғалыу; тороу. □ Срываться, подниматься. Урындан ҡубыу. Я Төньяҡ һиндостандан ҡубып, Ер шары буйлап кусенеп, кешеләргә яҙмыш юрап йөрөусе серле халыҡтың курәҙәлек ҡеуәһенә хайран ҡалам. М. Ямалетдинов. Австрийҙар куп булһа ла, беҙ урындан ҡупманыҡ. Бәйеттән.
3. кусм. Дәррәү күтәрелеп, хәрәкәткә килеү; ҡуҙғалыу. □ Срываться, подниматься. Халыҡ ҡуба. ■ Класс дәррәу урынынан ҡупты, һәр кем Мәрйәмгә уҙенең рәхмәт тойғоһон уҙенсә еткерергә ашыҡты. Ғ. Байбурин.
4. Ҡапыл башланыу. □ Подниматься, начинаться. Атыш ҡупты. Тауға ҡупты. Дау ҡупты. Дауыл ҡупты. Ҡойон ҡупты. Буран ҡупты. Талаш ҡупты. Тауыш ҡупты. Һуғыш ҡупты. Шау-шыу ҡупты. Я Таңға табан ағастарҙы шауҙырлатып һалҡынса ел ҡубып алды. Ә. Хәкимов. Хакимдар иһә Еәҙелбәк Насирҙың эшен ҡыҫҡа тоттолар, ығы-зығы, бола ҡубып китмәһен өсөн, алдан әҙерләнгән ғәйепләуҙәргә дәлилдәр ҙә, шаһиттар ҙа таптылар. 3. Ураҡсин. Китәм, дуҫтым, һуғышҡа, сиктә дауҙар ҡупҡан, ти. Б. Бикбай. [Төйлөгән]тауыҡты осорға өйрәтә генә башлағайны, араға Әтәс килеп ҡыҫылып, янъял ҡубып китте. Әкиәттән.
♦ Ҙурҙан ҡубыу ҙур, мул итеп башҡарыу. □ Размахнуться на широкую ногу. ■ Кеше һаман кешесә ҡыланып маташа. Әуәлгесә ҙурҙан ҡуба алмаһа ла, ҡунаҡ саҡырған була. Ф. Иҫәнғолов. Зыҡ ҡубыу
531