ҠУҒА
тауышланыу, тауыш күтәреү. □ Шуметь, поднимать шум. ■ Өйгә ҡайтып, хәбәр ишеттергәс тә, ире алдан һиҙенгәнсә, Аҫылбикә зыҡ ҡубып, кутәрелеп бәрелде. F. Ибраһимов. Йөрәк ҡубыу бик ныҡ ҡурҡыу. □ Внезапно испугаться.
ҠУҒА (Р.: камыш озёрный; И.: sedge variety; T.: sazotu) и. бот.
1. Ваҡ-ваҡ башаҡтан торған тарбағай башлы күрәндәр ғаиләһенә ҡараған ҡамыш төрө. □ Камыш озёрный, куга (лат. Schoe-noplectus lacustris). Һыу буйында уҫкән ҡуға. ■ Буйҡайҙарың һинең бигерәк зифа, Ағиҙелдә уҫкән ҡуғалай. Халыҡ йырынан. Тирә-яғы тәңкәләй ҡырсын менән биҙәлгән, һаҙмыттарын һылыулап, екән, ҡуға ураған, Заятуләккә йәр булған һыуһылыуын уҫтер-гән [Уралтау]. Ҡобайырҙан.
2. диал. Күрән һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған, көрән, оҙонса башлы ялпаҡ күл ҡамышы; оҙон һабаҡлы, таҫма япраҡлы күл үҫемлеге; екән (лат. Турһа). □ Рогоз. Ҡуға сабыу. Ҡипкән ҡуға. Кул буйындағы ҡуға.
ҠУҒАРЛАЙ и. анат. диал. ҡар. боғарлаҡ. Ҡуғарлай аша тын алыу. Ҡуғарлайҙан хырылдап сыҡҡан тауыш.
ҠУҘ (Р: горящие угли; И.: embers; T.: kor) и.
Баҙлап янып торған утлы күмер; тере күмер. □ Горящие угли. Ҡуҙ тартыу. Ҡуҙ ҡуҙғытыу. Ағас ҡуҙы. Тәмәке ҡуҙы. ■ «Бер бөртөк тере ҡуҙ ҡалһа, янғын ҡабат ләукер»,— тине Еҙукәй, нәфрәтләнеп. Ә. Хәкимов. Тулған ай байыуға яҡынлашҡанда, Аҡмолдың ыҙмаһы баҙлап ятҡан ҡуҙ өйөмөнә әуерелгәйне инде. Б. Рафиҡов. [Емеш] усаҡ янында самауырға ҡуҙ һалып тора ине. 3. Биишева. Ул [Сәлиха] самауырына ҡуҙ һалып, мөрйә ҡуйҙы ла, эштең ҡайҙа таба барғанын һиҙептерме, һиҙмәйҙерме сығып китте. Ж. Кейекбаев. [Рәхимә — Мәғфурәгә:] Һыу ал да усаҡтың һурән ҡуҙғынаһын тартып ултырт, ҡайнатмай ғына ҡабартып ал. Сәй ҡайнаһа, тәме бөтә уның. Һ. Дәүләтшина. Ҡояш, ялҡыны бөткән
ағас ҡуҙы кеуек тамам һурелеп, тау артына төшөп бара. Т. Ғирфанов. • Ҡуҙҙы ҡуҙғыма — ҡулың бешер, уты әҫтәңә төшөр. Мәҡәл.
♦ Ҡуҙға баҫҡан бесәй кеүек сыҙамай, өтәләнеп йөрөгән кешегә ҡарата әйтелә. □ Как ужаленный (носиться, бегать). ■ Ул [Сдлкәй баҫҡаҡ], утлы ҡуҙ өҫтөнә баҫҡан бесәй шикелле, һикереп ебәрҙе. К. Мәргән.
ҠУ ҘА (Р: оловянный узор на задниках женских сапог; И.: tin pattern on female boots; T.: kadın ayakkabılarındaki kalay bezeme) и. диал.
Ҡатын-ҡыҙҙар аяҡ кейеменең үксәһендә-ге ҡурғаш биҙәк. □ Оловянный узор на задниках женских сапог. Ҡуҙа һуғыу. Ҡусҡар ҡуҙа. Ҡурғаштан ҡойолған ҡуҙа.
ҠУҘАҒАЙ (Р: щедрый, хлебосольный; И.: generous; T.: cömert) с.
1. Киң, йомарт күңелле. □ Щедрый, хлебосольный. Ҡуҙағай халыҡ. Ҡуҙағай булыу. • Ҡулында бар — ҡуҙағай, ҡулында юҡ — ҡомағай. Мәҡәл.
2. Бөхтә, еңел кейенергә яратҡан; ҡупшы, фырт. □ Щеголеватый; аккуратный, опрятный. Ҡуҙағай егет. Ҡуҙағай ҡыланыу. Ҡуҙағай ҡала егеттәре. ■ Был яуапты ишеткәс, Иҙеукәйҙең Һабрау арҡаһынан һөйгән, ти; абау йөҙөн биҙәрләп, уҙ шайҡанын әйткән, ти: «Ҡуҙағай егет ҡамҡа тун һомғол ул тип һаналмаҫ». Ҡобайырҙан.
ҠУҘАҠ I (ҡуҙағы) (Р: стручок; И.: pod; T.: badıç) и. бот.
Ҡайһы бер үҫемлектәрҙең орлоҡтарын эсенә йомоп торған оҙонса көп. □ Стручок. Ҡуҙаҡтағы борсаҡ. Селек ҡуҙағы. Бер нисә ҡуҙаҡ татлы борос. Ҡоро ҡуҙаҡ. Сәруәр ағасы ҡуҙағы. Ваҡ өскөл ҡуҙаҡлы улән. ■ Ярҙың башында .. һирәк-һаяҡ ҡына селек ағастары борсаҡҡа ҡуҙаҡ ебәреп ултыралар. С. Агиш. Үҫемлектең [фасоль борсағының] ҡуҙағы йәшел сағында әҙерләнә һәм куләгәлә киптерелә. В. Ғүмәров. Баҫыуҙарҙы сыҡҡан саҡта өҙөп алдым, бер ҡуҙаҡ. Халыҡ ижады
532