Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V. 533 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V

ҠУҘҒАЛТЫУ
нан. • Асҡыс йоҙағы менән, борсаҡ ҡуҙағы менән. Мәҡәл.
ҠУҘАҠ II (ҡуҙағы) и. диал.
1. ҡар. уҙаҡ. Беҙҙең ҡуҙаҡтар. Күршеләрҙең ҡуҙағы.
2. Көрәштәш. □ Соратник. Яуҙағы ҡуҙаҡтар. Ҡуҙаҡтар фекере. ■ Был хәл Аҡһаҡ ҡоланың төшөнә инә. Аҡһаҡ ҡола төшөн ҡуҙаҡтарына һөйләй. Халыҡ ижадынан.
ҠУҘАҠЛАНЫУ I (ҡуҙаҡлан-) (Р: завязываться, образовываться (о стручке); И.: set; T.: filizlenmek) ҡ. бот.
Ҡуҙаҡҡа ултырыу, ҡуҙаҡ ебәреү. □ Завязываться, образовываться (о стручке). Борсаҡ ҡуҙаҡланған. Ҡуҙаҡланған ҡаҙыҡ тал. Ҡуҙаҡланып килеу. Ҡуҙаҡлана барыу. Ҡуҙаҡланып бөтөу.
ҠУҘАҠЛАНЫУ II (ҡуҙаҡлан-) ҡ. диал. ҡар. уҙаҡлашыу. Туйҙа ҡуҙаҡланыу. Ҡуҙаҡланып уйнау.
ҠУҘАҠЛЫ (Р.: стручковый; И.: leguminous; T.: badıçlı) с.
Орлоғо ҡуҙаҡ эсендә була торған. □ Стручковый. Ҡуҙаҡлы үҫемлектәр. Ҡуҙаҡлы улән. Ҡуҙаҡлы ағастар.
ҠУҘАҠЛЫЛАР (Р: бобовые; И.: leguminous plants; T.: badıçlı) и. бот.
Орлоғо ҡуҙаҡ эсендә була торған үҫемлектәр ғаиләһе. □ Бобовые (лат. Fabaceae, Leguminosae). Ҡуҙаҡлылар төркөмө. Ҡуҙаҡлыларҙы үҫтереү.
ҠУҘАҠСА(Р: стручочек;И.: silicle;T.:küçük badıç) и. бот.
Бәләкәй ҡуҙаҡ. □ Стручочек. Ҡуҙаҡса-лағы борсаҡтар. Талдың ҡуҙаҡсалары.
ҠУҘАҠ ТАЛ и. бот. диал. ҡар. бохар селеге. Ҡуҙаҡ тал япраҡтары. Ҡуҙаҡ тал ботаҡтары. Баҡсала үҫкән ҡуҙаҡ тал.
ҠУҘАЛАУ (ҡуҙала-) (Р: украшать оловянными узорами (женские сапожки); И.: decorate with tin patterns; T.: ayakkabılarını bezemek) ҡ. этн.
Ҡатын-ҡыҙҙарҙың итегенә ҡурғаштан биҙәк төшөрөү. □ Украшать оловянными узорами (женские сапожки). Итекте ҡуҙалау.
ҠУҘАЛЫ (Р: украшенный оловянными узорами; И.: decorated with tin patterns; T.: bezekli) c.
Ҡурғаштан биҙәк төшөрөлгән. □ Украшенный оловянными узорами. Ҡуҙалы итек. Үксәләге ҡуҙалы биҙәк.
ҠУҘБАШ и. диал. ҡар. торонбаш. Осҡонло ҡуҙбаш. Ҡуҙбашты һүндереү.
ҠУҘҒАЛАҠ (ҡуҙғалағы) (Р: щавель; И.: sorrel; T.: kuzukulağı) и. бот.
Ашай торған әскелтем япраҡлы үлән.
□ Щавель. / Щавелевый, щавельный (лат. Rumex). Ҡуҙғалаҡ япрағы. Ҡуҙғалаҡ ашы. М Йәй башы менән .. балтырған, ҡаҡы, ҡуҙғалаҡ, йыуа, һарына өлгөрә. Унан ер еләге, ҡурай еләге, бөрлөгән, ҡарағат ваҡыты етә. Ә. Хәкимов. Киске күлем еткәнсе уларға [малайҙарға] «эш» табыла: улар ҡаҡы, ҡуҙғалаҡ, ҡуянтубыҡ сүпләп ашайҙар. Ж. Кейекбаев. Илсеғол балаларының йыуа, ҡуҙғалаҡ, ҡымыҙлыҡ, ҡаҡы кеүек үк яратып ашай торған йәшелсәләре бит ул ҡуянтубыҡ.
3. Биишева. Ҡуҙғалаҡ күп булһа, киләһе йылдың ҡышы йылы булыр, һынамыш.
ҠУҘҒАЛАҠ КИСЛОТАҺЫ (Р: щавелевая кислота; И.: oxalic acid; T.: kuzukulağı asidi) и.
Ябай ике нигеҙле карбол кислотаһы.
□ Щавелевая кислота. Ҡуҙғалаҡ кислотаһы үҙенсәлеге. Ҡүн әҙерләүҙә ҡулланылған ҡуҙғалаҡ кислотаһы. Ҡуҙғалаҡ кислотаһын етештереү. ■ Мәҫәлән, иттә В 12 витамины, аҡһым һәм тимер күп. Бына картуфта шул тимерҙе һеңдереүгә зыян килтереүсе органик матдә — ҡуҙғалаҡ кислотаһы бар. «Киске Өфө», № 32,2012.
ҠУҘҒАЛАҠЛЫ ГӨЛ и. бот. диал. ҡар. әҙрәс гөл. Тәҙрә төптәрендәге ҡуҙғалаҡлы гөл. Ҡуҙғалаҡлы гөл үҫтереү.
ҠУҘҒАЛТЫУ (ҡуҙғалт-) ҡ. ҡар. ҡуҙғатыу. Урынынан ҡуҙғалтыу, һүҙ ҡуҙғалтыу. Ҡуҙғалтып ебәреү. Ҡуҙғалтып китеү. Ҡуҙғалтып тороу. ■ Минең рөхсәттән тыш уны [йәш көтөүҙе] урынынан ҡуҙғалтма. А. Абдуллин. Ярҡалай кәүҙәһен ауыр
533