Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V. 534 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V

ҠУҘҒАЛЫУ
ҡуҙғалтып, Мәмбәтсура турайыбыраҡ ултырҙы. Н. Мусин, һайраусы ҡош. Ҡуҙғалт йәнде ҡотҡар мине шиктәрҙән... М. Ғәли. Етди дәлил дошманы яғында булғанлыҡтан, ер хаҡында ләм-мим һуҙ ҡуҙғалтмайынса, Өмөтбаев китергә ашыҡты. Я. Хамматов.
ҠУҘҒАЛЫУ (ҡуҙғал-) (Р.: шевелиться; И.: move; start; T.: hareket etmek) ҡ.
1. Урында ятҡан, торған йәки ултырған килеш хәрәкәтләнә башлау; ҡыймылдау, һелкенеү. □ Шевелиться. Ҡуҙғала башлау. Ҡуҙғалып ҡуйыу. ■ Йоҡоһо ҡанмаған Мөхәммәтсәлим, тушәгенән ҡуҙғалғыһы килмәйенсә, .. сөм ҡара ҡашлы, ҡара куҙле, оҙонсай йөҙлө, ҡара сәсле ҡатынының төҫ-һыны менән һоҡланды. Я. Хамматов. Биле биртенеп, ҡуҙғала алмай ятҡан Юламан ҡарттың куңеленә хафалы уйҙар килә.
3. Биишева. Аҡмал уҙе яуҙа ҡатнашманы. Бурәнә кутәргәндә билен биртендереп ҡуҙғала алмай ятҡан сағы ине. Б. Рафиҡов.
2. Урындан тайыу; ҡаймығыу. □ Вывихнуться. Бил ҡуҙғалған. ■ Бөҙрә Фәтҡулла уҙе, биле ҡуҙғалып, бер ергә лә сыға алмай, имеш. Ә. Хәкимов. Уң аяҡтарым ҡуҙғалды һикереп аттан төшкәндә. Халыҡ йырынан.
3. Хәрәкәткә килеү. □ Шевелиться. Етеҙ ҡуҙғалыу. Ҡуҙғалып тороу. Ҡуҙғалмай ятыу. Урындан ҡуҙғалыу. ■ Килдебай урынынан ҡуҙғалыңҡырай биреп, тамаҡ ҡырып ҡуйҙы. Ғ. Дәүләтшин. • Сәбәпһеҙ таш та ҡуҙғалмай. Мәҡәл.
4. Юл барышында хәрәкәт итеү; барыу. □ Двигаться, трогаться. ■ Бындай саҡта поездар ҙа бик тиҙ ҡуҙғала. Ғ. Сәләм.
5. Китер өсөн хәрәкәткә килеү, ыңғайлау. □ Двигаться, трогаться. Ҡуҙғалып килеу. Ҡайтырға ҡуҙғалыу. ■ Оҙаҡҡа ғына һуҙылған йыйылыштан һуң, эшселәр ҡайтырға ҡуҙғалдылар. А. Карнай. Ҡояш байығас ҡына [ҡатындар]ҡайтырға ҡуҙғалдылар. Ә. Хәкимов. [Сергей — Ҡамалға:] Нарядтар алайыҡ та ҡайтырға ҡуҙғалайыҡ. А. Абдуллин. [Ҡамғаҡтар] ҡыуан елдәрҙә
көйөп ҡарайғас, йәнә дала ҡыҙырырға ҡуҙғалалар. 3. Ураҡсин.
6. Китергә юл алыу. □ Трогаться. Урындан ҡуҙғалыу. Ҡуҙғала башлау. ■ Арттан килеуселәр Аҡмал менән Етембайҙың ҡапыл ҡуҙғалып китеуен, боролоп та ҡарамай һаман алыҫлаша барыуын асыҡтан-асыҡ ихтирам итмәу тиеберәк баһаланы. Б. Рафиҡов. Саҡ тыйылып торған аттар ялдарын туҙғы -тып дәррәу ҡуҙғалып та китте. Ә. Хәкимов. Халыҡ кире урындарына ултырышҡас, автобус ҡуҙғалып китте, һә тигәнсе, уҙҙәре әйткәнсә, Ҡытайгородка барып та етте. Ә. Әминев. Автобус ҡуҙғалырға булғас, Сәмиғ: «Йә ярай, һау бул!» — тип эскә инеп ултырҙы. Т. Ғиниәтуллин. Паровоз урман яңғыратып бер ҡысҡырҙы ла, әкрен генә ҡуҙғалып китте. Т. Йәнәби. Юлдан ваҡ таш алып, .. һелтәгеләй башлағас, өйөр яйлап ҡына ҡуҙғалды. «Киске Өфө», № 41, 2012.
7. Маҡсат, ниәт менән ҡайҙалыр юл алыу. □ Двигаться, трогаться. Дәррәу эшкә ҡуҙғалыу. ■ [Ирҙәр] өс көндән, йәғни 28 апрелдә, йәйләугә дәррәу ҡуҙғалырға һуҙ ҡуйышып таралыштылар. М. Хужин. Эңерҙе көтмәйенсә, бер инеш буйына туҡталыу менән ук, дәррәу ҡуҙғалып, төрлөһө төрлө эшкә тотондо. Ғ. Ибраһимов. Хәҙрәт әмере буйынса ғәйнәләр көс туплай башланы. Солтанайҙар ҙа дәррәу ҡуҙғалды. Ғ. Хөсәйенов.
8. кусм. Күтәрелеп, ҡалҡып, күмәк хәрәкәткә килеү. □ Подниматься. Дошманға ҡаршы ҡуҙғалыу. Көрәшкә ҡуҙғалыу. Яуға ҡуҙғалыу. ■ Шоңҡарҙың Терек, Ҡубан буйҙарындағы мосолмандар араһында булыуы бушҡа китмәйәсәк. Улар батшаға ҡаршы ҡуҙғалырға ҡырсынып торалар икән. Н. Мусин. Салауат ҡылысын ҡулға алды, халыҡ яуға ҡуҙғалды. Халыҡ йырынан. • Ир ҡуҙғалһа, ил ҡуҙғалыр. Мәҡәл.
9. Барлыҡҡа килеү, бар булыу, хасил булыу (асыу, нәфрәт һ. б. тойғоға ҡарата). □ Подниматься; возникать, появляться. Асыу ҡуҙғалыу. Ҡайғылар ҡуҙғалды.
534