ҠУҘҒАТЫУ
Йылы хистәр ҡуҙғалды. Буҫер ҡуҙғалыу. Теш һыҙлауы ҡуҙғалды. ■ Ғимайҙың эсендәге уткән көн ук ҡаршы ҡуҙғалған асыу уттары тағы ла көсәйә төштөләр. И. Насы-ри. Маһикамал куңелендәге баяғы көнләшеу һәм ҡурҡыу төйөнө ҡапыл ҡуҙғалып китә. Ш. Насыров.
10. Ғәмәлгә аша башлау, башланыу (берәй эш-хәрәкәт, куренешкә ҡарата). □ Подниматься, возникать, появляться. Буран ҡуҙғала. Ел ҡуҙғала. Тауыш ҡуҙғала. ■ Ул [Ғәли ағай] ҡайтам тип торған ваҡытта ғына япон һуғышы ҡуҙғалып киткән. Д. Юлтый.
♦ Ене ҡуҙғалыу ҡар. ене ҡотороу. Күңел ҡуҙғалыу 1) ныҡ тулҡынланыу, борсолоу, йөрәкһеү. □ Волноваться, тревожиться; 2) ҡапыл ҡурҡыу. □ Внезапно испугаться.
ҠУҘҒАЛЫШ (Р.: движение; И.: motion; T.: hareket) и.
1. Нимәнеңдер билдәле бер йүнәлештә ҡуҙғалыуы; хәрәкәт. □ Движение. ■ Аҙыҡ-тулек тейәгән арбалар, йөк артмаҡлаған аттар ҡуҙғалды. .. Ҡаршы ярҙағы урағыттар был ҡуҙғалышты курмәй ҡалманы, әлбиттә. 3. Ураҡсин.
2. Ҡыҫымға ҡаршы ҡуҙғалған хәрәкәт; бола. □ Волнения. Ҡуҙғалыш яһау. Ҡуҙғалыш башы. Ҡуҙғалышты иҫкә алыу. ■ [Ғи-лажи] башҡорт халҡының Айҙар, Ғәҙелша, Ҡараһаҡал көрәштәрен, Йәмәлкә, Салауат батырҙарҙың әбей батшаға ҡаршы ҡуҙғалыштарын иҫкә алды. А. Таһиров. Әгәр ҙә Хоҙай Тәғәлә ҡушһа, ҡуҙғалыш башы жәу-зәнең ахыр көндәренә тәғәйенләнә, батыр шаһ булып, бурысыңды утә, тиелгән [яҙыуҙа]. Ғ. Ибраһимов. Бына әле лә тап ошо һорауға яуап эҙләне [Григорий] — баярға ҡаршы ҡуҙғалышты нисек башлап ебәрергә? Н. Мусин.
ҠУҘҒАЛЫШЫУ (ҡуҙғалыш-) ҡ. йөкм. ҡар. ҡуҙғалыу, понуд. от ҡуҙғалыу. Ҡуҙғалышып ҡуйыу. Ҡуҙғалыша башлау. ■ [Ят кешегә] урын тәҡдим иткәндәй, [аш һемереп ултырған егеттәр] ҡуҙғалышып ҡуйҙылар. А. Абдуллин. Өс ҡатлы һәндерәгә һыймай
иҙәндә ятҡан тотҡондар ҡуҙғалышты. М. Хужин. Ҡарттар тағы урындарында килбәтһеҙ генә ҡуҙғалышып алдылар. 3. Биишева.
ҠУҘҒАТҠЫС и. диал. ҡар. ҡуҙғытҡыс.
Химик ҡуҙғатҡыс. Ауырыуҙы ҡуҙғатҡыс.
ҠУҘҒАТЫЛЫУ (ҡуҙғатыл-) ҡ. төш. ҡар. ҡуҙғатыу, страд, от ҡуҙғатыу. Урынынан ҡуҙғатылған әйбер. ■ [Төрөктәр менән] фекер алышыуҙарҙа быға тиклем ҡағылмаған байтаҡ мәсьәләләр ҡуҙғатыла. Р. Бикбаев. Земство сессияһында ҡуҙғатылған мәсьәләләр буйынса һөйләшеу ҡыҙыу дауам итте. М. Өмөтбаев.
ҠУҘҒАТЫУ (ҡуҙғат-) (Р: двигать; И.: move; stir smth\ T.: çekmek) ҡ.
1. Урындан ситкә янтайтыу; шылдырыу, ҡыймылдатыу. □ Двигать, шевелить. Ташты ҡуҙғатыу. Ҡуҙғатып ебәреу. Ҡуҙғатып ҡуйыу. ■ Рәмилдең мурҙаны ҡуҙғатыуы булды, уның эсендә нимәлер шаптыр-шоптор килеп бәргеләнергә тотондо. Р. Ҡол-Дәүләт. Сафия эскәмйә янындағы тимер тотҡаға йәбеште лә торҙо, ҡуҙғатып ҡара һин уны! Т. Ғиниәтуллин.
2. Урындан тайҙырыу; ҡаймыҡтырыу. □ Вывихнуть. Ҡулды ҡуҙғатыу. Билде ҡуҙғатыу. ■ Анау көндө генә тай һуялар ине, йәнә билен ҡуҙғатҡан икән был Йәнғәле, — тип һөйләнде Сәхипъямал әбей. 3. Ураҡсин.
3. Хәрәкәткә килтереү. □ Сдвигать. Ҡәу-ҙәне ҡуҙғатыу. ■ Көр, шәп аттар саналарҙы ҡуҙғатҡас: «Әсәйегеҙҙе онотмағыҙ, балаларым!», — тине Йыһан. Ғ. Хәйри. Ҡу-ҙем эргәмдәге ҡанға төштө. Рәтләберәк ҡарарға уйланым, һулаҡай яурынымды ку-тәрә алманым, кәуҙәмде ҡуҙғата алманым. Б. Ишемғол.
4. Ебәрер, алып китер өсөн хәрәкәткә килтереү. □ Поднимать. М Солтанморат бай бал һалынған оло ағас кунәкте кутәрәм тип эйелде лә, уны урынынан ҡуҙғата алмай, билен тотоп, арбаға сукәйҙе. Я. Хамматов. Карпов атын ҡуҙғатты. А. Абдуллин.
535