Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V. 537 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V

ҠУҘҒЫУСАН
2. һөйл. Ауырыуға сәбәп булған нәмә.
□ Возбудитель. Тымау ауырыуын ҡуҙғытҡыс. Ойәнәкте ҡуҙғытҡыс. Ҡуҙғытҡыстар менән тәжрибә яһау.
ҠУҘҒЫТҠЫС II (Р.: раздражающий; И.: irritating; T.: dalayıcı) с.
Ҡуҙғыта, ярһыта торған, ҡуҙғытыусан.
□ Раздражающий, возбуждающий, будоражащий. М Ошо бер минут эсендәге кисерештәр ҡайһылай күңел ҡуҙғытҡыс! Сәхнәнең тылсымлы, арбағыс көсө лә, бәлки, шундалыр?! «Йәншишмә», 12 декабрь 2012.
ҠУҘҒЫТЫЛЫУ (ҡуҙғытыл-) ҡ. төш. ҡар. ҡуҙғытыу, страд, от ҡуҙғытыу. Урынынан ҡуҙғытылған. Ваҡытһыҙ ҡуҙғытылған. ■ Уның [Килмәк абыҙҙың] яуға сығырға өндәй башлағанына байтаҡ ваҡыт үтте. .. Халыҡ хәҙер, иләүенән ҡуҙғытылған ҡырмыҫҡа һымаҡ, мәж килә. Ғ. Ибраһимов.
ҠУҘҒЫТЫУ (ҡуҙғыт-) (Р: раздражать; И.: irritate; T.: irkiltmek) ҡ.
1. Тейеп, яраны, һыҙлауыҡты һ. б. ауырттырыу, ярһытыу. □ Раздражать. // Раздражение. Шешекте ҡуҙғытыу. Аңғармаҫтан ҡуҙғытыу.
2. күсм. Берәй төрлө тәьҫир яһап борсоу, тынысһыҙлау. □ Растравливать, растравлять, бередить; возбудить. // Растравливание. Хәтерҙе яңынан ҡуҙғытыу. Теләкте ҡуҙғытыу. Дәрт-нәфсене ҡуҙғытыу. Я Бер егет булырға тейеш [сибек ҡыҙҙар] араларында. Көслө, намыҫлы... ҡандарын ҡуҙғытырлыҡ, йөрәктәрен иретерлек, шунан башҡаһын уйына ла килтермәҫлек егет. А. Абдуллин. Ахыры, тәһәрәт алып, иртәнге намаҙға баҫыу хәйерле булыр, шунһыҙ тынысланмаҫ уның [Барсынбикәнең] төш ҡуҙғытҡан йөрәге. Т. Ғарипова. Хәлифәләр, батшалар, Уғыҙ хан, Нәүширван, Хатим Тай хаҡындағы риүәйәттәр, хикәйәттәр .. бергә уй-хыялдарҙы ҡуҙғатып, хисте ҡуҙғытып, фәһемен дә, рыяһыҙ өгөт-нәсихәтен дә еткерәләр. М. Өмөтбаев.
3. Берәй нәмәгә өндәү, ҡотҡо һалыу, ҡотортоу. □ Возбуждать, волновать. // Воз
буждение. Халыҡты ҡуҙғытыу. ■ Ләкин шомло хәбәрҙәр, дауыл еле кеүек, йыраҡ-йыраҡтан да һиҫкәндереп килеп етә һәм халыҡты ҡуҙғыта ине шул барыбер. Ғ. Хөсәйенов. Бығаса кеше ишетмәгән-күрмәгән ҡеүәтле күмәк йыр барлыҡҡа килһен ине, ул кешеләрҙең мейеһен ҡуҙғытып, йоҡомһорауҙан һиҫкәндереп уятһын ине. Д. Юлтый.
ҠУҘҒЫУ (ҡуҙғы-) (Р: растравливаться; И.: get irritated; T: azmak) ҡ.
1. Тышҡы тәьҫирҙән ярһыу, ауыртыу. □ Растравливаться, растравляться, разбередиться. // Растравливание. Яра ҡуҙғыу. ■ Тик бына һүҙ сыҡҡас ҡына, әҙерәк иҫке яралар ҡуҙғып киткәндәй булды. Р. Солтангәрәев. Ауырыуҙың [биҙгәктең] ҡуҙғыған сағында кешенең эргәһендә генә мылтыҡ атҡандар, көтмәгәндә һыуыҡ һыу һипкәндәр, өҫтөнә үлгән йылан ырғытҡандар, үҙен һыуға ташлағандар. Башҡорттарҙың им-том китабынан.
2. күсм. Берәй төрлө тәьҫирҙән тынысһыҙланыу, ярһыу. □ Раздражаться. // Раздражение. Йөрәк ҡуҙғый. Ш Оторо ҡуҙғып киткән һағыныуҙарымды бер аҙ баҫыр өсөн, ҡурай осонан таралған әлеге хуш еҫтәрҙе еҫкәйем. М. Ямалетдинов.
3. Тынысһыҙланып, ярһып, ығы-зығы килеү; мыж килеү. □ Возбуждаться; волноваться. // Возбуждение. Бал ҡорттары ҡуҙғый. М Халыҡтың умарта күселәй ҡуҙғып китеүен күреп, Косолапов маузерына үрелә. М. Хужин. Тәүге ҡарҙан аҙаҡ һәр төрлө йәнлектең ҡуҙғыған мәле. Әле алдан ҡуян сабып үтә, сысҡансылап йөрөгән төлкө күҙгә эләгеп ҡала, ҡаптырлап ҡарағас ботаҡтарына бәрелә-һуғыла һуйыр осоп китә. Н. Мусин.
ҠУҘҒЫУСАН (Р: раздражимый; И.: irritable; T: irkilebilir) с.
Ярһып, тынысһыҙланыусан. □ Раздражимый. Артыҡ ҡуҙғыусан. Ҡуҙғыусан булыу. Ҡуҙғыусан холоҡло. Ҡуҙғыусан бала. Билдәле бер осорҙа ҡуҙғыусан. М Башланғыс класс
537