ҠУҘҒЫУСАНЛЫҠ
уҡыусыһы — үтә ныҡ ҡуҙғыусан, хәрәкәтсән, ә үҫмер артыҡ тупаҫ була. «Йәшлек», 18 ғинуар 2011.
ҠУҘҒЫУСАНЛЫҠ (ҡуҙғыусанлығы) (Р.: раздражимость; И.: irritability; T.: irkile-bilirlik) и.
1. Тере организмдың, күҙәнәктәрҙең, туҡымаларҙың тышҡы йәки эске тәьҫиргә яуап биреү һәләте. □ Раздражимость. Нервыларҙың ҡуҙғыусанлығы.
2. Ярһыусанлыҡ, ҡыҙып китеүсәнлек. □ Вспыльчивость, запальчивость. Ҡуҙғыусанлыҡ сифаты. Ҡуҙғыусанлыҡ һөҙөмтәһе. Ҡуҙғыусанлыҡ сәбәбе. Үҫмерҙең ҡуҙғыусанлығы.
ҠУҘҒЫШЫУ (ҡуҙғыш-) ҡ. урт. ҡар. ҡуҙғыу, взаимн. от ҡуҙғыу. Ҡуҙғытып алыу. Ҡуҙғытып бөтөү. Ҡуҙғыта батлау.
ҠУҘЛАНЫУ (ҡуҙлан-) (Р: превращаться в горящие угли; И.: turn into embers; T: kor dökmek) ҡ.
1. Ҡуҙға әйләнеү. □ Превращаться в горящие угли. Янып ҡуҙланыу. ■ Ҡуналҡа урынына етеп, ҡуҙланып ятҡан усаҡ янына сүкәйеүгә, кемдер: «Эй, Һабрау! Барһыңмы?»— тип тауыш итте. Ә. Хәкимов. Болоттар үҙҙәре аҡ, ә бына таңғы ҡоят нурынан шундай алһыу, әйтерһең, ҡуҙланып яна. Р. Солтангәрәев. Сыраның янған осо ҡуҙланып һүнә башлағас та, күмерен таҙартып, икенсе яғын бороп ҡуйҙы [Хисмәтулла]. Я. Хамматов.
2. күсм. Ҡуҙ һымаҡ яныу. □ Сиять, светить. Ҡуҙлана башлау. Ҡуҙланып бөтөү. Ҡуҙланып китеү. ■ [Салауат] Үҙе лә Өфө бастругынан яҙған хаттарының тәғәйен ҡулдарға барып юлыҡҡанына ышанмай башлағайны бит инде, бына әле өмөт яңынан ҡуҙланды. Б. Рафиҡов.
ҠУҘЛАУЫЛ и. диал. ҡар. күсер I. Ат тотоп килгән ҡуҙлауыл. ■ Мицпебикә .. бөтә мал-тауары, бирнәһе-күстәнәстәре, үҙен оҙатып килгән хеҙмәтселәре, әйҙәүелдәре, ҡуҙлауылдары менән ҡәйнә йор
тона күсеп килә ятҡан еренән юҡ булды ла ҡуйҙы. К. Мәргән.
ҠУҘРАН (Р: выросший из опавших семян; И.: grown from fallen seeds; T.: alaza) c. иҫк.
Көҙөн ерҙә ҡалған орлоҡтан үҫкән; тыу.
□ Выросший из опавших семян. Ҡуҙран ашлыҡ. Ҡуҙран бойҙай. Ҡуҙран арыш.
ҠУҘРАУ I (ҡуҙра-) (Р: тихо блеять (об овцах)', И.: bleat softly; T: melemek) ҡ.
Йомшаҡ ҡына, тоноҡ ҡына итеп тауыш биреү (ҡуй-һарыҡҡа ҡарата). □ Тихо блеять (об овцах). Бәрәстәргә ҡуҙрай. Орғасы һарыҡтың ҡуҙрауы. Ҡуҙрап ебәреү. Ҡуҙрап ҡуйыу.
♦ Ҡуйҙай ҡуҙрап төрлө мәшәҡәткә иғтибар бирмәй, тыныс, һәүетемсә; көңгөр-ҡаңғыр. □ Спокойно, умеренно; по мере возможности, по мере сил, не торопясь. Ҡуйҙай ҡуҙрап ғүмер итеү.
ҠУҘРАУ II (ҡуҙра-) (Р: превращаться в горящие угли; И.: glow (of embers)', T: kor dökmek) ҡ.
Ҡуҙ булып яныу; ҡуҙланыу. □ Превращаться в горящие угли. Ҡуҙраған ағас. Мейестәге ут ҡуҙраны. Ҡуҙрай башлау. Ҡуҙрап ятыу.
ҠУҘ ТАРТҠЫС и. диал. ҡар. тәртешкә. Ҡуҙ тартҡыс менән мейесте болғау. Ҡуҙ тартҡыс менән күмерҙе тартыу. Мейес ауыҙындағы ҡуҙ тартҡыс.
ҠУҘ ҺАЛҒЫС и. диал. ҡар. һоҫҡо. Ҡуҙ һалғыстың һабы. Ҡуҙ һалғыс эшләү. Ҡуҙ һалғыс ҡулланыу.
ҠУҘЫ I (Р: ягнёнок; И.: lamb; ewe; T: kuzu) и.
1. һарыҡ бәрәсе. □ Ягнёнок. / Ягнячий. Ҡуҙы тиреһе. Ҡуҙыларҙың үрсеүе. ■ Ләкин һарыҡ ҡуҙыһы түгел дәһә ул [Йәнтүрә] бының [Сырымдың мәкеренең] ҡоһорон ҡайтармаҫҡа! Ә. Хәкимов.
2. (баш хәреф менән) астр. Зодиактың береһе (Балыҡ һәм Буға йондоҙлоҡтары уртаһында урынлашҡан). □ Овен. Ҡуҙы йондоҙлоғонда тыуған.
538