Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V. 539 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V

ҠУЖЫРМАҠЛАНЫУ
ҠУҘЫ II [рус. кузов] (Р.: лукошко; И.: bast basket; T.: sepet) и. диал.
Ҡабыҡтан яһалған ҡул кәрзине; тубал. □ Лукошко. Бер ҡуҙы еләк. Ҡуҙылағы бәшмәктәр. Ҡуҙы эшләү. Тал ҡабығынан яһалған ҡуҙы.
ҠУҘЫ III (Р.: кокон; И.: cocoon; T.: koza) и.
Ебәк ҡортоноң ҡурсаҡ көбө. □ Кокон. Ҡаты ҡуҙы. Йомшаҡ ҡуҙы. Төрлө төҫтәге ҡуҙы.
ҠУҘЫ КҮҘ и. ҡар. ҡуй күҙ. Ҡуҙы куҙле егет. Ш Ҡуҙы куҙле Буҙйегет был ерҙәрҙә бармы икән? «Буҙйегет».
ҠУҘЫЛАТЫУ (ҡуҙылат-) ҡ. йөкм. ҡар. ҡуҙылау, понуд. от ҡуҙылау. Һарыҡтарҙы ҡуҙылатыу.
ҠУҘЫЛАУ (ҡуҙыла-) (Р: ягниться; И.: lamb; T.: kuzulamak) ҡ.
Ҡуҙы килтереү, бәрәсләү. □ Ягниться. // Ягнение. Ҡуҙылаған оло һарыҡ, һарыҡтарҙың ҡуҙылау осоро. Ҡуҙылай башлау. Ҡуҙылап бөтөу.
ҠУҘЫМТА w. диал. ҡар. ҡуҙ. Самауырға ҡуҙымта һалыу. Мейестәге ҡуҙымта.
ҠУҘЫУ (ҡуҙы-) (Р: усиливаться (о болезни); И.: becom irritated; T.: azmak) ҡ.
1. Ярһып, боҙолоп көсәйеү, аҙыу (ауырыуға ҡарата). □ Усиливаться (о болезни). Яра ҡуҙыу. И Юламан ҡарт, ташҡа әй-ләнгән һымаҡ булып, тынып ҡалды. Куптән бирле йөҙәтеп килгән бил ауыртыуы ҡуҙып киткәндәй булды. 3. Биишева.
2. Ҡотороу, көсәйеү. □ Усиливаться (о буре, ветре). В Болот сыҡһа, ел ҡуҙыр; ямғыр яуһа, ер йыуыр. Ҡобайырҙан.
3. кусм. Ярһыуланыу, ҡыҙыу. □ Разгораться. Бәләкәстән генә башланған бәхәс ҡуҙҙы ла китте. ■ Хәҙер инде хәләл ефете булып киткән Минзәләнең ҡуҙығанын көтмәй, уҙе битен һыйпап: «Аллаһы әкбәр!» — тип ҡуйҙы Әпҡадир мулла. К. Мәргән.
ҠУҘЫ ЯУРЫН БАШАҠ (башағы) (Р: четырёхгранный наконечник стрелы;
И.: tetrahedral arrowhead; T.: dört yüzlü temren) u.
Дүрт ҡырлы осло башаҡ. □ Четырёхгранный наконечник стрелы. М Ҡуҙы яурын ҡорос башаҡ, бәлдегәндә, тайшайып, ҡырын китһәң — һиңә хурлыҡ. Халыҡ ижадынан.
ҠУҘЫ ЯУРЫН ҺАҘАҠ (һаҙағы) и. ҡар. ҡуҙы яурын башаҡ. ■ Ҡарас ҡашҡа ҡуҙы яурын һаҙаҡты төҙәп ебәрә. Ҡобайырҙан.
ҠУЖҒЫРТЫУ (ҡужғырт-) ҡ. диал. ҡар. ҡуҙғытыу. Шешекте ҡужғыртыу. Ауырыуҙы ҡужғыртыу. Бәхәсте ҡужғыртыу.
ҠУЖРАЙЫУ (ҡужрай-, ҡужрая) ҡ. ҡар. ҡожрайыу. Ҡужрайып ултырыу. Һыуыҡтан ҡужрайған.
ҠУЖЫРА [рус. кожура] (Р.: кора; И.: rough bark; T.: kabuk) и. диал.
Ҡарт ағастың олон төбөндәге телгеләнеп, ҡытыршы булып торған ҡалын ҡабығы; суғырмаҡ. □ Кора (нижней части ствола старого дерева). Имән ҡужыраһы. Тирәк ҡужыраһы. Ҡайын ҡужыраһынан ҡайнатылған дегет.
ҠУЖЫРМАҠ (ҡужырмағы) (Р: шероховатость; И.: roughness; T.: pürüzlülük) и.
1. Ниҙеңдер ярылып-ярылып, ҡытыршыланып торған өҫкө йөҙө; суғырмаҡ. □ Шероховатость. Ҡужырмаҡ булыу. Олондоң ҡужырмағы. ■ Алдарбай ҡужырмаҡ усы менән уның [Ғилмиязаның] йылы, шыма битенән һыйпаны. Н. Мусин.
2. кусм. диал. ҡар. ҡутыр I. Ҡужырмаҡ баҫып алыу. Ҡулдағы ҡужыр. Ҡоро ҡужыр.
ҠУЖЫРМАҠЛАНЫУ (ҡужырмаҡлан-) (Р: становиться шероховатым; И.: become rough; uneven; T.: pürüzlü olmak) ҡ.
Ҡужырмаҡлыға әйләнеү, ҡужырмаҡлы булыу. □ Становиться шероховатым. Ҡужырмаҡланып тороу. Ҡужырмаҡланып торған тире ауырыуы. ■ Бына Ҡәбир йыуан ҡарағайҙың төбөнә барып баҫты, .. уның ҡужырмаҡланып торған ҡайырын тотҡолап ҡараны ла буйы еткән ерҙән ҡабығын әрсей башланы. Н. Мусин.
539