ҠУЖЫРМАҠЛАУ
ҠУЖЫРМАҠЛАУ (ҡужырмаҡла-) (Р.: делать шероховатым; И.: make rough; T.: pürüzlü etmek) ҡ.
1. Ҡужырмаҡлы итеү. □ Делать шероховатым. Ҡужырмаҡлап ҡуйыу.
2. диал. ҡар. ҡутырлау. Ҡул ҡужырмаҡлау. Ҡужырмаҡламаған ере ҡалмаған.
ҠУЖЫРТМАҠ (ҡужыртмағы) и. ҡар. ҡужырмаҡ. Ҡужыртмаҡ ҡул. Ҡужыртмаҡ булыу.
ҠУЖЫРТЫУ (ҡужырт-) ҡ. диал. ҡар. ҡузыртыу. Яраны ҡужыртыу.
ҠУЖЫУ (ҡужы-) ҡ. диал.
1. ҡар. ҡуҙыу. Шешек ҡужый. Тире ҡужы-ған. Йән ҡужыу.
2. Ейеп ҡойолоу (сәс, йөнгә ҡарата). □ Облезать. Йөнө ҡужыған тире. һыуҙа ятып ҡужыған.
ҠУЗАНЫУ (ҡузан-) (Р.: пламенеть (об углях); И.: glow; flame; T.: alev alev yanmak) ҡ. диал.
Ҡуҙҙың ялҡынланыуы. □ Пламенеть (об углях). Ҡуҙ ҡапыл ҡузанды. Ҡузанып ятҡан ҡуҙ.
ҠУЗЛА [рус. козлы} (Р: козлы (сидение для кучера)', И.: coach box; T.: arabacı yeri) u.
1. Кырандастың күсер ултыра торған алғы урыны. □ Козлы (сидение для кучера). Ҡузлаға ултырыу. М [Сәхипгәрәй] кузлала ултырған Мицлеғәленең яурынына ҡулын ҡуйып, атты яйлатыбыраҡ ҡыуыуын һораны ла Хәбибулла ҡартҡа боролдо. Я. Хамматов.
2. һөйл. Бүрәнә һалып быса торған махсус станок. □ Козлы (подставка для пилки дров). Ҡузлала бысыу. Асалы ағастан яһалған ҡу зла.
ҠУЗЫЙ и. диал.
1. ҡар. ҡуҙы I, 1. Ҡузый һарыҡ. Ҡузый тиреһе. Ҡузый ите. Орғасы ҡузый.
2. Ҡуй һарығы бәрәсе. □ Ягнёнок курдючной овцы. Берләс ҡузый. Көҙгө ҡузый. Йәйләүес ҡузый. Тәкә ҡузый.
ҠУЗЫР I (Р: узор в виде улиток; И.: snaillike pattern; T.: salyangoz motifi) и.
1. Ҡусҡарлап, селтәрләп яһалған биҙәк.
□ Узор в виде улиток. Итеккә һуғылған ҡузыр. Ҡузыр менән биҙәү. Ҡузыр төшөрөү. Еләндәге ҡузыр.
2. һырлы-һырлы семәр. □ Резной узор. Ҡапҡалағы ҡузыр. Тәҙрәне ҡузыр менән биҙәү.
3. диал. Ҡыуыҡлы шәмдең селтәре.
□ Ажурная сетка лампы. Тимер ҡузыр. Ҡузырҙы таҙартыу.
ҠУЗЫР II (Р: высокомерный; И.: haughty; T.: kibirli) с. диал.
Тәкәббер, һауалы. □ Высокомерный, горделивый; спесивый, заносчивый. Ҡузыр ҡыланыу. Ҡузыр кеше. Ҡузыр тотоу.
ҠУЗЫРЛАНЫУ (ҡузырлан-) ҡ.
1. төш. ҡар. ҡузырлау, страд, от ҡузырлау. Ҡузырланған ситек.
2. күсм. диал. ҡар. ҡылансыҡланыу. Ҡузырланып йөрөү.
ҠУЗЫРЛАУ (ҡузырла-) (Р.: орнаментировать узор в виде улиток; И.: make a snaillike pattern; T.: salyangoz motifi yapmak) ҡ.
1. Ҡусҡарлап, селтәрләп биҙәк яһау.
□ Орнаментировать узор в виде улиток. Шәлде ҡузырлап бәйләү. Ҡузырлап сигеү.
2. Һырлап семәр яһау. □ Делать резной узор. Ижауҙы ҡузырлау. Ҡалаҡты ҡузырлау.
ҠУЗЫРЛЫ (Р: узорчатый; И.: patterned; T: motifli) с.
Ҡузыр төшөрөлгән, ҡузыр яһалған. □ Узорчатый; узорный. Ҡузырлы ижау. Ҡузырлы биҙәк. Ҡузырлы итек.
ҠУЗЫРТЫУ (ҡузырт-) (Р: рассказать подробно о чём-л., преувеличивая; И.: tell exaggerating smth; T: abartmak) ҡ. һөйл.
Һүҙҙе ҙурайтып, оҙонға һуҙыу; сурытыу. □ Рассказать подробно о чём-л., преувеличивая. Хәбәрҙе ҡузыртып еткереү. Артыҡ ҡузыртып ташлау. Ҡат-ҡат ҡузыртыу. һүҙ ҡузыртыу.
ҠУЙ I (Р: курдючная овца; И.: fat-tailed / fat-rumped sheep; T: kuyruklu koyun) и.
1. Oca майы яҫтыҡланып торған һарыҡ төрө. □ Курдючная овца. Шешәк ҡуй. Ҡуй ите. Ҡуй майы. Ҡуй тиреһе. Ҡуй көтөүе.
540