ҠУЙ КҮҘ
Ҡуй көтөүсеһе. Ҡалмыҡ ҡуйы. Ҡаҙаҡ ҡуйы. ■ [Шәмси] ҡуй йөнөнән баҫылған кейеҙ менән ҡапланған ишек яңағына һөйәлеп, йомошон үтәүсе кешенең килеүен көттө. Ғ. Хәйри. [Арыҫлан — ҡатынына:] Имәлтә малына анау аҡһаҡлаған байтал бейәне салдыртырһың, бер-ике баш ҡуй ҡайтарт. Ғ. Ибраһимов. Ул [табын] ҡаҙаҡ менән башҡорттоң боронғо табын йолаһы менән башланып китте: иң тәүҙә йөҙҙән ашыу кеше ултырған түңәрәк буйлап бешкән ҡуй башы ебәрҙеләр. М. Ямалетдинов. Бешкән ҡуй баштарын, хөрмәт билдәһе итеп, ике батырға тотторалар. «Ҡуҙыйкүрпәс». Хужа ҡатын таныш-белештәрен тиҙ генә саҡырып, һимеҙ ҡуй һуйып, егет менән ҡыҙҙы ҡушып та ҡуйған. Әкиәттән. • Иҫәпһеҙҙең ҡуйы теүәл. Мәҡәл. Йылҡы данлыҡ, ҡуй — байлыҡ. Әйтем.
2. диал. ҡар. һарыҡ. Йәй тыуған ҡуй. Ҡуй аҫырау. Ҡуй йөнөнән бәйләнгән ойоҡ.
♦ Ҡуй өҫтөнә турғай оялай бик бай, мул тормошҡа ҡарата әйтелә. □ Жить в изобилии, привольно.
ҠУЙ II (Р.: брось ты!; И.: but...why!; T.: yapma!) ымл.
Күберәк ҡылымдың юҡлыҡ формаһы менән йәнәш килеп, кире ҡағыуҙы, ҡаршы төшөүҙе, тыйыуҙы белдерә. □ Брось ты! (выражает несогласие, отказ, запрет ит. п.). Ҡуй, өгөтләмәҫе... ■ Ҡуй, бөтөрөнмә, олуғ әмир! Серек алманың өҙөлөп төшкәне хәйерле, — тип көскә әйтә алды хан. Ә. Хәкимов. «Ҡуй, килен, көфөр һөйләмә», — тип ҡурҡып китте Бибисара әбей. 3. Биишева. [Ефрейтор Ҡалтай Дүсенбаев:] Ҡуй, иптәш майор, булмаҫ. Ундай кеше түгел ул [сержант]. Тыйнаҡлы, яҡшы бала. М. Кәрим.
ҠУЙ III киҫ. диал. ҡар. бит IV. Улай түгел ҡуй. М [Үмәр:] Алыҫ, тип ни, ат етмәҫлек ер түгел ҡуй. Һ. Дәүләтшина.
ҠУЙҒЫЛТ (Р.: густоватый; И.: ropish; rather dense; T.: koyu bir halde) c.
Бик ҡуйы булмаған, шыйығыраҡ ҡуйы.
□ Густоватый. Ҡуйғылт ҡара. Ҡуйғылт иҙмә. Ҡуйғылт һары. Ҡуйғылт ҡаймаҡ.
ҠУЙҒЫЛТЛАНЫУ (ҡуйғылтлан ) (Р: становиться густоватым; И.: become rather dense; T.: koyulaşmak) ҡ.
Ҡуйғылт хәлгә килеү. □ Становиться густоватым. Ҡуйғылтланған батҡаҡ. Ҡуйғылтлана башлау. Ҡуйғылтланған ҡан.
ҠУЙҘЫРТЫУ (ҡуйҙырт-) ҡ. йөкм. ҡар. ҡуйыу, понуд. от ҡуйыу. Ҡултамға ҡуй-ҙыртыу. М «Баш итеп үҙебеҙҙең кешене ҡуйығыҙ», тип ғарызнамә яҙып, ҡултамғалар ҡуйҙыртып, Әсән Ҡасаевты Ырымбурға ебәргәйнеләр [аҡһаҡалдар]. Ғ. Ибраһимов.
ҠУЙҘЫРЫУ (ҡуйҙыр-) ҡ. йөкм. ҡар. ҡуйыу, понуд. от ҡуйыу. Ҡултамға ҡуйҙырыу. Теш ҡуйҙырыу. М [Фрол Головин] йорт-ҡура һалып ебәрә, тирә-яғына әллә ниндәй ят ағастар ултыртып, ял итеп ултырыу өсөн һырлап эшләгән беседкалар ҡуйҙыра. М. Хужин.
ҠУЙ ЙЫЛЫ (Р: Год Овцы; И.: Year of the Ewe; T.: Koyun Yılı) и.
Мөсәл йыл иҫәбендә һигеҙенсе йыл.
□ Год Овцы (восьмой год двенадцатилетнего животного цикла). Ҡуй йылында тыуған. ■ Атаҡлы ғәскәр башлығының үлеменә ҡағылышлы юлдар ҙа тик ете һанына бәйле: ул [Ҡөлтәгин ҡаған] беҙҙең эраның етенсе быуатында (731 й.), ҡырҡ ете йәшендә, ҡуй йылының ун етенсе көнөндә һәләк була. М. Ямалетдинов. Башҡорттарҙың йыл һынамыштарының шундай бер үҙенсәлеге лә бар: башҡалар үгеҙ йылы, тәкә йылы, әтәс йылы тигәнде беҙҙә һыйыр йылы, ҡуй (һарыҡ) йылы, тауыҡ йылы тип әйтәләр. Ә. Сөләймәнов. Барыс йылы — байлыҡ, һыйыр йылы — туҡлыҡ, ҡуй йылы —
ҡытлыҡ, ҡуян йылы — йотлоҡ. Һынамыш.
ҠУЙ КҮҘ (Р.: большие карие глаза; И.: large brown eyes; T.: büyük kahverengi gözler) и.
541