ҠУЙҠЫМ
Ҙур ҡуңыр күҙ. □ Большие карие глаза. Ҡуй күҙгә һөрмә тартыу. Ҡарап туймаҫлыҡ ҡуй куҙ. М Оҙон ғына буйлы, аҡ сырайлы, ҡара ғына ҡашлы, ҡуй күҙле. Халыҡ йырынан.
ҠУЙҠЫМ и. диал. ҡар. ҡуйырыҡ. Ҡороттоң ҡуйҡымы. Ҡымыҙҙың ҡуйҡымы.
ҠУЙМЫР КҮҘ и. ҡар. ҡуй күҙ. ■ Ҡыҙ матурҡайҙары, ай, шул була — ҡуймыр күҙле, ҡара ҡашлыһы. Халыҡ йырынан.
ҠУЙСЫ I (Р.: чабан; И.: herder; T.: koyun çobanı, çoban) и.
1. Ҡуй көтөүсеһе. □ Чабан. Ҡуйсы булып урынлашыу. ■ Дәрүиш бөтәһен дә теге ҡарсыҡ әйткәнсә эшләй. Баланы алып ҡалалар ҙа ҡуйсы ҡатынына имеҙеп үҫтерергә бирәләр. М. Кәрим. Ҡуйсы малай бер ҡулына туҡ эсәк, икенсе ҡулына оса майы тотоп һурып йөрөй, ти. «Алпамыша». • Килендең — аяғынан, ҡуйсының — таяғынан. Мәҡәл. Ҡуйсыһы күптең ҡуйы харам үлер. Мәҡәл.
2. Ҡуйсылыҡ менән шөғөлләнгән кеше. □ Занимающийся разведением курдючных овец. Ҡуйсының килеме. Ҡуйсылыр кәңәшмәһе. Ҡуйсының утары.
ҠУЙСЫ III ымл. ҡар. ҡуй II. Ҡуйсы, торма әле. Ҡуйсы, балам. М Ҡуйсы әле, һантый, — йөҙөн сытайтып ҡараны уға [Бикбулатҡа] Кинйә. Ғ. Ибраһимов. Ҡуйсы әле, тормасы әле сит кеше кеүек, — тип Линара ҡунағын етәкләп алды ла уңайлы, йомшаҡ креслоға килтереп ултыртты. Л. Яҡшыбаева. [Ғәзимә — Мәғфүрәгә:] Ҡуйсы, ҡуйсы, ҡыуанып ҡына йөрөгән баламды ҡайһылайтып илатҡан, һ. Дәүләтшина. Ҡуйсы, әсәй, ҡуйсы, әсәй, күҙ йәшемде күрсе, әсәй. «Алпамыша».
ҠУЙСЫЛЫҠ (ҡуйсылығы) (Р.: овцеводство (по разведению курдючной породы овец)', И.: sheep breeding; T.: koyunculuk) и.
Ҡуй үрсетеү тармағы. □ Овцеводство (по разведению курдючной породы овец). Ҡуйсылыҡ менән шөғөлләнеү. Ҡуйсылыҡ тармағы.
ҠУЙТЫР (Р.: шуба из овчины без верха; И.: sheepskin coat; T.: koyun postundan yapılmış kürk) u.
Тышланмаған тун; тире тун. □ Шуба из овчины без верха. Ҡуйтыр төймәләре. М Ҡуйтырҙы яңынан баштан-аяҡ бөркәнеп ятырға мөмкинлек ҡалмағайны. Т. Йәнәби. Ҡыптыр-ҡыптыр ҡуйтырыңды ҡыптырлатып кейерһең. Халыҡ йырынан. • Яҡшы ҡатын йорондан элкеп ҡуйтыр сығарыр. Мәҡәл.
ҠУЙ ҺАРЫҒЫ и. диал. ҡар. ҡуй I, 1. Ҡуй һарығы майы. Ҡуй һарығы үрсетеү. Ҡуй һарығы тоҡомо.
ҠУЙ-ҺАРЫҠ (ҡуй-һарығы) (Р: овцы;
И.: sheep and ewes; T.: koyunlar) и. йыйн.
Ҡуй һәм һарыҡ малы. □ Овцы. Ҡуй-һарыҡ көтөүе. ■ Яҙ етеп, дала йәшел келәм ябыныу менән, меңәрләгән ҡуй-һарыҡтарын, йылҡы өйөрҙәрен Илек буйына ҡыуалар, бесәнлектәрҙе тапаталар [ошо ерҙәргә сиктәш булған ҡыр ҡаҙаҡтары]. 3. Ураҡсин. Дәште-Ҡыпсаҡтан [Оло Баҙарға] меңләгән баш йылҡы, ҡуй-һарыҡ ҡыуыла. Баҙар ҡайнай, баҙар урғылып таша. Ә. Хәкимов. [Туйға] һуйырға тип әллә нисәмә йылҡы ҡороҡланды, тана-торполар, ҡуй-һарыҡтар бәйләнде, көн-төн ағытмай, бейәләр һауылды; ҡымыҙ бешеп һабалар тултырылды. Ғ. Ибраһимов.
ҠУЙЫ (Р: густой; И.: thick; T.: koyu) с.
1. Айырым берәмектәре үҙ-ара бик яҡын; тығыҙ, йыш; киреһе — һирәк. □ Густой. Ҡуйы ҡаш. Ҡуйы үлән. В [Насирҙың] бөркөт күҙҙәре төпкә батып, тағы ла үткерерәк, төйөлгән ҡуйы ҡаштары яҙылмаҫ булып китте. 3. Ураҡсин. Тоняның дымһыу зәңгәр күҙендә лә, ҡуйы һары сәсендә лә, ап-аҡ йөҙөндә лә борсолоу-болоҡһоуҙың әҫәре лә юҡ ине. А. Абдуллин. Айыу ташланған тәҡдирҙә лә ҡуйы ботаҡтар аша йырып сыҡҡыһыҙ ине. Б. Рафиҡов. Юлдың ике яғында ҡуйы уҫаҡлыҡтар ултырып ҡала. Ж. Кейекбаев. Ағас япрағы ҡуйы булһа, ашлыҡ башлы булыр. һынамыш.
542