Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V. 543 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V

ҠУЙЫЛЫҠ
2. Ҡатнашҡан, аралашҡан матдәһе урта шыйыҡлыҡ самаһынан артыҡ; киреһе — шыйыҡ. □ Густой. Ҡуйы аш. Ҡуйы батҡаҡ. Ҡуйы ҡаймаҡ. М [Закир] туҡтамай һибәләгән йонсоу ямғырҙы ла, аяҡҡа сат йәбешеп ятҡан ҡуйы мәтене лә абайламай. 3. Биишева. Йылға буйлап аҡҡан ҡуйы нефть бесәнгә, ағас ботаҡтарына яғылып ҡала, һыу аҫҡа табан таҙарыбыраҡ аҡҡандай булды. Р. Солтангәрәев. • Ашты бергә бешерһәң ҡуйы була. Мәҡәл.
3. Ныҡ баҙыҡ (төҫкә ҡарата). □ Тёмный. Ҡуйы ҡара. Ҡуйы һоро. ■ Сәмиҙең йөҙөнә, ҡарпыш ҡолаҡтарына ҡуйы ҡыҙыллыҡ йүгерҙе, ҡарашы туҡталыр нөктә тапмай иҙәндә йөрөнө. Ә. Әминев.
4. Үтә күренмәҫлек, яҡтылыҡ үтмәҫлек тығыҙ. □ Густой. Ҡуйы ҡараңғылыҡ. Ҡуйы төтөн. Ҡуйы томан. М Үҙәк буйлап килгән ҡуйы ҡараңғылыҡ минең әҫтәмә килеп баҫты. Б. Ишемғол. Туғай өҫтөнә ҡуйы төтөн күтәрелгәс, ысын йәйләү төҫө керҙе. Ғ. Ибраһимов. Хаммат хәҙер ауылдың ҡаты йоҡоға талыу ын, тирә-яҡты ҡуйы ҡараңғылыҡ баҫыуын көттө. 3. Биишева.
ҠУЙЫЛАНЫУ (ҡуйылан ) ҡ. ҡар. ҡуйырыу. Ҡаймаҡ ҡуйылана. Томан ҡуйылана. Ҡуйылана башлау. Ш Офоҡ ситен алһыу ҡуйы монар ялмап алған. Текәлеберәк ҡараған һайын, ул асыла, ҡуйылана бара кеүек. Р. Камал. Аҙашмау мөмкин дә түгел ул томанда, ярты метрҙан ары бер нәмә лә күренмәй ҙә ҡуя, түбәндә ул шыйығыраҡ булһа, өҫкә күтәрелгән һайын ҡуйылана, тығыҙлана бара, уны йыртып атлауы ҡыйынлаша. Ә. Әминев.
ҠУЙЫЛМАЛЫ (Р: вставной; И.: insert; T: takma) с.
Алып ҡуйыла торған. □ Вставной. Ҡуйылмалы тәҙрә. Ҡуйылмалы теш. Элеп ҡуйылмалы түбәләр. Һөйәп ҡуйылмалы баҫҡыс. Шылдырып ҡуйылмалы. М Шылдырып ҡуйылмалы, күтәреп алынмалы рамдарҙы ҡулланыу немец Иоганн Мерингтың 1857 йылда яһалма балауыҙ һәм Австриянан Франц Грушканың
1865 йылда бал ҡыуғыс уйлап табыуына килтерә. «Башҡортостан», 13 март 2012.
ҠУЙЫЛТМАҠ (ҡуйылтмағы) (Р: жижа; И.: slush; T: su; çerviş) и.
1. Батҡаҡ, һарҡынды. □ Жижа. Атларға ҡамасаулаған ҡуйылтмаҡ. Буяу ҡуйылтмағы. М Ҡарауыл өйөнөң иҙәненә ҡуйылтмаҡ һеңдерелгән бысҡы онтағы түшәттем. Й. Солтанов.
2. этн. Ҡаймаҡ һалып, һөткә шыйыҡлап иҙелгән йәш ҡорот. □ Жидкая смесь из свежего курута, сметаны и молока. Ҡуйылтмаҡ яһау. Ҡуйылтмаҡ ялау.
ҠУЙЫЛТМАҠЛАНЫУ (ҡуйылтмаҡлан-) (Р.: густеть; И.: thicken; T.: koyulaşmak) ҡ.
Ҡуйғылт хәлгә килеү; ҡуйғылтланыу. □ Густеть, становиться густым. Ҡуйылтмаҡланған батҡаҡ. Ҡуйылтмаҡлана башлау. Ҡуйылтмаҡланып бөтөү.
ҠУЙЫЛЫҠ (ҡуйылығы) (Р: жирность; И.: density; thickness; T.: koyuluk) и.
1. Һөттөң сифатын билдәләй торған күрһәткес. П Жирность. Һөттөң ҡуйылығы. Ҡуйылығын үлсәү. М «һөтөнөң муллығы, ҡуйылығы менән аптыратмаһа ла, зирәклеге менән хайран итә ине, харап булды», — тип һыҡтаған Фатимаһын да ҡыҙғанманы [Дәүләтҡол]. М. Ҡунафин.
2. Урта шыйыҡлыҡ самаһынан артыҡ икәнлеген билдәләгән күрһәткес. □ Густота. Бутҡаның ҡуйылығы. Иҙмәнең ҡуйылығы. Ҡандың ҡуйылығы. ■ Бала таба алмауға 80 процент осраҡта инфекциялар сәбәпсе, артабан ҡан ауырыуҙары (ҡандың ҡуйылығы һ. б.), гинекология патологияһы. «Шоңҡар», №2,2012.
3. Билдәле майҙандағы үҫемлек һанын билдәләй торған күрһәткес. □ Густота. Талдарҙың ҡуйылығы. Үҫемлектәрҙең ҡуйылығы. М Күпме көткәндәрҙер [өс әзмәүерҙәй ир], бына бер мәл ҡаршыларында урман ҡуйылығында ағастарҙың шытырлап һынған тауышы ишетелде. Ғ. Хөсәйенов.
543