ҠУЙЫЛЫУ
ҠУЙЫЛЫУ (ҡуйыл-) ҡ. төш. ҡар. ҡуйыу. страд, от ҡуйыу. Нығытып ҡуйылыу. Өҫтәлгә ҡуйылған. Ҡыҫтырып ҡуйылған. М Уларҙы [аттарҙы] ҡарарға ҡуйылған конюх ялҡаулыҡҡа бурылдан да уҙҙыра. С. Агиш. Атайым лапаҫ тубәһенә ҡыҫтырып ҡуйылған сөрөктө аласыҡтан төтәтеп алып сыға, әсәйем .. мине дегәнәк япраҡтары өҙөп алып килергә ебәрә. Ш. Янбаев. Инеу менән уның [егеттең] куҙҙәре өҫтәл өҫтөнә теҙеп ҡуйылған ашамлыҡтарға төштө. И. Насыри. Ҙур булмаған эске булмәнең иҙән уртаһына өҫтәл ҡуйылған, уның өҫтөнә ниндәйҙер ҡағыҙҙар туҙҙырып ташланған. Н. Мусин.
ҠУЙЫН (Р.: пазуха; И.: bosom; T.: koyun) и.
1. анат. Түш менән ҡултыҡ араһындағы урын. □ Пазуха. ■ Ҡуйынында йылынып йоҡлап киткән бесәй балаһының ҡыбырлап ҡуйыуы ла .. Дилбәргә кинолағы кеуек тойола. Г. Ғиззәтуллина. Әрһеҙ ел биткә һуға, ҡуйынға тулырға маташа. Р. Камал. • Һыуыҡ төлкө тунлы кешегә сәләм бирә, йыртыҡ тунлы кешенең ҡуйынына инә. Әйтем.
2. Шул урындағы кейем араһы. □ Пазуха. Ҡуйынға тығылған тоҡсай. ■ Сауҙагәрҙәр ҡуйындарына тығылған кун тоҡ-сайҙарындағы тәңкәләрҙең йылыһын тойоп, .. эре генә йөрөй бирәләр. К. Мәргән. Шәң-гәрәй ҡуйынынан килтереп сығарған оҙон әйбер шәм яҡтыһында ялтырап китте. М. Хужин. • Туйға барһаң, туйып бар, ҡуйыныңа кумәс тығып бар. Әйтем.
3. кусм. Ҡолас эсе; ҡосаҡ. □ Объятие. Ата-әсә ҡуйынында. Ил ҡуйыны. ■ Ҡыҙ баланың бәхете ата-әсә ҡуйынында ғына йәшәуҙә, өҫ-башың бөтөн, тамағың туҡ булыуҙа ғына ла тугел. Н. Мусин. Салауатҡа, һирәк булһа ла, Юлай яуҙан йә бу-тән йөрөмдәрҙән ҡайтҡан араларҙа атай ҡуйыны, атай һабаҡтары эләкте әле. Б. Рафиҡов. • Ямандың ҡуйынында ятҡансы, яҡшының аяғында ят. Әйтем. Илдең
эше ирҙең муйынында, ирҙең эше илдең ҡуйынында. Әйтем.
4. кусм. Ниҙеңдер солғап, уратып алған эсе. □ Лоно. Тау ҡуйыны. Ҡара ер ҡуйыны. М Ташбатҡан ауылы.. тау ҡуйынына һыйынып ҡына ултырған. Ж. Кейекбаев. Аттар сығыу менән урманға инеп китәләр... Унан, бар һин, урман ҡуйынынан аттарҙы эҙлә, табырһың... И. Насыри. [Талҡаҫ] Ирәндектең ҡеуәтле ҡуйынына һыйынып, тынып ята. 3. Биишева.
5. миф. Ышаныуҙар буйынса, кеше тәненең иң һаҡһыҙ урыны. □ Пазуха; наиболее уязвимая часть тела человека. ■ Шайтан инмәһен тип, ҡуйынды тотоп ултыралар. Башҡорт мифологияһынан.
6. ҡар. ер ҡуйыны. Ер ҡуйынына илтеп һалыу. Я Ваҡыт мәрхәмәтһеҙ: көҙ етһә, донъяға йәм биргән йәм-йәшеллекте юҡҡа сығарып, донъяны шыҡһыҙ яһай, әҙәм балаһын да теләһә ҡайһы минутта ҡара ер ҡуйынына илтеп һала. М. Хужин.
♦ Ер ҡуйынына инеү (кереү) үлеү.
□ Умереть, доел. Войти в объятия земли. ■ [Оксана:] Аҙаҡҡы һулышым emen, кара ер ҡуйынына кергәнсе Павлоны ташлаясаҡ тугелмен. Ҡарар куҙе, таяныр таяғы булырға әҙермен. Ә. Хәкимов. Ер ҡуйынына тапшырыу ерләү, ҡәбергә ҡуйыу. □ Хоронить, погребать. Ҡуйынға алыу үҙ яҡлауына, ҡарамағына алыу.
□ Брать на защиту. ■ Ялҡында янған Украинанан ваҡытлыса кусеп киткән бик куп балалар һәм ҡатын-ҡыҙҙарҙы беҙҙең республика .. уҙ ҡуйынына алды. Ғ. Әмири. Ҡуйында йылан аҫрау яҡын күргән кеше мәкер эшләгәндә йәки көтмәгәндә ҡаршы сыҡҡанда әйтелә. □ Держать змею за пазухой. М Хәҙер ук, бөтә ауылға ишетелерлек итеп һөрән һалғыһы килде уның [Йәмиләнең]: «Эй, туғандар, ҡуйыныбыҙҙа йылан аҫрап ятҡырабыҙ бит!» Ф. Иҫәнғолов. Имаметдин белеп әйтә шул, «ҡуйынығыҙҙа йылан аҫрайһығыҙ» ти. Ысын шул, ҡайһылай ҡаты сағаһың, һ. Дәүләтшина. Ҡуйында таш йө
544