Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V. 545 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V

ҠУЙЫРТЫУ
рөтөү (булыу) берәй кешегә ҡарата мәкер һаҡлау. □ Держать (иметь) камень за пазухой. ■ Нурисламдың ниәте изге, ҡуйынында таш юҡ. Ул, упкәләрен онотоп, арымай-талмай эшләргә әҙер. Ә. Хәкимов.
ҠУЙЫН ДӘФТӘРЕ (Р.: записная книжка; И.: notebook; T.: cep defteri) и.
Кәрәкле мәғлүмәттәр теркәп бара торған хәтер дәфтәре; блокнот. □ Записная книжка; блокнот. Ҡуйын дәфтәрендәге яҙма. Ҡуйын дәфтәре. Ҡуйын дәфтәренең тышы. Ҡуйын дәфтәренә яҙыу. ■ Докладсы, кеҫәһенән бәләкәй генә ҡуйын дәфтәре алып, өҫтән генә куҙ төшөрҙө, һ. Дәүләтшина. [Новиков I йөрәгенән әсенә лә хатты тағы туш кеҫәһенә, ҡуйын дәфтәре эсенә һалып ҡуя. Д. Юлтый. Яҡын танышым Хәй ағай нисек һөйләһә, шул килеш ҡуйын дәфтәремә теркәп ҡуйғанмын. Т. Ғирфанов.
ҠУЙЫН КЕРЕҮ и. диал. ҡар. ҡуйын күреү. Еңгәләр ҡыҙҙы ҡуйын кереугә әҙерләй.
ҠУЙЫН КЕҪӘҺЕ (Р.: внутренний карман; И.: inside pocket; T: iç сер) и.
Кейемдең эске яғындағы кеҫә. □ Внутренний карман. Ҡуйын кеҫәһендәге әйберҙәр. Ҡуйын кеҫәһенә һалыу. ■ Даль, ҡуйын кеҫәһендә ятҡан кенәгәһен сығарып, уның [йырсының] һуҙҙәрен тиҙ-тиҙ генә яҙып та ҡуйҙы. 3. Ураҡсин. Оморҙаҡ ағай .. аҡсаларын .. купте кургән ҡулъяулығына төрҙө лә ҡуйын кеҫәһенә һалып ҡуйҙы. Ш. Бикҡол.
ҠУЙЫН КҮРЕҮ (Р: первая брачная ночь; И.: the first night; T.: gerdek) и. этн.
Беренсе никах төнө. □ Первая брачная ночь. Ҡуйын куреу йолаһы.
ҠУЙЫН СӘҒӘТЕ (Р: карманные часы; И.: pocket watch; T.: kol saati) и. диал.
Кеҫә сәғәте. □ Карманные часы. Ҡуйын сәғәтенең сылбыры. Буләк ителгән ҡуйын сәғәте.
ҠУЙЫП ТОРОУ (ҡуйып тор-) (Р: отложить; И.: put aside; T.: bir yana koymak) ҡ.
Ниндәйҙер ваҡытҡа кисектереү. □ Отложить. Эште ҡуйып тороу. Иртәгәгә тиклем
ҡуйып тороу. ■ [һабрау] илен һағыныуҙан уйға ҡалып, ҡәләмен әҙ генә ҡуйып торҙомо, ишек төбөндә ултырған һаҡсы екеренергә, хатта ҡамсы менән киҙәнергә тотона. Ә. Хәкимов. Малайы йоҡоһонан уянды, өләсәһе Ҡөрьәнен ҡуйып торҙо, һәм ғаилә иртәнге сәйгә ултырҙы. Ә. Әминев.
ҠУЙЫРТМАҠ (ҡуйыртмағы) и. диал. ҡар. ҡуйылтмаҡ. Ҡуйыртмак яһау. Ҡу-йыртпмаҡты ялау.
ҠУЙЫРТМАҠЛАНЫУ (ҡуйыртмаҡ-лан-) ҡ. диал. ҡар. ҡуйылтмаҡланыу. Ҡу-йыртмаҡланған батҡаҡ. Ҡуйыртмакланған ҡаймаҡ.
ҠУЙЫРТЫЛЫУ (ҡуйыртыл-) ҡ. төш. ҡар. ҡуйыртыу, страд, от ҡуйыртыу. Ҡуйыртылған һөт. Оҙаҡ ҡайнатып ҡуйыртылыу.
ҠУЙЫРТЫУ (ҡуйырт-) (Р: сгущать; И.: condense; T.: koyulaştırmak) ҡ.
1. Ҡуйы хәлгә килтереү. □ Сгущать.// Сгущение. Ашты ҡуйыртыу. Бутҡаны ҡуйыртыу. Ҡанды ҡуйыртыу. Иҙелмәне ҡуйыртыу. Ҡуйыртып ебәреу.
2. Йыш итеү; йышайтыу. □ Уплотнять (приближая друг к другу). Ағастарҙы ҡуйыртыу. Урманды ҡуйыртыу.
3. кусм. Көсәйтеү, киҫкенләштереү. □ Усугублять, усиливать. Эште ҡуйыртыу. Мәсьәләне ҡуйыртыу. ■ Ялҡындың ҡарағусҡыл ҡыҙыл төтөндәре .. төн ҡараһын тағы ла ҡуйыртҡан һымаҡ булалар. Һ. Дәүләтшина. Тулыбай эште ҡуйыртыуҙан шөрләне шикелле, көрәген барып алды ла картуф ҡаҙырға тотондо. Д. Бүләков. Үҙ һуҙҙәренең дөрөҫлөгөнә ғәжәп ныҡ ышаныс менән һөйләгән, уның һәр һорауын, һәр әйтер һуҙен алдан тойоп торған кеше менән бәхәсте ҡуйыр-шырлыҡ ҡыйыулыҡ тапмай [Хәкимов]. Н. Мусин.
♦ һүҙ ҡуйыртыу бер үк нәмәне күп һөйләү. □ Усугублять разговор. М [Иштән ҡарт:] Аҙнағол старшина! Ҡолаҡ-койроғо кәртә артында ятып ҡалған тәкә тәңгәлендә һуҙҙе артыҡ ҡуйыртмайбыҙмы? 3. Ураҡсин.
545