Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V. 546 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V

ҠУЙЫРЫҠ
Нурихановтың сығырынан сығып ҡыҙыуы әле уға [Йәғәфәроваға] һуҙ ҡуйыртыу өсөн ҡулай ғына ине. Д. Бүләков. Артыҡ һуҙ ҡуйыртмай, атты урман эсенә борҙолар. Су-минов разведкаға китте. Ә. Хәкимов.
ҠУЙЫРЫҠ I (ҡуйырығы) (Р.: сгусток; гуща; И.: clot; T.: pıhtı) и.
Ҡуйы булып ойошҡан матдә. □ Сгусток; гуща. Ҡан ҡуйырығы. Ҡәһуә ҡуйырығы.
ҠУЙЫРЫҠ II с. диал.' ҡар. буръяҡ. Ҡуйырыҡ һыу. Ҡуйырыҡ булыу.
ҠУЙЫРЫҠЛАУ (ҡуйырыҡла-) ҡ. диал. ҡар. буръяҡлау. һыуҙы ҡуйырыҡлау. Йылғаны ҡуйырыҡлау.
ҠУЙЫРЫУ (ҡуйыр) (Р.: густеть; И.: thicken; T.: koyulaşmak) ҡ.
1. Айырым берәмектәре яҡын хәлгә килеү; йышайыу; киреһе - һирәгәйеү. □ Густеть, сгущаться. //. Сгущение, һаҙлыҡ ҡуйырған. Ҡуйыра башлау..*. Ярға ун-ун биш аҙым, ҡалараҡ ағым, ҡуйырғандай булып, аҡрынайҙы. А. Абдуллин. Бүлмәнең эсе ҡуйырғандан ҡуйырҙы. .. Төтөн зәңгәрләнеп бүлмә эсен тултырҙы. А. Карнай. Кистән аяҙ ине, ҡайһы арала болото ҡуйырып өлгөргән тиһең! Ш. Янбаев. Ә болоттоң иң ҡуйырған ере Ҡара Табын иле кугендә булды. К. Мәргән. [Хөсәйендең] ғумере илау белмәгән күҙҙәренән ҡара тупраҡҡа ҡушылып ҡуйырған йәштәре тамсыланы... Т. Ғарипова.
2. Көсөргәнешле булып китеү. □ Стать напряжённым. Ваҡиғалар ҡуйырҙы.
ҠУЙЫУ (ҡуй-, ҡуя) (Р: ставить; И.: put; T.: koymak ) ҡ.
1. Нимәнелер текә, вертикаль торған хәлдә беркетеү, урынлаштырыу. □ Ставить. Баҫҡысты стенаға ҡуйыу. Китаптарҙы кәштәгә ҡуйыу. Ҡуйып китеу. Ҡуйып инеу. ■ Ул [ҡарт] бына Ҡугебайҙың винтовкаһын алға һуҙҙырып баҫтырып ҡуя ла, уның һурәтен бер киндергә буяп төшөрә торғайны. А. Карнай.
2. Ҡайҙалыр урынлаштырыу, берәй ергә яйлаштырыу. □ Ставить, помещать; располагать. Мейес эргәһенә ҡуйыу. Малды кәртәгә
ҡуйыу. Сәй янына ҡуйыу. Креслоны тәҙрә янына ҡуйыу. Сумаҙанды иҙәнгә ҡуйыу. Ҡуйып сығыу. ■ [Карсыҡ стенаға аҫылған бәләкәй шкафтан] бер ижау алып, шуның эсенә әлеге ҡурғаш йомарлағын һалып, тимер мейес эргәһенә иҙәнгә ҡуйҙы. Ғ. Хәйри. [Таңһылыу] ауыр сумаҙанын дөңк итеп кире иҙәнгә ҡуйҙы, уҙе лә ағас карауатҡа лыпын ултырҙы. Р. Камал. Алтынбайҙың мейеһендә һаман баяғы уйҙар сыуалды: «Ҡайҙа ҡуя икән баяр ошо тиклем байлыҡты?». 3. Ураҡсин.
3. Ашау өсөн ултыртыу. □ Ставить. Сәй янына ҡуйыу. Ашъяулыҡҡа ҡуйыу. ■ Әсәйем бик ауырһынып: «Бер нәмәбеҙ ҙә юҡ шул сәй янына ҡуйырға, өҙөк саҡта ҡайттың», — тип атайыма һораулы ҡараны. Ш. Янбаев. Ҡунаҡ алдына ҡуялар һыйҙарҙың иң татлыһын. М. Кәрим. Мырҙағәле ҡалған һалма менән итте килтереп ҡуйҙы, ҡараңғыла .. ашарға тотондолар. 3. Ураҡсин. Төшкө аш ваҡытында лейтенантҡа һурпаның ҡу-йырағын, ҡалъяның ҙурырағын ҡуйҙылар. Ә. Хәкимов. Кинйәбай ағайҙың алдына шундай уҡ ҙур ағас табаҡ менән тотош бер һарыҡ итен килтереп ҡуйҙылар. 3. Биишева. Өрҡиә урындыҡҡа ашъяулыҡ йәйҙе, бер сеүәтә аш ҡуйҙы, кәлсә һындырып һалды. Н. Мусин.
4. Берәй төрлө эшкә тәғәйенләү, билдәләү, ниҙер эшләргә ҡушыу (ғәҙәттә, аяҡ өҫтө). □ Ставить. Көтөүгә ҡуйыу. Һаҡҡа ҡуйыу. ■ Ҡулына ҙур телефон тотҡан, пистолет кобураһы аҫҡан ике егетте һаҡҡа ҡуйҙылар. М. Ҡунафин.
5. Берәй төрлө урынға, вазифаға тәғәйенләү. □ Ставить, назначать. Директор итеп ҡуйыу. Председатель итеп ҡуйыу. Уҡытыусы итеп ҡуйыу. ■ [Вьюгин:] Фронттан мин бер аяҡты ҡалдырып ҡайттым... Пожарник итеп ҡуйғайнылар — был эштең һисҡыҙығыюҡ. А. Абдуллин.[Алтынбайҙың] уҙ алдына уҡый-яҙырға өйрәнеүе менән баяр бигерәк тә ҡәнәғәт булды, хатта киләсәктә бер имениеға приказчик итеп ҡуйыу уйын да әйтеп ташланы. 3. Ураҡсин. Яуыз кантон
546