ҠУЙЫУ
дарҙы ҡуя икән Рәсәй генә тигән батшалыҡ. Халыҡ йырынан.
6. һөйл. Берәй ергә, берәйһенә тороу өсөн урынлаштырыу, яйлаштырыу □ Ставить, располагать, размещать. Фатирға ҡуйыу. М Рамаҙанды сыбыҡ осо ҡоҙа тейешле Ғилметдин тигән .. бер әҙәмгә фатирға ҡуйҙылар. Ә. Хәкимов, [һалдаттарҙы] өй беренсә таратып, йорт һайын фатирға ҡуйҙылар. В. Исхаҡов.
7. Билдәле бер торошҡа килтереү, берәй төрлө итеп яйлаштырыу. □ Ставить, прикладывать, располагать каким-л. образом. Ҡулды артҡа ҡуйыу. Аяҡты аяҡҡа ҡуйыу. Ҡулды күкрәккә ҡуйыу. Үксәләрҙе бергә ҡуйыу. ■ [Сафия апай] кипкән ҡулын ҡаштары өҫтөнә ҡуя ла, тәҙрә быялаһына терәлеп тигәндәй, һуҡырая башлаған күҙҙәре менән ҡарап оҙатып ҡала. Т. Ғиниәтуллин. Ғәйшә бойоғоп, Ҡадир күкрәгенә башын ҡуйҙы. Ғ. Амантай. Биткәйеңде ҡуйсы биткәйемә, күҙ йәшебеҙ бергә түгелһен. X. Ғәбитов.
8. Тейешле, дөрөҫ торошҡа, хәлгә килтереү. □ Ставить. Сәғәтте ҡуйыу.
9. Эш-хәрәкәт өсөн беркетеү, урынлаштырыу. □ Ставить, укреплять, устанавливать. Ҡыңғырау ҡуйыу. Телефон ҡуйыу. ■ Өсөнсө тиҙлеккә ҡуйып, ЗИС менән елһәң әгәр, ай елерһең, етә алмаҫһың сиктән сигенә ҡәҙәр. Р. Ниғмәти.
10. Яһағанда, йүнәткәндә, төҙәткәндә нимәгәлер беркетеү. □ Ставить, приделывать, прикреплять к чему-л. Йортҡа тәҙрә ҡуйыу. Ҡүлдәккә яға ҡуйыу. Тәҙрәгә быяла ҡуйыу, һандыҡҡа йоҙаҡ ҡуйыу. ■ Ҡапҡа бағаналары ултыртылған, ҡапҡа ҡуйып өлгөрмәнеләр. Н. Мусин.
11. Яҙып, һыҙып күрһәтеү, күсермәһен яһау. □ Ставить, изображать на письме, делать оттиск на чём-л. Тыныш билдәләрен ҡуйыу. Мисәт ҡуйыу. Тамға ҡуйыу. Хәреф ҡуйыу. М Васильев бер ҡулы менән яза бирһә, икенсеһе менән орден ҡағыҙына имза ҡуйҙы. Ә. Хәкимов. Ахырына ҡуйған Хоҙай үҙ имзаһын. Ш. Бабич.
12. Баһа билдәһе менән күрһәтеү. □ Ставить, выставлять оценку. Билдә ҡуйыу. Бишле ҡуйыу. Дүртлене ҡуйыу.
13. Нимәгәлер хаҡ, баһа билдәләү. □ Устанавливать, утверждать. Хаҡ ҡуйыу. Игенгә ҡаты хаҡ ҡуйыу. ■ [Был ҙур булмаған төркөм] дуҫ булған булып, бер ни тормаған ваҡ-төйәккә юғары хаҡ ҡуйып, затлы башҡорт малына, йылҡыһына алмашырҙар. Әкиәттән.
14. Ыңғай йәки кире баһа биреү. □ Ставить, оценивать. Үҙеңде юғары ҡуйыу. Кешене түбән ҡуйыу. Ҙурға ҡуйыу. Шәпкә ҡуйыу. М Мин, ысынлап та, был урында үҙемде түбән ҡуйҙым. С. Агиш.
15. Ниндәйҙер бер мәсьәләне ҡуҙғатыу, хәл итергә тәҡдим итеү; алдыңа алыу. □ Ставить. Мәсьәлә ҡуйыу. Морат итеп ҡуйыу. Маҡсат ҡуйыу. Шарт ҡуйыу. М Иван-ба-лыҡсы эйәртеп алып ҡайтҡан өс ир.. исемдәрен әйтергә ашыҡманылар, әммә үҙҙәренең ниндәй шарт ҡуйыуын һөйләшеү башында ук аңғарттылар. Б. Рафиҡов. Үҙеңдең һәләтеңде, көсөңдө тойоп, алдыңа морат итеп ҡуйған эшеңдең осона сығаһың икән, бына шул ул иң шәп тормош, тигән фекер яралды [Килдебәктә]. А. Абдуллин.
16. Берәйһе өсөн берәй төрлө хәл, шарт, мөхит тыуҙырыу, берәй төрлө хәлгә, торошҡа килтереү. □ Давать, предоставлять. Ирек ҡуйыу. Рөхсәт ҡуйыу. Ыңғай ҡуйыу. Яй ҡуйыу. М Төлкөсура атын ҡабаландырмай үҙ яйына ҡуйып ҡына китеп бара, .. уйлана, үҙенсә аҡыл ҡора. Н. Мусин. Аттарын үҙ яйына ҡуйып, тирә-йүн менән хозурланып туғай юлынан байтаҡ барһалар, Ағиҙел яры янында .. бер атты күрҙеләр. Ғ. Хөсәйенов. [Урал — Шүлгәнгә:] Дан эҙләргә теләнең — теләгеңә юл ҡуйҙым. «Урал батыр».
17. Берәй төрлө ашамлыҡ, эсемлек әҙерләү процесының бер өлөшөн башҡарыу. □ Ставить. Ҡамыр ҡуйыу. Сәй ҡуйыу. Аш ҡуйыу. U Хужабикә аш ҡуйып та өлгөргән икән, йәш ит еҫе танауҙы ҡытыҡлай
547