ҠУЙЫУ
башланы. 3. Ураҡсин. Тайба самауыр ҡуйып йөрөй. С. Агиш.
18. Ниндәйҙер эш-хәлде дауам иттермәй туҡтатыу. □ Откладывать; бросать. Маҡтаныуҙы ҡуйыу. Эште ҡуйыу. М Әсәйем турбаштағы эшен ҡуйып, ҡулын һөрттө лә урындыҡ ситенә терәлде. Ә. Сөләймәнов. [Сабир:] Атайыбыҙ ҙа, беҙҙең һымаҡ, алдына алғанын ҡуймай торған, тәуәккәл һәм дыуамал кеше. «Йәшлек», 24 апрель 2012.
19. Берәй төрлө тамашаны сәхнәгә сығарып күрһәтеү. □ Ставить на сцене. Иҫ киткес концерт ҡуйҙылар.
20. һөйл. Мәйетте күмеү, ерләү. □ Хоронить, погребать. Йома көндө ҡуйыу. Ҡуйып килеу. Ҡуйып бөтөу. ■ Мәйетте ҡуйып ҡайталар ҙа өс, ете, ҡырҡ көнөн уткәрәләр. Йола фольклорынан.
21. -п формаһындағы хәл ҡылымға ҡушылып, ярҙамлыҡ ҡылым сифатында һөҙөмтәле эш-хәлде белдерә. □ С деепричастием на -п основного глагола выступает в роли вспомогательного глагола и обозначает результат, законченность действия. Ҡилтереп ҡуйыу. Һалып ҡуйыу. Яһап ҡуйыу. ■ Даль өйөнә ҡайтҡас, яңы ишеткән исемде кенәгәһенә теркәне, тиҙ-тиҙ генә һурәтен дә яһап ҡуйҙы, төрлө белешмәләрҙән был балыҡтың фәнни атамаһын эҙләп ҡараны. 3. Ураҡсин. Йортауай саңғыларҙы аяҡтарынан ысҡындырып, һунарсы янына килтереп ҡуя һалды. Б. Рафиҡов. [Ғилман —
Нәфисәгә:] Ҡарәле, унда Нурбикә еңгәңдең ҡолағына тишеп ҡуй әле... Мәжлес-фәлән мәсьәләһен... Д. Бүләков.
22. -п формаһындағы хәл ҡылымға ҡушылып эш-хәрәкәттең дауамһыҙлығын, ҡа-пыллығын белдерә. □ С деепричастием на -п основного глагола выступает в роли вспомогательного глагола и обозначает неполноту или однократность действия. Йылмайып ҡуйыу. Йылт итеп ҡарап ҡуйыу. Ҡурҡып ҡуйыу. ■ Мәғсум, уңайһыҙ хәлдән ҡулындағы кепкаһын әуәләп, куҙ ҡырыйы менән Тоняға .. ҡарап ҡуя ине. А. Абдуллин.
23. -п формаһындағы хәл ҡылымға ҡушылып, ҡылымдың мәғәнәһенә ҡурсыу, киҫәтеү төҫмөрө бирә. □ С деепричастием на -п основного глагола выступает в роли вспомогательного глагола и придаёт значение предупреждения. Урлап ҡуймаһын. Тешләп ҡуймаһын. R Сафия улын уҙе уҫтерҙе һәм, тағы урлап ҡуймаһындар, берәй бәхетһеҙлек килеп сыға курмәһен тип, улы өсөн мәңге ҡурҡып йәшәне. Т. Ғиниәтуллин. [Арынбаҫаров] иҙәндә аунап ятҡан куп һанлы башҡа китаптарға, әллә ниндәй сәселеп ятҡан ҡулъяҙмаларға иғтибар итеп торманы, был нәмәләрҙең бысрағы йоғоп ҡуймаһын тигәндәй, тиҙерәк ситкә китте. Д. Бүләков.
24. -п формаһындағы хәл ҡылымға ҡушылып, заман, зат буйынса ярашып, төп ҡылымдың мәғәнәһен көсәйтә. □ С деепричастием на -п основного глагола выступает в роли вспомогательного глагола и усиливает значение глагола. Форсат теймәй ҙә ҡуя. Ҡушаматты йәбештерәләр ҙә ҡуялар. Бер ҡайҙа ла бармай ҙа ҡуя. ■ Етмәһә, ул ҡушамат гел кире мәғәнәгә иҫәп тотоп бирелә. Ямаҡты — матур, ҡурҡаҡты — батыр, уҫалды йыуаш ти ҙә ҡуялар. Ә. Хәкимов. «Беҙҙән башҡа ла ярышыусылар куп булырҙар әле», — ти ҙә ҡуя [Ҡотопов].
3. Биишева.
25. -п, формаһындағы хәл ҡылымға ҡушылып, эш-хәрәкәттең алдан башҡарылыуын белдерә. □ С деепричастием на -п основного глагола выступает в роли вспомогательного глагола и обозначает заблаговременно совершённое действие, һанап ҡуйыу. Әйтеп ҡуйыу. ■ Матрос беҙҙең конкрет планды һәм срокты иң ышаныслы кешеләргә алдан әйтеп ҡуйыу өсөн тағы ла тирә-яҡ ауылдарға сығып китте. А. Карнай.
♦ Буш ҡуймау буш ҡалдырмау, буш итмәү. □ Не обделить, не обойти кого. Ҡойоп ҡуйған кеүек бик матур, килешле. □ Подходящий, гармонирующий (по цвету, по виду и т. п.).
548