ҠУЛ
ҡушып, ҡулын күтәрҙе. Рамазан шым булды. Ә. Хәкимов. Ул [атай], уң ҡулын аҫҡа шылдырып, турайта бара, мылтыҡ атылып китә, теге кеше мине атҡандар икән тип, өйәңкенән тәгәрәп төшә. 3. Ураҡсин. Ярайһы уҡ ауыр мурҙаны кутәреп тороп ҡулы талған Рәмил дуҫын ашыҡтырҙы. Р. Ҡол-Дәүләт. • Ҡуҙ — ҡурҡаҡ, ҡул — батыр. Әйтем. Ҡул һелтәй, балта саба. Әйтем. Ҡуйыныңдағы — юлдағы, ҡуныстағы — ҡулдағы. Әйтем. Ҡулың пак булһа, йөҙөң аҡ булыр. Әйтем.
2. Шул уҡ ағзаның ҡушҡарҙан алып, бармаҡ яҡ осо. □ Рука. Ҡулға тотоу. Ҡулдан төшөу. Ҡулды йыуыу. М Урам буйлап кем утһә лә, [Сафия апай] кипкән ҡулын ҡаштары өҫтөнә ҡуя ла, тәҙрә быялаһына терәлеп тигәндәй, һуҡырая башлаған куҙҙәре менән ҡарап оҙатып ҡала. Ул улын көтә. Т. Ғиниәтуллин. Мөхәмәтша торҙо, тик сана бауын ҡулынан ыскындырманы. М. Хужин. Няня, уҙе ук килеп, уның ҡулынан төйөнсөктө һәм хатты алды ла быяла ишектән эскә инеп китте. А. Абдуллин. Килеүсенең ҡулында йугән, ә йүгән — бурылдың иң яратмаған нәмәһе. С. Агиш. • Аҡсалының ҡулы уйнар, аҡсаһыҙҙың куҙе уйнар. Әйтем. Буйына ҡарама, ҡулына ҡара, буй эшләмәй, ҡул эшләй. Әйтем. Ике ҡулың ни эшләһә, ике иңең шуны күтәрер. Әйтем. Ҡул ҡулды, ҡул битте йыуа. Мәҡәл. Ҡулы һыуыҡтың йөрәге ҡыҙыу. Әйтем. Сибәрҙең — йөҙө, оҫтаның ҡулы уртаҡ. Әйтем, һауалағы торнаға ышанып, ҡулыңдағы турғайҙы ыскындырма. Әйтем.
3. «Уң» йәки «һул» һүҙе менән килгәндә, тарафты, йүнәлеште, яҡты белдерә. □ В сочетании со словами «уң», «һул» обозначает направление. Уң ҡулдағы урам. һул ҡулдағы йорт. ■ Суминов күтәрелеп ҡарамаҫҡа тырышты, сөнки уң ҡулда Нинаның йорто. Ә. Хәкимов.
4. Шул уҡ шартта, ғәскәр сафының теге йәки был яҡ ҡанатын аңлата. □ В сочетании со словами «уң», «һул» обознача
ет крыло, фланг войска. Сафтың һул ҡулы. М [Арыҫлан] сиреүҙәге уң ҡулды Ырғыҙ тамағы аша, һул ҡулды Ҡара кеше тауы итәгенән үткәреп, урта ҡулды туп-тура завод ҡурғанына йүнәлтте. Ғ. Ибраһимов.
5. Кеше хеҙмәтенең символы, шулай уҡ хеҙмәт, кеше эшмәкәрлеге үҙе символ булараҡ ҡулланыла. □ Символ работы, символ человеческого труда. Оҫта ҡул. Ир ҡулы тейгән эш. И Сәлимә генә ҡәйнешенең ҡулында һәр эш уйнап тороуына һоҡланып, һөйөнөп йөрөнө, артыҡ ир ҡулы кемгә зыян итһен, донъя йөгөн кумәкләберәк тартыу еңелерәк тә булыр, бәлки. 3. Ураҡсин, һирәкләп фронтовиктар ҡайтһа ла, ауылда эшсе ҡулдар етешмәй. Тормош әүәлгесә ҡатын-ҡыҙ, бала-саға көсө менән бара. Т. Ғирфанов.
6. Кеше көсө менән хәрәкәткә килтерелә торған ҡорамалдарҙы белдергән һүҙбәйләнештәр составына инә. □ Ручной (в составе названий несамоходных тележек и агрегатов, оборудований ручного привода). Ҡул арбаһы. Ҡул тирмәне. Ҡул бысҡыһы. ■ Аҙна самаһы ҡаҙыуға ике йорт урыны асыҡланды, мейес төптәре, баҙ соҡорҙары хасил булды, ҡайраҡ таштан яһалған ҡул тирмәне килеп сыҡты. 3. Ураҡсин. Тик Тимербулат ҡына, өҫтөндәге терһәк, салғыйҙары ямау менән сыбарланған аҡһыл бумазый кәзәкейенең төймәләрен ҡымтып элеп, ҡул тирмәне янына тубыҡланып ултырып, уны дыһырлатып бойҙай тарта. һ. Дәүләтшина.
7. кусм. Айырым кешегә хас яҙыу рәүеше, почерк. □ Почерк. Таный алмаҫлыҡ ҡул. Минең ҡулым. Ҡулын таныу. Матур ҡул. Ят ҡул менән яҙыу.
8. Кемдеңдер ихтыярында, ҡарамағында булғанды белдереү өсөн ҡулланыла. □ Попечение, присмотр. Ҡеше ҡулына ҡалыу. Ят ҡулында булыу. • Ир яҙмышы ил ҡулында, ил яҙмышы ир ҡулында. Әйтем.
♦ Алтын ҡуллы һәр эшкә оҫта ҡуллы кеше хаҡында. □ Золотые руки. М [Хаммат — Айһылыуға:] Алтын ҡул... һине кескәй саҡтан шулай маҡтайҙар ине шикел
551