ҠУЛ
ле?.. 3. Биишева. Арынбаҫаров — алтын ҡуллы хирург һәм хирургтың да ниндәйе! Был бәхәсһеҙ. Д. Бүләков. Артына ҡулы етмәй үҙе сыҡҡандан һуң ишекте япмай китеүсе, үҙ әйберҙәрен йыйыштырмаусы кешегә ҡарата әйтелә. □ Рука спину не достаёт (употребляется по отношению к человеку, не прикрывающему дверь или не убирающему за собой). Буш ҡул һис бер нәмәһеҙ. □ С пустыми руками. Буш ҡул барыу. Буш ҡул ҡайтыу. Буш ҡул йөрөу. ■ Йәнә Йылҡыбай һынлы Йылҡыбай алдына буш ҡул барыу килешмәҫ. Элек яҙған шиғырҙарҙы төҙәтергә, теуәл-ләргә, куңелгә эркелгән көйҙәрҙе камиллаштыра төшөргә кәрәк, тип уйланы [Һабрау]. Ә. Хәкимов. «Бынау тәкәббер Арыҫлан ярпыһы ғына буш ҡул менән килергә баҙнат иткән», — тип ахун уға ҡаҙалып текләне. Ғ. Ибраһимов. «Ошо урман, тау-таш араһынан буш ҡул менән ҡайтып китмәбеҙме?» — тип борсолдо Ҡасим. Н. Мусин. Дилбегә ҡулдан ысҡыныу идара итеүҙе юғалтыу. □ Терять бразды правления. Я Төн йоҡолары ҡасҡан сәғәттәрҙә Аллаяр бына нәмәгә өҙгөләнә. Донъя дилбегәһе ҡулдан ысҡынырға самалай. Ф. Иҫәнғолов. Еңел ҡулдан бер ниндәй ҡыйынлыҡһыҙ, анһат; «башлаған эш уң булһын, һәйбәт тамамланһын» тигән теләкте белдергәндә әйтелә.
□ С лёгкой руки. Я [Сәми ҡарт] баҙарға сығып, бик еңел ҡулдан ғына балығын һатып өлгөрҙө. Д. Юлтый. Еңел ҡуллы башлаған эше уңыш менән, яҡшы тамамлана торған кешегә ҡарата әйтелә. □ Лёгок на руку. Беҙҙең Сәлимә бик еңел ҡуллы, ул башлаһын. Етеҙ ҡул эшкә уңған; эшсән, булдыҡлы.
□ Работящий, деловитый. Я Асҡыссылар етеҙ ҡулдары менән төрлө ҡорамалдарҙы, ырғаҡ, ҡаптырмаларҙы бырауҙан ыскындыралар, ваҡытында ҡаптыралар, эләктерәләр. А. Таһиров. Ике ҡулға бер эш күп эшкә бүлгеләнмәй, бер генә эште башҡарғанда әйтелә. □ Заниматься одной работой. Я Елкәң генә булһын — ике ҡулға бер эш кенә табырға мөмкин! «Киске Өфө»,
№ 45, 2011. Ике ҡулһыҙ кеше көнлө, ярҙамсыһыҙ, сараһыҙ. □ Быть в безвыходном положении. Я Ара-тирә йукэ сой ҡағып алырға ла онотмай әсәһе [Ирәндеккә]: «Бәхетемә курә, әлдә һин бар әле. һинһеҙ — мин ике ҡулһыҙ». Ф. Мырҙаҡаев. Йүгерек ҡуллы кеше нәмәһенә тейеүсән; уғры. □ Вор. Йәнде ҡулға тотоп (йәки алып ултырыу) ныҡ ҡурҡып, ҙур хафа кисереү. □ соотв. Душа ушла в пятки, доел. Держать душу в ладонях. <Кеше> ҡул<ы> теймәгән берәү ҙә ҡағылмаған, оронмаған, теүәл; саф хәлдәге. □ Нетронутый, целый. Ҡаты ҡуллы бик аяуһыҙ, талапсан. □ Суровый, жестокий, очень требовательный. Ҡаты ҡуллы кеше. Я Тимашев бәхәстең башынан уҡ: «Ниңә әле был ҡаты ҡуллы хәрби губернатор ошо урта ҡул ғына чиновник менән сәйәсәт тураһында йомшаҡ ҡына һөйләшеп ултыра?» — тип аптыраны. 3. Ураҡсин. Морат Тайморзин ҡаты ҡуллы хужа ине. М. Тажи. Ҡоро ҡул <менән> буш ҡына, бер ниһеҙ. □ С пустыми руками. Я Айбулат улай һин уйлағанса ҡоро ҡул ҡайтмаған. һ. Дәүләтшина. Был егет тә эшләй-эшләй ҙә ҡоро ҡул менән ҡайтып китә. Әкиәттән. Ҡул араһына инеү эшкә ярай башлау, ярҙам итерлек булыу (ғәҙәттә, уҫеп килгән балаларға ҡарата). □ Подрасти, стать помощником. Улым ҡул араһына керҙе. Я Бер-береһен ҡарап, ярҙамлашып уҫерҙәр әле балалар. Өлкәне бына ҡул араһына инә башланы инде. Яр. Вәлиев. [Муллайән] ҡул араһына инә башлағас, атаһы уны ныҡлап эшкә екте. Ф. Иҫәнғолов, һинең, исмаһам, ҡул араһына инергә һеңлең бар. Минең әсәй ҡарсыҡ бөтөнләй яңғыҙ бит. X. Ибраһимов, һин саҡ ҡына ҡул арама керер инең. Юғиһә, бер уҙем бишкә ярылырҙай булып йөрөйөм. М. Кәрим. Ҡул арты (йәки ҡулы) ауыр кемдер башлаған эштең дауамы ауыр барғанда йәки кемгәлер берәй нәмә биргәндән һуң уңышһыҙлыҡ килгәндә әйтелә. □ Рука тяжёлая у кого. Ҡул арты (йәки ҡулы) еңел кемдер башлаған эштең дауамы ыңғай барғанда,
552