Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V. 553 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V

ҠУЛ
аҙағы уңышлы бөткәндә йәки кемгәлер берәй нәмә биргәндән һуң уңыш килеүгә ҡарата әйтелә. □ Рука лёгкая у кого. ■ Вәлим менән Халиҡ ҡарттарҙың ҡул арты еңел булды, төнгө сәғәт икеләрҙә .. егерме биш мең һум аҡса йыйылды. С. Агиш. [Зәйтүнәнең] ҡулы еңел тиҙәр, ултыртҡан ағасы ерҙе яратып тамыр ебәрә. Ш. Янбаев. Ҡул аҫтына инеү (йәки кереү) 1) кемдеңдер иркенә буйһоноу. □ Подчиняться; 2) үҫеп етеп ярҙамсыға әйләнеү (балаларға ҡарата). □ Подрасти, стать помощником. ■ Сөнки нисәмә йыл — атаһы мәрхүмдең ҡул аҫтына ингәне бирле — ошо урмандарҙа йөрөргә, ҡайһы бер төндәрен дә урманда үткәрергә тура килгәйне бит уға [Байморатҡа]. Н. Мусин. Ҡул аҫтынан сығыу (йәки китеү) буйһонмай башлау, үҙ иркенә эш итә башлау. □ Отбиться от рук. Ҡул аҫтында 1) яҡында, эргәлә генә. □ Под рукой, близко. ■ Ҡул аҫтында трафарет юҡ. Ниндәй биҙәк төшөрөргә икән стенаға... Картотека фондынан. Эш ҡоралдарың һәр саҡ ҡул аҫтында торһон,—ти [Тимерғәли ағай]. Ә. Зәйнуллин; 2) буйһонған хәлдә, ҡарамаҡта. □ (Быть) под началом кого, чьим, у кого; под начальством кого, чьим, у кого. ■ Ҡотлоярҙың .. ҡул аҫтында бер генә минутҡа ла тынғылыҡ юҡ. Д. Юлтый. Ашраф сәйәсәттән алыҫ торҙо, үҙ ҡулы аҫтындағы эшселәргә аяулы булды. Ә. Хәкимов. Ҡул бармау (йәки эшкә) ниҙер башҡарырға ҡыйыулыҡ етмәү, теләк булмау. □ Валиться из рук; опускать руки; рука не поднимается. ■ Ә бына Әфҡәт нисектер икенсерәк кеше булып сыҡты. Эшкә артыҡ ҡулы барманы. Ә. Вахитов. Ҡул бысратыу һуғыу, ҡул күтәреү. □ Пачкать руки об кого, обо что. ■ «Ташла, Әхтәм, кемгә ҡул бысратаһың?» — тип бышылданы уға Фёдор. В. Исхаҡов. [Тимер — Шәүәлигә:] Ҡурҡма, мин һиңә ҡул бысратмам,, ниңә япраҡ һымаҡ ҡалтырайһың? Б. Бикбай. Ҡулға алыу 1) тәртипкә килтереү. □ Привести в порядок. ■ Гәрәй, ҡайтып төшөү менән, атаһының емерелеп бөткән донъяһын үҙенең
ҡулына алды. Б. Бикбай; 2) ихтыярҙы туплау, юғалып ҡалмау. □ Брать (взять) в руки кого, что. И Директорҙың ыңғайын һиҙеп алған Рафиҡ үҙен ҡулға алды. Ә. Вахитов; 3) буйһондороу. □ Подчинить.® Шу л малайҙы ҡулыңа ал әле. Картотека фондынан. Ҡулға инеү (йәки төшөү) 1) милек булып килеү, кемдекенәлер әйләнеү (аҡса, мал хаҡында). □ Получить, приобрести (о деньгах, богатстве). Я Ә ҡулға ингән аҡса — бесәй төкорогө. Ғ. Лоҡманов; 2) ҡул аҫтына эләгеү. □ Оказаться в подчинении. М Хәҙер бөтә власть үҙ ҡулыма инеп торған саҡта, ни тип унан кон элгәре шөрләп ултырайым, ти. һ. Дәүләтшина. Ҡулға ирек биреү үҙеңде тыя алмай кешегә ҡул тейҙереп барыу. □ Давать волю рукам. ■ Бына әле, күҙе ташҡан, ауыл ҡыҙы тигәс тә, хәҙер үк эйәреп китеүгә һап итеп тора, тип уйлайҙыр әле! Ҡулдарына ирек бирә. Ф. Иҫәнғолов. Ҡулға төшөрөү ниндәйҙер законһыҙ юл менән үҙеңдеке итеү, үҙ милкеңә әйләндереү.
□ Заполучить. ■ Егор Николаевичтың уйҙары, хәҙер шул бер тирәлә сыуалды. Нисек итеп был ҡара айғырҙы ҡулға төшөрөргә?
3. Ураҡсин. Аҡселән буйҙарында еңел юл менән ҡулға мал төшөрөүселәр булһа, улар: «айыу майы һөрттөм», «сәлдерҙем» йәки «шылдырҙым» тип тормайҙар. Б. Бикбай. Ҡулдан килеү булдыра, башҡарып сыға алыу. □ Быть в состоянии; быть под силу. ■ Бойороҡ бирергә ҡулынан килгән кешегә һуҡраныу, зарланыу килешмәй. 3. Биишева. Ҡулдан китеү (йәки ысҡыныу) буйһоноуҙан сығыу, тыңламай башлау.
□ Отбиваться от рук, отбиться от рук.
■ Азамат үҙе генә өйҙә ултыра. Ағаһы һуңғы ваҡытта бөтөнләй ҡулдан ысҡынды. Урамдан ҡайтып инә белмәй. Ә. Бикчәнтәев. Ҡулда ут уйнатыу дәрт ташып тороу. □ Горит в руках чьих, у кого.
■ Йәштәр ҡулдарында ут уйнаталар. Картотека фондынан. Ҡул етмәй (йәки теймәй) эшләп өлгөрә алмау. □ Руки не доходят. ■ Ситән үрергә бағаналары ла
553