ҠУЛ
етерлек, сыбыгы ла килгән, ҡыйығына ағастары әҙер. Ә шуларҙы аҙбар итеп өйөргә ҡул етмәй ҙә ҡуя. Картотека фондынан. Ҡул күтәреү һуғыу, туҡмау. □ Поднимать руку на кого. ■ «Эй, Йәнбәк түрә! .. Ҡара уны, беҙгә ҡул күтәреп, аҙаҡ ҡан ҡоҫмағайың!» — тине яһаҡсыларҙың башлығы. Ә. Хәкимов. Заятүләктең туғандары бер-береһенә ҡул күтәргән, аҙаҡ килеп, ханлыҡ бөтөнләй емерелгән. Әкиәттән. Ҡул<ы> ҡалмаҫ эшләй алғанын да эшләмәгән, кешегә ярҙам итергә теләмәгән кешегә ҡарата ғәйепләү менән әйтелә. □ Руки не отвалятся у кого.
■ [Фәриҙә:]Һүҙ ыңғайында әйтәйем әле: өҫ-башығыҙ ҙа ҡатҡан күренә. Өйөгөҙҙә лә һирәк булаһығыҙ, ахыры. Тартынып тормағыҙ, беребеҙҙең дә ҡулыбыҙ ҡалмаҫ. Ғ. Ибраһимов. Ҡул ҡысыу һуғышырға теләп ҡысынып тороу. □ Руки чешутся у кого. ■ Улар [баяр балалары], беҙгә әйләнеп тә ҡарамай, йөрөй бирҙе. Уның һайын беҙҙең ҡул ҡысый, йоҙроҡ йомарлана барҙы. М. Кәрим. Ҡул менән һыпырып алғандай (йәки алып ташлағандай) ҡапыл ғына тотошлайы менән юғалыу (йоҡо, арыу һ.б. хаҡында). □ Как рукой сняло. ■ Абдулла һыуҙан бөтөнләй күңеле күтәрелеп сыҡты, арыуы ҡул менән һыпырып алғандай булды. Н. Мусин. Ҡул осонда эргәлә, яҡында ғына. □ Под рукой. Ҡул осонда тотоу. Ҡул осонда булыу. ■ [Тариф староста: ] Мин дәхи дә шуны әйтәм: балаҫ, кейеҙ һәр бер кешелә барҙыр, аларҙы ҡул осонда тотоу кәрәк. Ж. Кейекбаев. Ҡул тейҙереү 1) ҡул менән тейеү; алыу, тотоноу. □ Прикасаться к кому, чему; брать, трогать без разрешения. Кеше нәмәһенә ҡул тейҙереү. ■ Малайҙы ҡыҫып ҡосаҡлағым килһә лә, ҡул тейҙерергә баҙнат итмәйем. «Ағиҙел», №12, 2011; 2) ҡул яғыу, һуғыу, туҡмау. □ Трогать рукой, ударить, бить.
■ [Нәзирә:] Баланы урамға сығарыр хәл юҡ. Тағы бер генә ҡул яҡһын — бригадир улы тип тормам. Яр. Вәлиев. Ҡул теймәү ниҙелер эшләргә ваҡыт, форсат булмау. □ Руки не доходят до кого, чего. ■ Мин Өфөгә барып
сығырға ҡул теймәүен яҙам. С. Кулибай. Ҡул тығыу кәрәкмәгән, ярамаған эшкә ҡыҫылыу. □ Вмешаться, участвовать, доел. Руки совать. М Производство тармағына кем дә ҡул тыға ала, ә идеологик эш һәр кемдең дә ҡулынан килеп бөтмәй бит. Картотека фондынан. Ҡул һалыу 1) һорамай алыу, урлау. □ Красть. Кеше әйберенә ҡул һалыу. ■ Габдулла менән Айҙар үҙҙәре лә кеше ауына бер-ике тапҡыр ҡул һалғайнылар. М. Кәрим; 2) үҙ-үҙеңде үлтереү. □ Самоубийство. Үҙ-үҙеңә ҡул һалыу. Ҡул һелтәү ғәмһеҙ мөнәсәбәт күрһәтеү, өмөтһөҙ тип ҡарап, иғтибар бирмәү. □ Махнуть рукой на кого, на что. ■ Ҡалай итеп үҙ бәхетенә үҙе ҡул һелтәһен [Зөлхизә]?! 3. Биишева. Йорттоң аҡһаҡалдары .. күберәк Тимаш даулаған ерҙәргә ҡул һелтәү яғын ҡайырҙы.
3. Ураҡсин. Зәйнәғәбдин иһә өй эшенә күптән ҡул һелтәгән, уға беште ни ҙә, төштө ни. Картотека фондынан. Ҡул һуҙыу 1) үҙләштерергә ынтылыу, урлау. □ Украсть; посягать на чужое добро, доел. Руки протянуть. ■ Әммә шул ғәжәпләндерә беҙҙе: шундай ҙур ағайҙар, ошондай ҡарарҙың барлығын белә тороп, нисек оялмай дәүләт милкенә ҡул һуҙалар икән? «Башҡортостан», 15 март 2011. Тәбиғәт байлығына ҡул һуҙыусы хәсрәт һунарсыларға беҙҙең йәмғиәттә урын булырға тейеш түгел. Д. Шәрәфетдинов; 2) үҙенә алырға тырышып, ымһыныу (ҡатын-ҡыҙға). □ Покушаться (по отношению к женскому полу). Я Ҡатын-ҡыҙға ҡул һуҙыуҙың аҙағы нимә менән бөткәнен ир-ат яҡшы белһә икән! «Башҡортостан ҡыҙы», № 2, 2010; 3)ҡул оҙонайтыу (һуғыу, туҡмау). □ Бить. Бәләкәстәргә ҡул һуҙыу. Көсһөҙҙәргә ҡул һуҙыу — оят; 4) хәйер һорашыу. □ Просить милостыню. Хәйер һорап ҡул һуҙыу. Ҡул<ы> шымарыу ниндәйҙер эшкә өйрәнеп китеү. □ Набивать руку в чём, на чём. ■ Ә мулланың үҙенең дә бысраҡ эштә ҡулы шымарған инде: «Ярар, — ти абыстайға,— таң атыуға он алдыңда булыр!» Б. Бикбай. Ҡулынан то
554