ҠУЛАБАШ
тоу кемдеңдер мутлығын фашлау, урлашыу-ын асыу. □ Поймать за руку кого; дать по рукам кому. Я Халык контролёрҙары.. оятын юғалтҡан хәсрәт мөдир Фёдорованың бысраҡ ҡулынан тоттолар. Картотека фондынан. Ҡулынан үтеү кемдеңдер ҡарамағында булыу. □ Проходить через руки кого, чьи; пройти через руки кого, чьи. Я Артабан Ибраһим ағай егерменән ашыу госпиталдә дауаланды, тиҫтәләгән врачтар ҡулынан утте. Картотека фондынан. Ҡулына < эш > тейҙермәү кемделер аяу, ҡәҙерләү. □ Беречь, оберегать кого. Я Балалары эште бу-лешеп башҡаралар, әсәләренең ҡулына тейҙермәҫкә тырышалар. «Йәшлек», 3 февраль 2012. Ҡулын йыумаған һөйл. кеше әйберен урларға әүәҫ; ҡулсыр. □ Нечист на руку. Ҡулын ҡыҫҡартыу кемдеңдер иркен сикләп, тыйып тороу. □ Дать по рукам кому. доел. Укоротить руки. Я Үсләшмәне Зәйтунә, шулай ҙа Әйуповтың мутлыҡтарын курмәй утергә теләмәне .. уның берәй шомлоғон һиҙеп ҡалһа, шунда уҡ кәрәген әйтеп, Миңулланың ҡулын ҡыҫҡарта торҙо. Ғ. Ибраһимов. Ҡулын тотоу эшләргә, ни менәндер шөғөлләнергә ирек бирмәү, ваҡытты алыу. □ Мешать работать, не давать работать. Я Бына ике бала ғына ҡулымды тота. Булмаһа, бөгөндән ташлап сығып китер инем! Һ. Дәүләтшина. Теҙгенен ҡулға алыу нимәнең етәкселек итә башлау, етәкселекте тотоу. □ Брать (взять) в руки руководство. Я Шулай итеп, Әхмәтзыя Көрмәнкәй фермаһының теҙгенен уҙ ҡулына ала. Картотека фондынан. Тере ҡулһыҙ ҡалыу {йәки булыу) бөтөнләй ярҙамсыһыҙ тороп ҡалыу. □ Остаться (быть) совершенно беспомощным. Я Ҡараҡтар бөтә өс йөҙ баш атты упҡынға осора, отряд тере ҡулһыҙ ҡала. Картотека фондынан. Тере ҡул<һыҙ> итеү ярҙамсыһыҙ торғоҙоп ҡалдырыу. □ Оставить без помощника. Я «Tepe ҡулһыҙ иттең бит», — тип көйәләнде ҡарсыҡ һынған йәмкәне куреп. Картотека фондынан. Йә инде, ҡайһылайтып мине тере ҡул итеп
китте Сафурам... һ. Дәүләтшина. Ярҙам ҡулы һуҙыу кәрәк саҡта ярҙам итеү, бәлә-ҡазанан, ҡыйынлыҡтан ҡотҡарып алыу. □ Протянуть руку помощи. Я [Байтурә] .. бәхетһеҙлеккә осраған кеше булһа, уға ярҙам ҡулы һуҙырға ла кәрәк ине бит. Картотека фондынан.
ҠУЛ II (Р.: лог, ложбина; И.: hollow; T.: çukur) и. геогр.
Ҡалҡыу ерҙән, тауҙан төшкән һөҙәк ярлы соҡор; үҙәк. □ Лог, ложбина. Ҡул буйлап барыу. Ҡайынлы ҡул.
ҠУЛ III с. ҡар. ҡулай I. Ҡул эш.
ҠУЛА I (Р: бронза; И.: bronze; T.: bronz, tunç) и. иҫк.
Баҡыр менән ҡурғаш иретмәһе; бронза. □ Бронза. Ҡула табыу. Ҡула иретеу. Я Башҡортостан археологы Н. А. Мәжитов тарафынан табылған ҡула (бронза) телле пластинка башҡорт ҡумыҙының мең йылдар төпкөлөнән һаҡланып ҡалған бик һирәк ҡомартҡыһы иҫәпләнә. «Шоңҡар», №6, 2011.
ҠУЛА II (Р.: ведёрко для варки пищи в поле; И.: bucket for cooking in the field; T.: yemek pişirme kovası) и.
1. Ҡырҙа аш әҙерләй торған ҡылыслы һауыт. □ Ведёрко для варки пищи в поле. Аҫҡаҡҡа ҡула элеу. Ҡула аҫыу. Ҡулала аш бешереу. Я Ҡыуыш алдында ут яна, аҫҡаҡҡа элгән ҡулала сәй ҡайнай. Ж. Кейекбаев.
2. Һалдаттарҙың үҙҙәре менән йөрөтә торған аш-һыу һауыты; тимер күнәсек, котелок. □ Котелок. Ҡулаға һалынған һалдат бутҡаһы. Я Ҙг/р палатка эргәһендә иңдәренә мылтыҡ, билдәренә ҡула, тимер кәрәк аҫҡан һалдаттар куренә. Д. Юлтый. Усаҡ ялҡындары өҫкә урмәләгән һайын, Рәмилдең куңелен ҡулала бешкән тәмле суртан һурпаһы ашҡындырҙы. Р. Ҡол-Дәүләт.
ҠУЛАБАШ I (Р: слабый; И.: weak; T.: zayıf) с. диал.
Тотоуға ипһеҙ; ҡулайһыҙ, бешәлкәһеҙ (ҡулға ҡарата). □ Слабый, неловкий, неспо-
555