ҠУЛАЙЛАШТЫРЫЛЫУ
хужалар өсөн ҡулай килде. «Таң», 4 июнь 2010.
2. Кемдеңдер талаптарына тура килеү, ыңғайына һыпырыу. □ Быть (играть) на руку кому-л. Ишәйенә ҡушайы ҡулай килгән. М Улай булғас, — тигән уның эргәһендә ултырған бер аҡһаҡал, — мин һиңә ҡулай килгән берәүҙе беләм. Әкиәттән. [Урманцева:] Бик тере, сәсрәп торған кеуек күренәһең һин, аҡыллым. Ҡайһылай ҡулай килдең бит әле! С. Агиш.
♦ Ҡулай килһен! берәй эш эшләгәндә уңыш теләп әйтелә. □ Удачи! (пожелание). ■ «Юлығыҙ уң булһын, эшегеҙ ҡулай килһен!» — тип оҙата ине өләсәйем беҙҙе эшкә. «Юшатыр», 29 сентябрь 2009.
ҠУЛАЙ ҠАРАҒОШ (Р.: стервятник; И.: Egyptian vulture; T.: Mısır akbabası) и. зоол. диал.
Бейек ағаслы ҡуйы урмандарҙа, ҡая-таштарҙа йәшәгән, үләкһә, ваҡ йәнлектәр менән туҡланған ҙур күкһел ҡара төҫтәге ултыраҡ ҡош; ҡоҙғон. □ Стервятник (лат. Neophom percnopterus). Ҡулай ҡарағоштоң тауышы көслө. ■ Ҡулай ҡарағош көрән таптар менән сыбарланған 5—6 бөртөк йомортҡа һала. Интернет селтәренән. Ҡулай ҡарағоштоң эйәгендә ҡаты ҡылдарҙан «һаҡал» була. Ҡулай ҡарағош тәбиғәт санитары булараҡ файҙалы. Э. Ишбирҙин.
ҠУЛАЙЛАМА (Р: приспособление; И.: device; attachment; implement; T.: aygıt) и.
Эште еңелләштереү өсөн яһалған махсус ҡоролма. □ Приспособление, устройство. Автоматик ҡулайлама. Ҡулайлама уйлап сығарыу. ■ Ул [трамвай] хәрәкәт итеү мөмкинлеге сикләнгән пассажирҙарға салонға инеү һәм унан төшөү өсөн махсус ҡулайлама менән йыһазландырылған. «Башҡортостан», 28 июль 2012. Йырма — ағасты йырып, улаҡ рәүешенә килтерелгән ҡулайлама. «Урал», 10 май 2011.
ҠУЛАЙЛАНДЫРЫУ (ҡулайландыр-) ҡ. йөкм. ҡар. ҡулайлау, понуд. от ҡулайлау. Фатирҙы ҡулайландырыу. М Бинаны бала
лар баҡсаһына яраҡлаштырып ҡулайландырыу эшен 10 авгусҡа тамамларға тейештәр. «Көнгәк», 10 март 2012.
ҠУЛ АЙЛАНЫУ (ҡулайлан-) ҡ.
1. төш. ҡар. ҡулайлау, страд, от ҡулайлау. Утын бысыу өсөн кузла ҡулай-ланған. В Бесән эшләгәндә файҙаланыу өсөн кәрәк-яраҡ әҙерләнде, йәтешләнде, бигерәк тә салғылар ҡулайланды. «Шоңҡар», № 5, 2011. [Гимерғотло] йөҙ һикһән азаматын һайлап алды, .. яу ҡоралы бары ла ҡулайланды. «Бабсаҡ менән Күсәк».
2. Ниндәйҙер шартҡа, нимәгәлер яраҡлашыу. □ Приспосабливаться, приспособиться к чему-л. Яңы шартҡа ҡулайланыу. Тормошҡа ярашлы ҡулайланыу. ■ Әхмәҙулла Исламович бындағы тәртиптәргә күптән үк ҡулайланып, күнегеп бөткәйне булһа кәрәк. Ф. Әсәнов.
ҠУЛАЙЛАТЫУ (ҡулайлат-) ҡ. йөкм. ҡар. ҡулайлау, понуд. от ҡулайлау. Дәреслектәрҙе Федераль дәүләт белем биреү стандарттары талаптарына ҡулайлатыу.
ҠУЛАЙЛАУ (ҡулайла-) (Р: приспосабливать; И.: adapt; T.: uydurmak) ҡ.
1. Ниндәйҙер эш, талапҡа яраҡлы, йәтеш-ле итеү. □ Приспосабливать, приспособить к чему. Ҡулайлап алыу. Ҡулайлап биреү. Ҡулайлап бөтөү. Иҫке һыуытҡысты инкубаторға ҡулайлау.
2. Яйға, ипкә килтереү. □ Привести в порядок, поправить что. ■ [Сафа Солэй-мәнович] һирәк-мирәк кенә сәстәрен тараш-тырҙы, галетугын төҙәтте, кейгән кейемен һыйпап ҡуйҙы, шунан ғына эш урынын ҡулайланы һәм яйлап ҡына ултырғысына килеп ултырҙы. М. Тажи. Туғыҙаҡ саңғыларына күҙ ташланы, яурынына аҫҡан мылтығын ҡулайланы. Ә. Чаныш.
3. Уңайлаштырыу, йәтешләү. □ Сделать удобным. Трамвай, троллейбустарҙың инеү-сығыу урынын ҡулайлау.
ҠУЛАЙЛАШТЫРЫЛЫУ (ҡулайлаштырыл-) ҡ. төш. ҡар. ҡулайлаштырыу. страд, от ҡулайлаштырыу. ■ [Ғәлинур]
557