Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V. 559 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V

ҠУЛАЛМАШ
уҙе, киленән ҡыҫҡа, юнған да ташлаған, гуйә, ҡулайһыҙ оҫта. Р. Назаров.
ҠУЛАЙҺЫҘЛЫҠ (ҡулайһыҙлығы) (Р: неудобство; И.: inconvenience; T.: sıkılma) и.
Уңайһыҙлыҡ, яйһыҙлыҡ. □ Неудобство. Ҡулайһыҙлыҡ тыуҙырыу. Ҡулайһыҙлыктар-ға кунеу.
ҠУЛАЙЫМЛАУ (ҡулайымла-) (Р: рассчитывать заранее; прикидывать; И.: estimate in advance; T.: tahmin etmek) ҡ. һөйл.
Алдан уйлап самалау. □ Рассчитывать заранее; прикидывать. Ҡулайымлап алыу. Я Эште эшләр алдынан ҡулайымлап алған яҡшы. Экспедиция материалдарынан. Ҡарттар әйтә: «Ялбыр ҡустым, малыңды ҡула-йымлабыраҡ тот, бөләһең бит»,— ти. Әкиәттән. • Ҡулайымламай ҡул яҙылмай. Мәҡәл.
ҠУЛА ҠАҘАН (Р: суженный книзу небольшой котелок с ручкой; И.: kind of small mess-tin; T.: küçük kazan) и.
Төбөнә табан тарая барған, өйҙә йәки ҡырҙа аш әҙерләй торған ҡылыслы һауыт. □ Суженный книзу небольшой котелок с ручкой (для варки пищи в домашних или полевых условиях). Аҫҡаҡҡа ҡула ҡаҙан элеу. Ҡула ҡаҙан аҫыу. Ҡула ҡаҙанда былау бешереу. ■ Ҡоро ҡарағай ботаҡтары гөрләп янған усаҡ өҫтөнә таған ҡоролоп, уға өс ҡула ҡаҙан эленгән. Н. Мусин.
ҠУЛАҠСА (Р: наличные деньги; И.: cash; T: nakit para) и.
Ҡулда булған, ҡулдағы аҡса. □ Наличные деньги. Ҡулаҡса биреу. Ҡулакса йыйыу. Ҡулаҡса иҫәпләу.
ҠУЛАҠСАҒА (Р.: за наличный расчёт; И.: for cash; T.: nakit) p.
Ҡулаҡса биреп. □ За наличный расчёт. Ҡулаксаға алыу. Ҡулаксаға һатыу. Ҡулаҡ-саға һөйләшеу.
ҠУЛАҠСА ТҮЛӘҮ (Р: наличный расчёт; И.: cash payment; T: nakit ödeme) и. фин.
Ҡулда булған аҡса менән иҫәпләшеү. □ Наличный расчёт. Ҡулаҡса туләу менән иҫәпләшеу. Ҡулаҡса туләу өсөн килешеу.
ҠУЛАҠСАҺЫҘ (Р: за безналичный расчёт; И.: without cash; T: peşinatsız) p.
Ҡулаҡса бирмәйенсә. □ За безналичный расчёт. Ҡулаҡсаһыҙ иҫәпләшеу. Ҡулаксаһыҙ алырға килешеу. М Ҙур ойошмаларҙа ҡулаҡсаһыҙ иҫәпләшеуҙәр генә рөхсәт ителә. «Йәшлек», 26 октябрь 2012.
ҠУЛАҠТА (Р: наручники; И.: handcuffs; T: kelepçe) и. диал.
Тотҡондағы кешенең ҡулына кейҙерә торған тимер ҡоршау; ҡул бығауы. □ Наручники. Ҡулакта эшләтеу. Енәйәтсегә ҡулаҡта кейҙереу. ■ Салауаттай ирҙәр баш эймәҫ, ҡулдарына ҡулаҡта, аяҡтарына бығау һалһаң да. Халыҡ йырынан. Сынйыр ҡулаҡтанан бушанып ҡалғас, Алпамыша бер кирелеп ҡуйҙы, ти. «Алпамыша».
ҠУЛАЛДЫ I (Р: подручный; И.: at hand; T: eldeki) с.
Ҡул осондағы, яҡындағы. □ Подручный, находящийся под рукой; близкий. Ҡулалды әйбер. • Ҡулалды әйбер ҡул буйы ятыр. Мәҡәл.
ҠУЛАЛДЫЩР: неприхотливый; И.: unpretentious; T: seçmez) с.
1. Әрһеҙ, эшкә талымһыҙ булған. □ Неприхотливый. Ҡулалды мал. • Ҡулалды ат төптән тартыр. Мәҡәл.
2. Һаҡлап, ҡәҙерләп тотолмай торған (әйбер):, көндәлек, ҡәҙерһеҙ, әрһеҙ (кейем). □ Повседневная (вещь)', обесцененная (одежда). Ҡулалды кейем. Ҡулалды ашъяулыҡ. М Юлға ҡулалды кейемдәремде кейеп ултырҙым. Ш. Янбаев. • Итегем — ҡулалдыға, ситегем — һыйға. Мәҡәл.
ҠУЛАЛМАШ I (Р: взаимопомощь; И.: mutual assistance, mutual readiness to help; T: karşılıklı yardım) и.
Үҙ-ара ярҙамлашып, алмаш-тилмәш эшләнгән эш. □ Взаимопомощь, взаимовыручка. Ҡулалмаш эш. Ҡулалмашҡа сығыу. Ҡулалмашҡа эшләу. ■ [Сәмиҙең] тракторы бар саҡта бер-береңә ҡулалмаш эштәр эшләнде инде,.. улар һиңә килә, һин — уларға. Ә. Әминев. «Йәй көнө миңә көнгә-көн ҡу
559