ҠУЛАТҠА ҺУҒЫУ
яурын — арыҡ, йөҙө — һөрөнкө. Арҡаһынан һөйөп утке килә, бала саҡҡа килә төрөнгө. Р. Йәнбәк.
ҠУЛАРҠА (Р: тыльная сторона руки; И.: back of the hand; T.: elin tersi) и. анат. диал.
Ҡулдың усҡа тиҫкәре яғы, ҡул һырты. □ Тыльная сторона руки. Ҡуларкам бысранған. Ҡуларҡаһы сыйылған.
ҠУЛ АРҠАҺЫ и. анат. диал. ҡар. ҡул-арҡа. Ҡул арҡаһы менән куҙҙе ыуыу.
ҠУЛ AC I (Р: кожаный сосуд из кожи передних конечностей лошади; И.: kind of national leather vessel; T.: deri kap) и. этн. диал.
Йылҡы малының алғы аяҡ тиреһенән яһалған тар ауыҙлы ҡымыҙ һауыты; ҡуллыҡ. □ Кожаный сосуд из кожи передних конечностей лошади. Ҡымыҙҙы ҡуласҡа ҡөйөу. Эйәргә ҡулас тағып алыу.
ҠУЛАС II (Р: маленький; И.: little; T: küçük) с. диал.
Бәләкәй, ҙур булмаған. □ Маленький. ■ Башмаҡты, һарыҡты һаттым да ҡулас өй алдым. Экспедиция материалдарынан.
ҠУЛАСА I [рус. колесо] (Р: колесо; И.: wheel; T.: tekerlek) и.
1. Һыу йәки ел ярҙамында әйләнә торған махсус тәгәрмәс. □ Колесо водяной или ветряной мельницы. Тирмән ҡуласаһы. Ҡуласа алыштырыу. Ел тирмәненең ҡуласаһы, һыу тирмәненең ҡуласаһы. Пар машинаһының ҡуласаһы.
2. Төрлө механизмдарҙа тигеҙ хәрәкәтте тәьмин иткән ауыр, һәлмәк тәгәрмәс; ҡалаҡлы вал. □ Маховое колесо. Маховик ҡуласаһы. Балсыҡ һауыт эшләу ҡуласаһы. Станок ҡуласаһы.
3. диал. Төрлө нәмәләрҙе әйләндереп хәрәкәткә килтерә торған түңәрәк ҡулайлама; тәгәрмәс. □ Колесо. Арба ҡуласаһы. Тешле ҡуласа. ■ Мин, тайып йығылып, ҡуласа өңгән ергә йыйылған батҡаҡҡа тәкмәсеп барып яттым. Ж. Кейекбаев.
4. кусм. Тормош (ҡуласа кеуек әйләнеп торған йәшәу). □ Жизнь (как колесо). Яҙмыш ҡуласаһы. Шайтан ҡуласаһы. ■ Тормош ҡуласаһы ғумер баҡый ана шулай әйләнә инде: әҙәм балаһы ҡышын «бер ҡараға баҫһаҡ» тигән өмөт менән йөрөй, яҙ етеп, «ҡараға баҫтымы», киләһе йыл хәстәрен курергә тотоноп китә. Картотека фондынан. Ауыл советына инеп, Фазыл менән эйәк ҡағып ҡына иҫәнләшкәс, уны ҡарашы менән өтөп: «Донъя — ҡуласа. Теге эшкә нөктә ҡуйырға иртә әле!» — тине лә Килмәтов йомошон йомошларға ашыҡты. Ә. Хәкимов. Көҙ етеп, йәнә бер ҡышы ла уҙып, яҙ ҡояшы йылыта, ә тормош мәшәҡәттәре һаман бөтмәй; ул олоһон-кесеһен сырмалсыҡ ауына төрөп алған да уҙенең ҡуласаһынан ыскындырмай, өҙлөкһөҙ әйләнә лә әйләнә. Н. Мусин. Ҡатын-ҡыҙҙар советында эшләй башлағаны бирле, тормошомдоң ҡуласаһы шәберәк әйләнә башланы. Г. Яҡупова. • Тормош бит ул ҡуласа, әйләнә лә бер баҫа. Әйтем.
ҠУЛАСА II (Р: колёсико; И.: castor, caster; knob; T: tekerlek) и. диал.
1. Механизмдарҙа әйләнеп тороусы бәләкәй яйланма. □ Колёсико. Сәғәт ҡуласаһы.
2. Шәм сығыры. □ Колёсико лампы. Шәм ҡуласаһын борғолау.
ҠУЛАСАЛЫ (Р: имеющий колесо; И.: having wheels; T: tekerlekli) c.
Ҡуласаһы булған. □ Имеющий колесо, колёсный. ■ Ҡуласалы тәгәрмәстең эсендә эй саба тейен, эй саба, иртәһен дә, кисен дә. «Ағиҙел», № 2, 2010.
ҠУЛАТ и. диал. ҡар. ҡулауыҡ. Ауыл ҡу-латта урынлашҡан.
ҠУЛАТҠА [рус. колодка] (Р: колодка; И.: block; T: köstek) и. иҫк.
Уҫал малдың аяғына һала торған ағас ҡоршау. □ Колодка. Кулатҡа һуғылған мал.
ҠУЛАТҠА ҺУҒЫУ (ҡулатҡа һуҡ ) (Р: подбить колодки; И.: put into blocks; T: köstek vurmak) ҡ. иҫк.
Уҫал малдың аяғына ағас ҡоршау кейҙереү. □ Подбить колодки на скотину.
561