ҠУЛ БИРЕҮ
дәй, йөҙө-төҫө һарғайған .. бер ҡарсыҡҡа һырышҡан бер һылыу ҡыҙыҡайға Урал барып тап булған. «Урал батыр».
♦ Ҡул-аяғы менән ҡаршы булыу нимәгәлер ҡаршы тороу, риза булмау. □ Решительно отказываться от чего-л:, отбиваться руками и ногами; решительно противиться чему-л. Г Өйҙө ҡыйыҡлап кеше рәтенә индерәм тиһәң, һин һәр ваҡыт ҡул-аяғың менән ҡаршы тораһың. Т. Йәнәби. Ҡул-аяғын бәйләү эштә, хәрәкәттә иректе сикләү. □ Связать руки и ноги кому-л., связать кого-л. по рукам и ногам; парализовать чью-л. деятельность. Я Айырмаҫтан йәш-ҡартты, ҡул-аяғын бәйләтеп, арыуҙарын һайлатып, йыл да бер ҡат йыйҙыра, һарайына алдыра [Катил батша]. «Урал батыр».
ҠУЛАЯҠЛЫЛАР и. зоол. ҡар. иңбаш-а яҡлы лар.
ҠУЛ БАГАЖЫ (Р.: ручной багаж; И.: hand baggage; T.: el bagajı) и.
Ҡулда күтәреп йөрөтөрлөк йөк, ҡул йөгө. □ Ручной багаж, ручная кладь. Ҡул багажын уҙең менән алырға ярай. Аэропортта ҡул багажы юғалды.
ҠУЛ Б АЛ А (Р: грудной ребёнок; И.: infant; T.: süt çocuğu) и. диал.
Яңы тыуған бала, бәпес. □ Грудной ребёнок. Ҡыҙының ҡулбалаһы илай. Инәһенән ҡулбала булып ҡына ҡалған.
ҠУЛБАУ (Р: браслет из бусинок или кораллов; И.: kind of coral bracelet; T.: bilezik) и. этн.
1. Мәрйен, сулпылар тағып яһалған беләҙек. □ Браслет из бусинок или кораллов, надеваемый на запястье. Ҡулбау тағыу. Мәрйендәрҙән ҡулбау теҙеу. Я Егет тауышын ҡыҙ ишетһә, шалтыратыр ҡулбауын. Халыҡ йырынан.
2. Ҡулға тағыла торған тәңкә бау. □ Повязка из монет, надеваемая на руку. Кулба-уындағы тәңкәләр сылтырай. Ҡулбау буләк итеу. Ҡулбау эшләу.
3. Төрлө төҫтәге мунсаҡтарҙан яһалған ҡулға таға торған беләҙек. □ Браслет из разноцветных бус. Ҡулбауы бигерәк матур, мунсаҡтары төрлө-төрлө. Сәйләндәрҙән теҙелгән ҡулбау.
ҠУЛБАШ (Р: плечо; И.: shoulder; T.: omuz) и.
1. анат. Ҡулдың яурынға тоташҡан урыны; иңбаш. □ Плечо. / Плечевой. Ҡулбашҡа һалыу. Я Мәрәһим һәнәген, Аҡйондоҙ тырмаһын ҡулбашына һалып, миңә ҡаршы килеп сығыр төҫлө. М. Кәрим. Ҡыуан аңлап, әй, Ватан, беҙ аңланыҡ хәлеңде .. һине һалып ҡулбашҡа, беҙ йөкләнек ғәмеңде. Ш. Бабич.
2. Күлдәк һ. б. кейемдәрҙең яурын турыһы. □ Плечики. Киң ҡулбаштар. Ҡулбаш ултыртыу. Я [Бәҙри] мейес алдында кулдәгенең ҡулбашына ямау һалып ултырған Йәмиләнелә буш ҡалдырманы. М. Ғафури.
ҠУЛБАШ БЫУЫНЫ (Р: плечевой сустав; И.: shoulder joint; T: omuz) и. анат.
Ҡулдың яурынға тоташҡан урынындағы быуын. □ Плечевой сустав. Ҡулбаш быуыны сыҡҡан. Ҡулбаш быуыны һыҙлай.
ҠУЛБАШ ҠАЛАҒЫ (Р: лопатка; И.: shoulder-blade; T.: kürek kemiği) и. анат.
Арҡаның юғары өлөшөндәге өс мөйөшлө ике яҫы һөйәктең береһе; ҡалаҡ һөйәге. □ Лопатка. Ҡулбаш ҡалағы ауырта.
ҠУЛБАШ ҺӨЙӘГЕ (Р: плечевая кость; И.: humerus; T: kol kemiği) и. анат.
Ҡулдың яурынға тоташҡан урынындағы һөйәге. □ Плечевая кость. Ҡулбаш һөйәге һыҙлай. Ҡулбаш һөйәгенә көс төшөу.
ҠУЛ БИРЕҮ (ҡул бир-) (Р: подать руку, здороваться; И.: shake hands; T.: selam vermek) ҡ.
1. Күрешеү йәки һаубуллашыу билгеһе итеп кешегә ҡул һуҙыу. □ Подать руку, здороваться. Курешергә ҡул биреу. Я Ҡул биреу, сәләм алыуға һис тәнәззел итмәй (тубәнселек курһәтмәй) ул; халыҡ, ябай кешегә серҙәрен белгертмәй ул. М. Ғафури.
563