Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V. 564 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V

ҠУЛ БОЛҒАУ
2. кусм. Килешеү йәки дуҫлыҡ билгеһе итеп кешегә ҡул һуҙыу. □ Подать руку в знак согласия или примирения; выражать согласие. Ҡул бирешеп килештеләр.
3. кусм. Кемгәлер ярҙам итеү. □ Помогать, способствовать кому-л:, протянуть руку помощи. Тауға менгәндә кул биреу. • [Наҙан кеше] йығылғанға ҡул бирмәҫ, батып барғанға бау һуҙмаҫ. Мәҡәл.
4. дини. Юғары дин эшмәкәренән муллалыҡҡа фатиха алыу. □ Получить добро у высокопоставленного религиозного деятеля на должность муллы. М 1910 йылдың ҡышында, ишанға ҡул бирергә барыусы уҙебеҙҙең ауыл Сафиулла ағайға ултыртып, мине Стәрлебаш ауылына уҡырға ебәрҙеләр. Т. Йәнәби.
ҠУЛ БОЛҒАУ (ҡул болға-) (Р.: махать рукой; И.: wave a hand; T.: el sallamak) ҡ.
Хушлашҡанда ҡул иҙәү. □ Махать рукой (при прощании). Һеңлемдең ҡул болғауын куреп торҙом. Ҡул болғап ҡалыу. Тәҙрә аша ҡул болғау.
ҠУЛ БЫСҠЫҺЫ (Р: ножовка; И.: hacksaw; T.: kaptırma) и.
Ваҡ нәмәләрҙе быса торған бәләкәй бысҡы. □ Ножовка. Ҡул бысҡыһы һатып алыу. Ҡул бысҡыһы менән бысыу.
ҠУЛҒА АЛЫНЫУ (ҡулға алын ) (Р.: быть арестованным; лишиться свободы; И.: become a prisoner; T.: tutuklanmak) ҡ.
Һаҡ аҫтына алыныу; иркенән мәхрүм ителеү. □ Быть арестованным; лишиться свободы. Ҡулға алынған егет. Ҡулға алынған демонстранттар. ■ Бының өҫтөнә, ҡулға алынған бер нисә егеттең, милициянан ҡасып, ҡоротҡослоҡ юлына баҫыуы билдәле булды. Ә. Хәкимов. Биш кеше ҡулға алынды, ҡалғандары өйҙәренә таратылды. Я. Хамматов. Ҡарсыҡтың ҡулға алыныу ын ишеткәс, Ғәлимәнең шатлығының сиге булманы. Т. Ғарипова.
ҠУЛҒА АЛЫУ (ҡулға ал-) (Р: взять в руки; И.: take into one’s hands; T.: eline almak) ҡ.
1. Нимәнелер ҡулға тотоу. □ Взять в руки. Ҡитапты ҡулға алыу.
2. Иркенән мәхрүм итеү, һаҡ аҫтына алыу. □ Арестовать.//Арест.
ҠУЛҒА-ҠУЛ ТОТОНОП (Р: рука об руку; И.: hand in hand; T.: koi kola) p.
1. Бер-береңдең ҡулына тотоноп; етәкләшеп. □ Рука об руку, взявшись за руки. Ҡулға-ҡул тотоноп тауға менеу. Ҡулға-ҡул тотоноп атлау.
2. Бергә, берҙәм, дуҫ, татыу. □ Рука об руку с кем-л:, вместе, дружно. Ҡулға-кул тотоноп эшләу. Ҡулға-ҡул тотоноп йәшәу.
ҠУЛҒА-ҠУЛ ТОТОНОШОП р. ҡар. ҡулға-ҡул тотоноп.
ҠУЛҒА-ҠУЛ ТОТОШОУ (ҡулға-ҡул тотош-) (Р.: браться за руки; И.: join hands; link arms; T.: el ele tutuşmak) ҡ.
1. Бер-береһенең ҡулына тотошоу, етәкләшеү. □ Браться (взяться) за руки. Ҡулға ҡул тотошоп әйләнеу. М Йәш-елкенсәк ҡара-ҡаршы төшөп бейей, әйлән-бәйлән йөрөп йырлай, ҡулға-ҡул тотошоп, «ҡапҡалы», «сылбыр уйыны» уйнай. М. Кәрим. Егет менән ҡыҙ ҡулға-ҡул тотошоп алғандар ҙа ургә елкенәләр, донъяларын онотҡандар. Р. Камал.
2. кусм. Берҙәм эшләү, бер-береңә ярҙам итешеү, бергәләшеү. □ Действовать сообща, идти рука об руку, браться за руки, объединяться. Ҡулға-ҡултотошопэшләу. Ҡулға-ҡул тотошоп йәшәу. Н Ҡуңелдәрегеҙҙәге илаһи һөйөу хисенең ҡәҙерен белеп, тормош юлын ҡулға-ҡул тотошоп, бер-берегеҙгә терәк-таяныс булып утегеҙ! Ф. Сәлимова.
ҠУЛҒАМЫТ ИТЕҮ (ҡулғамыт ит-) (Р: наладить; И.: adjust; T.: düzene getirmek) ҡ. диал.
1. Эшкә ярарлыҡ итеү, эшкә индереү. П Наладить, поправить. Иҫке арбаны ҡулғамыт итеу. ■ Беҙ арыуыраҡ булғас ҡына өйҙө ҡулғамыт иттек. Экспедиция материалдарынан.
2. Йүнен күреү, юлын табыу. □ Наладить, найти способ, выход. ■ Юҡ-барҙы
564