Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V. 565 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V

ҠУЛДАМА
ҡулғамыт итеп балалар ҡараным. Экспедиция материалдарынан.
ҠУЛҒАМЫТЛЫҠ БУЛЫУ (ҡулғамытлыҡ бул-) (Р.: стать работоспособным; И.: become able-bodied; T.: çalışabilmek) ҡ. диал.
Эшкинеү, ниҙер эшләргә һәләтле булыу, эшкә ярау. □ Быть работоспособным. Ҡул-ғамытлыҡ булған бала. М Ат ҡыуырға ҡулғамытлыҡ булғандан алып, .. атаһы [Буранбайҙы] атҡа ултыртты. Т. Килмөхәмәтов.
ҠУЛҒА ӨЙРӘТЕҮ (ҡулға өйрәт-) (Р.: приручать; И.: tame, train; T.: evcilleşmek) ҡ.
1. Мал-тыуарҙы, ҡырағай йәнлекте йәки ҡошто үҙ иркеңә буйһондороп, кеше янында торорға өйрәтеү; ҡулға эйәләштереү. □ Приручать. Бәрәстәрҙе ҡулға өйрәтеү. Быҙауҙы ҡулға өйрәтеү. М Ярты йыл самаһы ваҡыт үтте, бүре балаһын ҡулға өйрәтеп булманы. С. Әлибаев.
2. һәр ваҡыт күтәреп йөрөтөп, ҡулға күнектереү (бала тураһында). □ Приучать к рукам (ребёнка). Баланы ҡулға өйрәтеү.
ҠУЛҒА ҺАУЫУ (ҡулға һау-) (Р: доить корову без подпуска телёнка; И.: milk without a calf; T.: ineği buzağısız sağmak) ҡ. диал.
Һыйырҙы быҙауһыҙ һауыу, ҡулға эйеү. □ Доить корову без подпуска телёнка. Һыйырҙы ҡулға һауыу. ■ Ҡулға һауған һыйырҙар тулыһынса эймәй. Экспедиция материалдарынан.
ҠУЛҒА ЭЙЕҮ (ҡулға эй-) ҡ. ҡар. ҡулға һауыу, һыйырҙы ҡулға эйеп кенә һауыу. Ш һыйырҙы ҡулға эйһәң, һөтлө булмай. Экспедиция материалдарынан.
ҠУЛҒА ЭЙӘЛӘШЕҮ (ҡулға эйәләш-) (Р.: приручаться; И.: be tamed; T.: evcilleşmek) ҡ.
Кешеләр менән бергә йәшәргә өйрәнеү, кешенән ҡурҡмау. □ Приручаться, быть приручённым. Ҡоштарға ҡулға эйәләшеү ауыр булманы. Терпе ҡулға тиҙ эйәләшә.
ҠУЛҒА ЭЙӘЛӘШТЕРЕҮ (ҡулға эйәләштер-) (Р.: приручить; И.: tame; T.: evcilleştirmek) ҡ.
Ҡоштарҙы, ҡырағай йәнлектәрҙе, хайуандарҙы үҙ иркеңә буйһондороп, ҡулға илек-тереү. □ Приручить. Ҡоралайҙы ҡулға эйәләштереү. Тейенде ҡулға эйәләштереү.
ҠУЛҒИКМӘК (ҡулғикмәге) (Р: хлеб из пресного теста; И.: unleavened bread; T.: mayasız ekmek) и. диал.
Сөсө икмәк. □ Хлеб из пресного теста (печётся в горячей золе). Ҡулғикмәк бешереү. Ҡулғикмәкте кәлдән алыу.
ҠУЛ-ҒЫУАТ (Р: дремучий лес; И.: dense forest; T.: deli orman) и. диал.
Ҡалын урман. □ Дремучий лес. Арыраҡ барғас, ҡул-ғыуатҡа килеп ингәндәр. Ҡул-ғыуаттан сыға алмаған. Ҡул-ғыуатта аҙашыу.
ҠУЛДАҒЫ (Р: имеющийся на руках; И.: available; in cash; T.: eldeki) c.
1. Ҡулда булған. □ Имеющийся на руках. Ҡулдағы аҡса менән хисаплашыу. Ҡулдағы аҡса бөтөү. • Аҡыллы ир шул булыр: ҡулдағыһын алдырмаҫ, кеше һайын туҡталып, юҡ һүҙ һөйләп ҡаңғырмаҫ. Мәҡәл. Ҡулдағыһын биреп, ас ҡалған. Әйтем. Алдағыһын эҙлә, ҡулдағыһын юғалтма. Әйтем.
2. Ҡулда күтәреп йөрөтә торған (бала). □ Грудной (ребёнок), ребёнок на руках. Ҡулдағы бала менән ҡалыу. ■ [Айгөл] ҡулдағы балаһын сәңгелдәккә һалды ла, сәй әҙерләргә тотондо. Ф. Сәлимова.
♦ Ҡулда ғына йөрөтөү ҡәҙерләп кенә тороу, иркәләү. □ Носить на руках, беречь, холить, лелеять; баловать. М Халык .. теләгәнсә һыу ала, mu .. Аҡъял батырҙы .. ҡулда ғына йөрөтәләр, ти. Әкиәттән.
ҠУЛДАҒЫ АҠСА и. ҡар. ҡулаҡса. Ҡулдағы аҡсаларҙы иҫәпләү. Ҡулдағы аҡсаны биреп тороу. Ҡулдағы аҡсаны банкка процентҡа һалыу. • Ҡулдағы аҡсаңды елгә сәскәнсе, ергә сәс. Әйтем.
ҠУЛДАМА и. кул. ҡар. ҡуллама. Ҡулда-ма әҙерләү. Ҡулдамалыҡ ит. М Ҡулдама
565