ҠУЛДАН
бешереу өсөн һыйыр, йылҡы йәки һарыҡ ите кәрәк. «Башҡортостан ҡыҙы», № 6, 2011.
ҠУЛДАН (Р.: вручную; И.: manually; by hand; T.: elle) р.
1. Ҡул менән. □ Вручную, от руки, ручным способом. Деталдәрҙе ҡулдан эш-кәртеу. Ҡулдан эшләнгән буләк. Ҡулдан бәйләнгән кофта. Ҡулдан яҙылған. Типографияла хәрефтәрҙе ҡулдан йыйыу.
2. Кешенән, кеше ҡулынан һатып алыу. □ С рук (купить). Машинаны ҡулдан алған. ■ Ҡулдан автомобиль һатып алыуға һәр кем төрлөсә ҡарай. Ғаилә календарынан.
ҠУЛДАН ҠУЛҒА (Р.: из рук в руки; И.: from hand to hand, over the counter; T.: elden ele) р.
1. Бер кешенән икенсе кешегә; кешенән кешегә. □ Из рук в руки. Ҡулдан ҡулға йөрөтөу. Ҡулдан ҡулға кусеу. Ҡулдан ҡулға таралыу. ■ Китапты ҡулдан ҡулға кусереп, таратып та йөрөтәләр икән. К. Мәргән. Элек билдәле шағирҙарҙың әҫәрҙәрен дәфтәрҙән дәфтәргә кусереп, ҡулдан ҡулға йөрөткәндәр. «Киске Өфө», № 6, 2012. • Ҡулдан ҡулға кусһә, купмөйөш тә туңәрәкләнә. Әйтем.
2. Тейешле кешенең ҡулына туранан-тура, үҙенә (биреу, тапшырыу һ. б.). □ С рук на руки; непосредственно, прямо, лично, собственноручно (дать, передать, вручить и т. п.). Ҡулдан ҡулға тапшырыу.
ҠУЛ Д АУ (Р: кожаный сосуд для ношения кумыса, сшитый из кожи передних конечностей лошади; И.: kind of national leather vessel; T: deri kap) и. этн. диал.
Йылҡы малының алғы аяҡ тиреһенән яһалған тар ауыҙлы ҡымыҙ һауыты; ҡуллыҡ. □ Кожаный сосуд для ношения кумыса, сшитый из кожи передних конечностей лошади. Ҡымыҙҙы ҡулдауға ҡойоу. Ҡулдау әҙерләу. Ҡулдауҙа һаҡлау.
ҠУЛДАШ (Р: помощник; И.: helper; person to rely on; T: yardımcı) и.
1. Ярҙам итер, таяныр кеше; ярҙамсы. □ Помощник, опора. ■ [Урал:] Мен
һәм, Буҙат бар ине, ҡулда булат бар ине; яу тупларлыҡ еремдә, талай илем бар ине; ҡулдаш булыр илемдә, батыр ирҙәр бар ине. «Урал батыр».
2. Эштә ярҙамсы, бергә эшләүсе. □ Напарник; подсобник. Ҡулдаш эҙләу. Ҡулдаш булып йөрөу. • Ҡарындашһыҙ кешенең серҙәше юҡ, куңелендәген эшләргә ҡулдашы юҡ. Әйтем.
ҠУЛДАШЛЫҠ (ҡулдашлығы) (Р: положение помощника; помощник; И.: assistant; T.: yardımcı) и.
1. Ярҙамсы, бергә эшләүсе. □ Положение помощника; помощник. Кулдашлыҡҡа кемде алаһың? Кулдашлыҡҡа алыныу.
2. Ярҙамсы эшсе. □ Подручный, подсобник. Кулдашлыҡҡа ялланыу. Ҡулдаш-лыҡҡа эшкә алыныу.
ҠУЛДЫҠАЙ (Р: деревянная бадья с ушком; И.: wooden tub with lugs; T: ahşap badya) и.
Ҡолаҡлы ағас күнәк. □ Деревянная бадья с ушком. Ҡулдыҡай менән ташыу. Ҡулдыҡай йыуыу. Ҡулдыҡай эшләусе.
ҠУЛ ЕБЕ (Р.: пряжа ручного прядения; И.: thread spun by hand; T.: elden çekilen iplik) и.
Ҡулдан иләнгән еп. □ Пряжа ручного прядения. Ҡул ебе ныҡ була. Ҡул ебенән ойоҡбаш бәйләу. Ҡул ебе ҡулланып бәйләу.
ҠУЛ ЕЛЕ (Р: плата за выполненную работу; И.: fee; T.: ücret) и. һөйл.
1. Эш-йомош үтәгән өсөн бирелгән хаҡ. □ Плата за выполненную работу (просьбу, поручение). М [Сәхипгәрәй:] Ниңә һин, булмай ҙа булмай, тип тартҡылашаһың? Әллә ҡул елеңде ҡайтармаҫ тип ҡурҡаһыңмы? И. Ғиззәтуллин.
2. Эшләнәсәк эш өсөн алдан бирелгән бер өлөш хаҡ. □ Часть платы, выдаваемая заранее за предстоящую работу; аванс, частичная предоплата. Ҡул еле алыу. ■ Сәхипгәрәй уға [муллаға] ҡул еле тип, утыҙлыҡ ҡыҙыл аҡса тотторҙо ла:
566