Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V. 568 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V

ҠУЛ-ҠАМЫТЛЫҠ ИТЕҮ
ҠУЛ-ҠАМЫТЛЫҠ ИТЕҮ (ҡул-ҡамыт-лыҡ ит-) (Р.: быть помощником; И.: be a helper; T.: yardımcı olmak) ҡ. һөйл.
Ярҙам итеү, ярҙамлашыу. □ Быть помощником. ■ Шул уҡ ир бала [Сынтимер] ҡартайған көнөмдә ҡул-ҡамытлыҡ итер ине. Һ. Дәүләтшина. [Ғәндәлиптең улдары] урман ҡырҡып, һал ағыҙа, кейек аулай. Иң кесеһе лә ағаларына ҡул-ҡамытлыҡ итә. Т. Килмөхәмәтов.
ҠУЛ ҠАУШЫРЫУ (кул ҡаушыр-) (Р.: скрестить руки; И.: cross one’s arms; T.: kollarını kavuşturmak) ҡ.
1. Ҡулдарҙың береһе өҫтөнә икенсеһен ҡуйыу. □ Скрестить руки. Ҡул ҡаушырып ултырыу. М Крагов, уҙен бәйһеҙ курһәтеу өсөндөр инде, ҡулдарын тушенә ҡаушырып, артына саңҡая бирҙе лә өҫтәлгә ҡарап һөйләргә тотондо. Н. Мусин.
2. кусм. Бер ни эшләмәү. □ Сидеть сложа руки, ничего не делать, не предпринимать. М Ситтән ҡарап, ҡул ҡаушырып торһам, кем кутәрер минең өлөштө? X. Кәрим. Иҙеукәй һаман тынманы, ҡул ҡаушырып торманы. «Иҙеүкәй менән Мораҙым». Үлем килә ҡалдыниһә, килеп ҡулын һалдыниһә, уны биреп улемгә ҡул ҡаушырып тормамын! «Урал батыр». • Ҡул ҡаушырыуҙан ҡул һөйәлләнмәй. Әйтем.
ҠУЛҠА ҺЫУЫ (Р: ручей; И.: brook; T.: dere) и. диал.
Ҡар йәки ямғыр һыуынан барлыҡҡа килгән гөрләүек. □ Ручей из снеговой или дождевой воды. Балалар ҡулҡа һыуында карап йөҙҙөрә.
ҠУЛ-ҠУАТ и. диал. ҡар. ҡулҡы. Буләк тип ҡул-ҡуат араны әйтәләр.
ҠУЛ ҠУЙЫУ I (ҡул ҡуй-, ҡул ҡуя) (Р: подписать; ставить подпись; И.: put а sign; T.: imzalamak) ҡ.
1. Документҡа исем-фамилияңды яҙыу (ниҙелер раҫлау маҡсатында). □ Подписать; ставить подпись. Ведомосҡа ҡул ҡуйыу. Ҡул ҡуйып биреу.
2. Кешенең эш-ҡылығын, ниәтен хуп күреү, ҡеүәтләү. □ Одобрять, подтверждать, согласиться. Хуп, хуп, быныһына ҡул ҡуям. ■ Билалдың шулай таныштырыуы-на Шадрин: «Әһә, шулай икән», — һуҙҙәре менән ҡул ҡуйып барҙы. А. Таһиров.
3. Документ, хат йәки берәй картинаның, яҙманың йөкмәткеһе, мәғәнәһе өсөн яуаплылыҡ алып, шаһит булып, ризалыҡ белдереп исем-фамилияңды яҙыу. □ Подписываться, подписать (документ, письмо, обращение, жалобу), подтверждая своё согласие с содержанием написанного. Хатка кул ҡуйыу. М Закон бар бит әле. Булмаҫ, атай. Мин бындай эштәргә ҡул ҡуя алмайым. һ. Дәүләтшина.
4. Ризалыҡ, ҡәнәғәтлек белдереү. □ Согласиться; выразить удовлетворённость. Мин риза, ҡул ҡуям.
ҠУЛ-ҠУЛАТ (Р: ложбина; И.: hollow; T.: çukur) и. диал.
1. Уйһыулыҡ, уйпат ер. □ Ложбина. Ҡул-ҡулатҡа томан төшкән.
2. Үҙәк, йырғанаҡлы ер. □ Овражистая местность. Ҡул-кулатка һыу йыйылған.
ҠУЛҠЫ (Р: рощица на открытой местности; И.: spinney; coppice; T.: koruluk) и.
Ҡалҡыулыҡ биттәрендә, ҡул буйҙарында үҫкән бәләкәй ағаслыҡ; бүләк. □ Рощица на открытой местности. Анау ҡулҡының думһәйерәк урынына өй һала башларға кәрәк. ■ Ул, [Арыҫлан] көнсығыш яҡҡа боролоп, Төсөркәй инеше буйындағы ҡулҡыға, Бөгәл йылғасығы туғайына, уның аръяғындағы бейек тауҙарға ентекләп-ентекләп ҡарап торҙо. Ғ. Ибраһимов. Йыраҡ тугел, яҡында, бер ҡулҡының янында: бейеклеген ҡараһаң, — арыҫлан аша куренмәҫ, оҙонлоғон улсәһәң, йөҙ аҙымда тукәлмәҫ, ғәләмәт бер ҙур йылан, ҡулҡы эсенән һөҙөп, тотоп алған бер болан. «Урал батыр». • Ҡулҡыға ингән ҡотолмаҫ, урманға ингән тотолмаҫ. Әйтем.
568