Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V. 569 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V

ҠУЛЛАНЫУ
ҠУЛ-ҠЫЛАП (ҡул-ҡылабы) и. диал. ҡар. ҡул-ҡулат. Ҡайҙа ҡул-ҡылап, шунда халыҡ ултырған.
ҠУЛҠЫЛДАҠ (кулҡылдағы) (Р.: кадык; И.: Adam's apple; T.: gırtlak) и. анат. диал.
Ирҙәр үңәсендәге сурайып торған кимерсәк; күмәгәй. □ Кадык. Ҡулҡылдағы ҡалҡып тора.
ҠУЛ ҠЫҪЫУ (ҡул ҡыҫ-) (Р.: пожать руку; И.: shake smb by the hand; T.: el sıkışmak) ҡ.
Күрешеү, һаубуллашыу, дуҫлашыу йәки тәбрикләү билгеһе итеп, кешенең ҡул суғын услап ҡыҫыу. □ Пожать руку. Буләкләнеу-селәрҙең ҡулын ҡыҫыу. Дуҫтарҙың ҡулын ҡыҫыу.
ҠУЛЛАМА (Р: жирный мясной суп с лапшой четырёхугольной формы; И.: kind of Bashkir national broth; T.: yerel yemek türü) и. кул. этн.
Эре һалма өҫтөнә тураған ит һалып, тоҙлоҡ ҡойоп әҙерләгән аш. □ Жирный мясной суп с лапшой четырёхугольной формы. Ҡуллама бешереу. Ҡуллама менән һыйлау. ■ Башҡорттарҙың ғәҙәти аш-һыуы: бишбармаҡ, ҡуллама, ҡаҙылыҡ, өйрә, ҡорот, ҡатыҡ, эремсек, әжекәй, талҡан, ҡымыҙ, буҙа, айран, бал балы, бал, балтырған, ҡуҙғалаҡ, ҡымыҙлыҡ, йыуа, еләк-емеш... Ғәмәлдә башҡорт аштары бер-береһенә ярашлы, сәләмәтлек әсен шифалы булған. «Ағиҙел», № 10, 2010.
ҠУЛЛАН (Р: телёнок, родившийся осенью; И.: calf born in autumn; T.: güzün doğmuş buzağı) и. диал.
Көҙ тыуған быҙау. □ Телёнок, родившийся осенью. Ҡуллан семсенә башлаған. Ҡулланды һыйырға ҡушыу.
ҠУЛЛАНДЫРЫУ (ҡулландыр-) ҡ. йөкм. ҡар. ҡулланыу, понуд. от ҡулланыу. Эштә яңы метод ҡулландырыу.
ҠУЛЛАНМА (Р: руководство; инструкция; И.: guidance; instructions; T.: yönerge) и.
1. Йүнәлеш биргән фекер. □ Руководство, инструкция. Эшкә ҡулланма итеп алыу. Ашығыс ярҙам курһәтеу буйынса ҡулланма.
2. Ниндәйҙер эшкә өйрәткән, йүнәлеш биргән әсбап. □ Пособие. Ҡулланма яҙыу. Фольклор материалдарын йыйыу ҡулланмаһы. һуҙлек ҡулланмаһы.
ҠУЛЛАНЫЛЫУ (ҡулланыл-) ҡ. төш. ҡар. ҡулланыу, страд, от ҡулланыу. ■ Һун-башҡорттарҙың йәки төп аҫабаларҙың һөйләше уҙ аллы, ә [куп] һуҙҙәр Урта Азия халыҡтарынан, атап әйткәндә, сығатайлы-ларҙан уҙләштерелгән. Шуға ла һөйләшеуҙә куберәген уҙгәртелгән ғәрәп һәм фарсы һуҙ-ҙәре ҡулланыла. М. Өмөтбаев.
ҠУЛЛАНЫЛЫШ (Р.: употребительность; И.: use; T: kullanım) и.
Нимәнеңдер файҙаланылышы, ҡулланыуҙа булыуы. □ Употребительность; применяемость. Ҡулланылыш даирәһе. Ҡулланылышта йөрөу. Һуҙҙең ҡулланылышы.
ҠУЛЛАНЫЛЫШЛЫ (Р: употребительный; И.: in use; consumer; T.: kullanılagelen) c.
Кәрәкле, яраҡлы; файҙаланылыуҙа, ҡулланылыуҙа гел кәрәк булған. □ Употребительный, находящийся в употреблении, применяемый. Ҡулланылышлы тауарҙар. Ҡулланылышлы тугел. Ҡулланылышлы ысул. Ҡулланылышлы фразеологизмдар.
ҠУЛЛАНЫЛЫШЛЫҠ (ҡулланылыш-лығы) и. ҡар. ҡулланышлыҡ. Продукцияның ҡулланылышлығы.
ҠУЛЛАНЫУ (ҡуллан-) (Р: применять, использовать что', И.: employ; T: kullanmak) ҡ.
1. Нимәнелер кәрәк эшкә тотоноу; файҙаланыу. □ Применять, использовать что. // Применение, использование. Ашлама ҡулланыу. Яңы метод ҡулланыу. Ҡорал ҡулланыу. ■ Ҡашмау, тупый, ҡыҙҙар таҡыяһы, һарауыс, яға, йәғни кулдәк өсөн нағышланған ҡатын-ҡыҙҙар яғаһы һәм шуның ише боронғо башҡорт кейем-һалымдары аҡрынлап ҡулланыуҙан сыға бара. М. Өмөтбаев. • Ҡуллана белмәһәң, ҡоралға упкәләмә. Мәҡәл.
569