Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V. 571 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V

ҠУЛ САБЫУ
ҠУЛЛЫҠ (ҡуллығы) (Р.: узкогорлый сосуд для кумыса, сшитый из кожи передних конечностей лошади; И.: kind of Bashkir national vessel made of leather; T.: deri kap) и. этн.
Йылҡы малының алғы аяҡ тиреһенән яһалған тар ауыҙлы ҡымыҙ һауыты; ҡулсаҡ.
□ Узкогорлый сосуд для кумыса, сшитый из кожи передних конечностей лошади. Ҡуллыҡҡа ҡымыҙ ҡойоу. Ҡуллыҡта ҡымыҙ әсемәй.
ҠУЛ МАШИНАҺЫ (Р.: ручная машина; И.: hand machine; T.: makinesi) и. диал.
Ҡул көсө менән хәрәкәткә килтерелә торған машина. □ Ручная машина. Мәктәпкә ҡул машиналары алдылар. Ҡул машинаһында тегеу уңайлыраҡ. Ҡул машинаһы менән һөт айыртыу. Ҡул машинаһының үҙәге юғары көйләнгән.
ҠУЛ ОҪТАРЫУ (ҡул оҫтар-) (Р.: набить руку; И.: be dexterous; T.: bir işte usta olmak) ҡ.
Эште бик яҡшы итеп башҡарыу, таҫылланып алыу. □ Набить руку. Ҡул оҫтарыу өсөн теләк менән тырышлыҡ кәрәк. Эшләй-эшләй ҡулы оҫтарып бөткән.
ҠУЛ ОҪТАҺЫ (Р: мастер, мастерица; И.: master; T.: erbap) и.
Ҡул көсө менән башҡарыла торған ниндәй ҙә булһа бер эшкә бик оҫта кеше; маһир.
□ Мастер, мастерица. Ҡул оҫтаһы эшләгән һандыҡ. Ҡул оҫтаһы бәйләгән селтәр яға. Ҡул оҫтаһы бәйләгән шәл.
ҠУЛСА I [рус. кольцо] (Р: кольцо; И.: ring; T.: halka) и.
1. Түңәрәкләп ике осо тоташтырылған дүңгәләк рәүешендә эшләнгән йомоҡ нәмә; сыңға. □ Кольцо, обод. / Кольцевой. Ағас ҡулса. Тимер ҡулса. Гимнастика ҡулсалары. Граната ҡулсаһы. Поршень ҡулсаһы. Ҡулсанан үткәреү. Салғыға ҡулса ҡуйыу. Ҡулса бөгөү. Дуғаның ҡулсаһы төшөп ҡалған. ■ Ә быныһы — артҡа тартҡан сылбыр, хаталарым унда теҙелгән. Һәр ҡулсаһы
һыйған яҙмышыма, хәтеремә уйып тегелгән. Картотека фондынан.
2. Аҫма лампа элә торған ырғаҡ, бө-гәжә. □ Крюк подвесной лампы. Ҡулсаға лампа элеү.
3. балҡ. диал. Ағастан бөгөп йәки бауҙан дуға, дүңгәләк рәүешендә эшләнгән мурҙа бөгәзеһе. □ Обруч (морды). Мурҙа ҡулсаһы.
4. хәрби. ҡар. ҡамау I, 1. Ҡулсала тороп ҡалыу. Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында Ленинград ҡулсала тороп ҡала. ■ Һуғыштың тәүге көндәрендә дошман ҡулсаһын йырып сыҡҡанда өс тапҡыр яраланған Тимерғәле Гөбәйҙуллинды санчастән ялан госпиталенә күсерҙеләр. Я. Хамматов.
5. Нурлана торған түңәрәк, яҡтылыҡ ҡаймаһы. □ Светлый круг вокруг светящейся точки. Ҡояш тирәһендә нурлана торған ҡулса барлыҡҡа килеү.
ҠУЛСА II и. этн. ҡар. ҡулсаҡ. Ҡулса тегеү. Ҡулсаға ҡымыҙ ҡойоу.
ҠУЛСА III [рус. кольцо] (Р: рукоятка; И.: handle; T.: kabza) и. диал.
1. Ҡул менән эшләтелә торған механизмдарҙың тотҡаһы, һабы, тотҡосо. □ Рукоятка. Ҡүтәрткес ҡулса. Тырманың төшөргөс — күтәргес ҡулсаһы.
2. Шундай механизмдың үҙе, рычаг йәки рычагтар системаһы. □ Рычаг; рычажная система. Ҡулса менән эшләтеү.
ҠУЛСА IV (Р: серьга; И.: ear-ring; T.: küpe) и. диал.
Ҡолаҡҡа таға торған биҙәүес. □ Серьга, серёжка, подвеска. Ҡолағына килешле, арзанлы ғына ҡулса таҡҡан.
ҠУЛСА V (Р: крендель; И.: krendel; T.: bir hamur yemeği) и.
Сөсө ҡамырҙан дүңгәләк итеп бешерелгән ашамлыҡ; керәндил. □ Крендель, баранка. Ҡулса бешереү. Ваҡ ҡулса. Бер бәйләм ҡулса.
ҠУЛ САБЫУ (Р: аплодировать; И.: applaud; T.: alkışlamak) и.
Кемде йәки ниҙе хуплау, хөрмәт итеүҙе белдереп алҡышлау, тәбрик итеү; сәпәкәй итеү. □ Аплодировать; хлопать в ладо-
571