ҠУЛСАҒА АЛЫУ
ши. Артисты ҡапыл көслө ҡул сабыуҙар һиҫкәндерҙе. ■ Бөтә халыҡ ат ярышында ҡатнашыусыларҙы тәбрикләп ҡул саба. «Шоңҡар», № 9, 2011.
ҠУЛСАҒА АЛЫУ (ҡулсаға ал-) (Р.: окружить; И.: surround; T.: çember içine almak) ҡ. хәрби.
Дошманды төрлө яҡтан уратып алыу; әйләндереп алыу, ҡамау. □ Окружить. Дошманды ҡулсаға алыу. ■ Фашистар йәшәгән йортто ҡулсаға алыу бик еңелдән булманы. Экспедиция материалдарынан.
ҠУЛСАҒА ЭЛӘГЕҮ (ҡулсаға эләк-) (Р.: попасть в окружение; И.: become surrounded; T.: çembere düşmek) ҡ. хәрби.
Ҡамауҙа ҡалыу, ҡамалышҡа эләгеү. □ Попасть в окружение. Дошман ғәскәрҙәре ҡулсаға эләкте.
ҠУЛСАҠ (ҡулсағы) (Р: сосуд, сшитый из кожи передних конечностей лошади; И.: kind of leather bucket; T.: dere kova) и. этн.
Йылҡының алғы һаны тиреһен эшкәртеп тегелгән тар ауыҙлы ҡымыҙ һауыты; ҡуллыҡ. □ Сосуд, сшитый из кожи передних конечностей лошади. Ҡулсаҡтағы ҡымыҙ. ■ [Оҫта әбей] башынан — башкүнәк яһай семәрләп, ҡулынан — ҡулсаҡ тегә ҡолаҡлап, бәйләргә уңай булһын өсөн. Й. Солтанов.
ҠУЛСАЛАТЫУ (ҡулсалат-) ҡ. йөкм. ҡар. ҡулсалау I. понуд. от ҡулсалау I. Аҡҡошто ҡулсалатыу. Ағас ҡулсалатыу эшенә барлыҡ урмансылар ҙа барырға булдылар.
ҠУЛСАЛАУ I (ҡулсала-) (Р.: кольцевать; И.: ring; T.: işaretli halka geçirmek) ҡ. күсм.
Ҡулсалы итеү, ҡулса ҡуйыу; балдаҡлау. □ Кольцевать, окольцовывать. // Кольцевание. Ҡош ҡулсалау. Ағасты ҡулсалау. Ҡулсалап алыу.
ҠУЛСАЛАУ II (ҡулсала-) (Р: гнуть; И.: bend; T.: bükmek) ҡ.
Ҡулса рәүешенә килтереү; дүңгәләкләү. □ Гнуть, сгибать, изгибать. Муйыл ҡулсалау. Тимер ҡулсалау.
ҠУЛСАЛЫ (Р: с кольцом; И.: ringed; T.: halkalı) с.
Ҡулсаһы булған. □ С кольцом. Ҡулсалы граната. Ҡулсалы поршень.
ҠУЛСАН (Р: колчан; И.: quiver; T.: okluk) и. хәрби. тар.
Йылҡының ҡул тиреһенән эшләнгән уҡ һауыты. □ Колчан. ■ Йәнә килеп «ҡулсан» һүҙенә иғтибар иттермәй булмай: уҡ һауыты ҡулсан (теленә ул беҙҙән «колчан» булып ереккән) — йылҡының ҡул тиреһенән (шуға ла ул «ҡулсан »), ә ян һауыты һаҙаҡ — аяҡ (аҙаҡ) тиреһенән эшләнер булған. Интернет селтәренән.
ҠУЛ САНАҺЫ (Р: салазки; И.: small sledge; T.: kızak) и. диал.
Ҡыш көнө балалар тауҙан шыуа торған йәки еңел йөк һалып тарта торған бәләкәй сана. □ Салазки, санки. Ҡул санаһына һалып алып китте йөгөн. Ҡул санаһына ултыртып һөйрәп йөрөтөү. Ҡул санаһын тартып тауға шыуырға барыу.
ҠУЛСАТЫР (Р: зонтик; И.: umbrella; T.: şemsiye) и.
Ямғырҙан йәки ҡояштан ышыҡланыу өсөн таяҡҡа беркетелгән каркасҡа киреп эшләнгән йыйылмалы ҡулайлама. □ Зонтик. Ҡулсатыр алыу. Аҡ ҡулсатыр. Ҡул-сатырҙы асыу. ■ Ямғырҙар көтөп, бәшмәктәр ҡулсатырҙар бөркәнде. Г. Яҡупова.
ҠУЛ СУҒЫ (Р: кисть руки; И.: hand; T.: el) и. анат.
Ҡулдың ҡушҡарҙан алып, бармаҡ яҡ осо. □ Кисть руки. Ҡул суғының бармаҡтары усҡа ҡыҫып йомолған.
ҠУЛСЫҠАЙ(Р.: название родового подразделения башкир; И.: one of Bashkir clan names; T.: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Ҡошсо ырыуы башҡорттарының бер аймағы исеме. □ Кулсыкай (название родового подразделения башкир племени кошсы). Ҡулсыкай араһы кешеләре.
ҠУЛСЫР I (Р: шустрый (о ребёнке)', И.: agile, nimble; T.: çevik) с.
572