Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V. 573 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V

ҠУЛ ТИРМӘНЕ
1. Ҡулы тик тормаған, теләһә нәмәгә тейеп, боҙоп барған; шуҡ, шаян. □ Шустрый, хваткий (о ребёнке). Ҡулсыр бала. Ҡулсыр булып yçey.
2. Кеше нәмәһенә тейгән, урларға әҙер торған; бур. □ Нечистый на руку, длиннорукий. Ҡулсыр кеше.
ҠУЛСЫР II (Р.: мастер на все руки; И.: jack-of-all-trades; T.: usta, elinden hiç bir şey kurtulmaz) c.
Бөтә эш ҡулынан килә торған, ҡул эшенә оҫта. □ Мастер на все руки. Ҡулсырҙың ҡулынан килмәгән эш юҡ. Ағайым бик ҡулсыр булды.
ҠУЛСЫРЛАНЫУ (ҡулсырлан-) (Р : быть шустрым; И.: be smart; T: çevik olmak) ҡ.
Теләһә нәмәгә тейеп барыу, тик тормау. □ Быть шустрым. Ҡулсырланыу — насар ғәҙәт ул.
ҠУЛ СӘҒӘТЕ (Р: ручные часы; И.: wristwatch; T.: kol, bilek saati) u.
Ҡулға таға торған сәғәт. □ Ручные часы. Ҡул сәғәте туҡтаған. Ҡул сәғәте һатып алыу.
ҠУЛҪАЛМА (Р: лапша четырёхугольной формы; И.: quadrangular noodles; T.: dört köşeli erişte) и. кул. диал.
Дүрткелләп киҫелгән һалма; ҡуллама һалмаһы. □ Лапша четырёхугольной формы. Ҡулҫалма киҫеу. ■ Ҡулҫалманы, һурпала бешкәс, һөҙөп алаһың да, өҫтөнә ит турап, һөҙлөк ҡойоп бирәһең табынға. Экспедиция материалдарынан.
ҠУЛТАМҒА (Р: подпись; И.: signature; T.: imza) и.
Кешенең исем-фамилияһын билдәләгән үҙ яҙыуы, имза. □ Подпись. Ҡултамға йыйыу. Я Ҡағыҙ ҡалын, ялтырап тора, тексы өс телдә, русса, башҡортса, ҡытайса яҙылып, һуңғы биттәре һыбай халҡының ҡултамғалары менән сыбарланғайны. Ә. Әминев.
ҠУЛТАМҒА ҠУЙЫУ (ҡултамға ҡуй-, ҡултамға ҡуя) (Р: расписаться; поставить подпись; И.: put a signature; T.: imzalamak) ҡ.
Имза ҡуйыу, исем-фамилияңды яҙыу.
□ Расписаться; поставить подпись. Көндәлеккә ҡултамға ҡуйыу. Өндәмәгә ҡултамға ҡуйыу. Я Нияз аға! һин батшаһың, гуйә, әруахтарға сәждә ҡылғанда .. ә һин бары ғалим: «Бында музей булырға бит тейеш!» — тип ҡултамғаңды йөҙ ҡат ҡуйғанда. Ф. Туғыҙбаева.
ҠУЛТАМҒАЛЫ (Р: подписанный; И.: with a signature; T.: imzalı) с.
Ҡултамға ҡуйылған, ҡултамғаһы булған.
□ Подписанный, с подписью. Аныҡ ҡултамғалы. Ҡултамғалы бойороҡ. Ҡултамғалы ҡарар.
ҠУЛТАМҒАҺЫҘ (Р: без подписи; И.: without signature; T.: imzasız) c.
Ҡултамға ҡуйылмаған, ҡултамғаһы булмаған. □ Без подписи, неподписанный. Ҡултамғаһыҙ хат. Ҡултамғаһыҙ ялыу. Ҡултамғаһыҙ ведомость.
ҠУЛ ТАМЫРЫ (Р: сонная артерия; И.: carotid artery; T.: şahdamar) и. диал.
1. анат. Барлау тамыры. □ Сонная артерия. Ҡул тамыры тиртә.
2. Пульс, тамыр тибеше. □ Пульс. Ҡул тамырын тотоп ҡарау.
♦ Ҡул тамырын тартыу кемдеңдер уйҙарын, серҙәрен белергә теләү; самалау. □ Прощупать, хотеть узнать мысли. Я Берҙән-бер көн Әзрәҡә Зәрҡум менән Шулгәнгә теҙеп һөйләп аңлатҡан, төрлө яҡлап самалап, ҡул тамырын(ы) тартҡан. «Урал батыр».
ҠУЛ ТАЯҒЫ (Р: трость; И.: walking stick; T: baston) и.
Таянып йөрөү өсөн ҡыҫҡа таяҡ. □ Трость, стек; палка, клюка. Ҡул таяғына таянып йөрөу. Ҡул таяғын һөйәп ҡуйыу.
ҠУЛ ТИРМӘНЕ (Р: ручной жёрнов; И.: handmill; T: el değirmeni) и.
Ҡул менән әйләндерел ашлыҡ тарта торған, ғәҙәттә, ике түңәрәк таштан ғибәрәт ҡорал. □ Ручной жёрнов; ручная мельница. Я Ҡул тирмәнен өйрөлдөрөу талдыра икән беләкте. Халыҡ йырынан. Бисәнең йәшерәге ҡул тирмәне менән бойҙай онтай.
573