ҠУЛТЫЙ
Ел ҡултыҡ шапырына. Ел ҡултыҡ тетте генә хәбәрҙе. Ҡыуыш ҡултыҡ һөйл. уҫал, яһил ҡешегә ҡарата әйтелә. □ О злом, коварном человеке; ведьма. Ҡыуыш ҡултыҡ ҡыҫҡа тотто эште.
ҠУЛТЫҠ АҪТЫ (Р: подмышка; И.: armpit; T.: koltukaltı) и.
1. Ҡултыҡ төбө. □ Подмышка. Ҡултыҡ аҫты соҡоро.
2. миф. Мифлаштырылған тән өлөшө; ҡултыҡ аҫты булмау ына ҡарап, урман эйәһе Шүрәлене танығандар. □ Подмышка (мифологизированная часть тела; по пустой подмышке люди узнают Шурале (духа леса). М Шурәленең ҡултыҡ аҫты ҡыуыш була. Башҡорт мифологияһынан.
ҠУЛТЫҠЛАНЫУ I (ҡултыҡлан-) ҡ. төш. ҡар. ҡултыҡлау, страд, от ҡултыҡлау. М Ҡыҙының курше егетенән ҡултыҡланып ҡайтып килеуен әсәһе оҡшатманы. Ф. Ғәлимов.
ҠУЛТЫҠЛАНЫУ II (ҡултыҡлан-) (Р.: вдаваться в сушу в виде залива; И.: form a bay; T: körfez oluşturmak) ҡ.
Ҡултыҡ яһау, ҡултыҡлы булыу. □ Вдаваться в сушу в виде залива, заводи, затона. Урманға баҫыу ҡултыҡланып кергән.
ҠУЛТЫҠЛАТЫУ (ҡултыҡлат-) ҡ.
1. йөкм. ҡар. ҡултыҡлау 1, 2. понуд. от ҡултыҡлау. ■ Егет, тыштан белдермәһә лә, ҡыҙҙы уҙенә ҡултыҡлашып ебәреуҙәренә ҡәнәғәт ине. Д. Бүләков.
2. Ҡемгәлер нимәнелер ҡултыҡ аҫтына ҡыҫтыртыу. □ Совать, сунуть кому, что в подмышки (чтобы нести). Бер ҡосаҡ китап ҡултыҡлашыу.
ҠУЛТЫҠЛАУ (ҡултыҡла-) (Р: взять кого-л. под руку; И.: take by the arm; T.: birinin koluna girmek) ҡ.
1. Ҡултыҡтан эләктереп тотоу. □ Взять кого-л. под руку. Ҡыҙҙы ҡултыҡлап атлау. Ҡултыҡлап килеу. Ҡултыҡлап алыу. Ш Ошо кисте Хәмит уны [Сәлимәне] беренсе тапҡыр ҡултыҡлап алды. 3. Биишева.
574
А. Таһиров. Ҡурмасты талҡанға өйләндереү өсөн ағас йәки таш ҡул тирмәне алына. Талҡан һырымай торған туҡыма йәки ҡаты ҡағыҙ йәйеп, унда ҡул тирмәнен ултырталар. Ғаилә календарынан.
ҠУЛТЫЙ (Р.: однорукий; И.: one-armed; T.: tek kollu) с. диал.
һыңар ҡуллы, сулаҡ (кеше тураһында). □ Однорукий. Ҡултый кеше лә бесән саба ала.
ҠУЛТЫҠ I (ҡултығы) (Р.: подмышка; И.: armpit; T.: koltukaltı) и. анат.
1. Ҡул менән яурын тоташҡан урындың аҫҡы бөгөл эсе; ҡул төбө. □ Подмышка. Ҡултыҡ аҫты. Ҡултыҡ төбө. Ҡултыҡҡа ҡыҫтырыу. Ҡултыҡтан кутәреу. М Мин төргәк ҡағыҙҙарҙы ҡултыҡҡа ҡыҫтырып барғанда ҡараңғы төшкән, баҡсаның төрлө урындарында ҙур-ҙур фонарҙар яҡтыртылған, бөтә баҡсаны халыҡ тулҡыны баҫҡайны. Д. Юлтый. Ике ҡултығына ике итеген ҡыҫтырып, Вәзир кул ситендә баҫып ҡалды. М. Кәрим. • Буре балаһын буреккә һалһаң да иш булмай, кеше балаһын ҡултыҡҡа ҡыҫһаң да ҡол булмай. Мәҡәл.
2. һөйл. Ҡултыҡҡа һыйырлыҡ күләм үлсәме. □ Размером в пол-охапки. Бер ҡултыҡ бесән. • Ике ҡарбуз бер ҡултыҡ аҫтына һыймай. Мәҡәл. Тар ҡултыҡтан уҡ тейһә, тартып алыр ҡәрендәш; ҡәрендәшең юҡ булһа, далала ҡалыр яңғыҙ баш. Мәҡәл.
3. кусм. Ике яҡтан ҡамалған тар арауыҡ. □ Промежуток. Мейес ҡултығы. ■ [Бесәнселәр] Уҡлытау һыртындағы иркен сабынлыҡтың бер яҡ ситтәге ҡултығына урынлашҡандар икән. Н. Мусин.
4. геогр. һыуҙың ҡоро ергә инеп торған өлөшө. □ Залив. Диңгеҙ ҡултығы. Йылға ҡултығы.
5. геогр. Тауҙар араһындағы арауыҡ. □ Ложбина между гор. Ҡултыҡта умырзаялар сәскә атҡан. М Тауҙар ҡултығында паровоздың аҡ толомо ҡалды ишелеп. Ғ. Сәләм.
♦ Ел ҡултыҡ һөйл. бушҡа маҡтана торған кеше, маҡтансыҡ. □ Пустомеля, хвастун.