Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V. 575 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V

ҠУЛҺЫҘ
2. Ҡултыҡ аҫтына алыу. □ Брать, взять под руки (поддержать). Оло кешене ҡултыҡлау.
3. Ҡултыҡ аҫтына ҡыҫтырыу. □ Взять под мышки. Тойонсөк ҡултыҡлау. Портфелде ҡултыҡлау.
ҠУЛТЫҠЛАШЫУ (ҡултыҡлаш-) ҡ. урт. ҡар. ҡултыҡлау 1. взаимн. от ҡултыҡлау 1. Ҡултыҡлашып йөрөу. Ҡултыҡлашып килеу. Ҡултыҡлашып китеу.
ҠУЛТЫҠСА (Р.: подпорка; И.: prop; T.: destek) и. һөйл.
1. Нимәнеңдер эргәһенә ҡуйылған буй, терәк; яндауыр. □ Подпорка, поручень, подлокотник. Баҫҡыс ҡултыҡсаһы. Баҫма ҡултыҡсаһы. Ҡресло ҡултыҡсаһы.
2. ҡар. ҡултыҡ 4. ■ Алда ҡуйы шыршылыҡ, ҡултыҡса булып уйылып ингән асыҡ урын куренә. «Ағиҙел», № 4, 2010.
ҠУЛТЫҠ ТАЯҒЫ (Р.: костыль; И.: crutch; T.: koltuk değneği) и. махс.
1. Аяҡһыҙ йәки аҡһаҡ кеше ҡултыҡ аҫтына ҡуйып, таянып йөрөй торған таяҡ. □ Костыль. ■ Бына, ҡултыҡ таяҡтарына таянып, Хәмит баҫып тора. 3. Биишева. Шинель салғыйҙарын ялбырлатып, ҡултыҡ таяҡтарына таянып атлап килгән саҡта, был ҙур кәуҙәле, ерән мыйыҡлы, шаян һуҙле алсаҡ кеше Сәлимәгә бик ҡыҙғаныс тойола. 3. Биишева.
ҠУЛ ТЫРМАҺЫ (Р.: грабли; И.: rake; T.: tırmık) и.
Бесән йыя, түтәл йомшарта торған оҙон һаплы тешле ҡорал. □ Грабли. ■ Ҡаҙылған ерҙе .. ҡул тырмаһы менән тырматып сыҡтылар, ти. Әкиәттән.
ҠУЛУРТАҠ I (ҡулуртағы) (Р: взаимная помощь; И.: mutual assistance; T.: yardım eli) и.
Бергә, уртаҡ башҡарылған, ҡулалмаш эш. □ Взаимная помощь, взаимовыручка. Ҡулуртаҡ эш. Ҡулуртаҡҡа эшләу.
ҠУЛУРТАҠ II р. ҡар. ҡулалмаш II. Ҡулуртаҡ эшләу. Ҡулуртаҡ көтөу көтөргә сығыу.
ҠУЛ ХЕҘМӘТЕ (Р: ручной труд; И.: manual labour; T.: el emeği) и.
Ҡул көсө менән башҡарылған эш. □ Ручной труд. ■ [Ғәйшә:] Берҙән-бер ҡыҙымды, тим, ҡул хеҙмәтенә өйрәнгәнме ни һуң ул? Һ. Дәүләтшина.
ҠУЛҺАЛМА (Р.: клёцки; И.: dumpling; T.: erişte) и. диал.
Ҡул менән өҙөп һалынған һалма. □ Клёцки. Ашҡа ҡулһалма һалыу. Ҡулһалмаға ҡамыр йәйеу.
ҠУЛ ҺАЛМАҺЫ (Р: лапша четырёхугольной формы; И.: quadrangular noodles; T.: dörtköşe erişte) и. диал.
1. Дүрткелләп киҫелгән һалма; ҡуллама һалмаһы. □ Лапша четырёхугольной формы. Ҡул һалмаһы ҡулламаға һалына.
2. Ҡамырҙы ҡул менән өҙөп эшләгән һалма. □ Клёцки. Ашты ҡул һалмаһы менән бешергәндәр.
ҠУЛ ҺУҒЫШЫ (Р: рукопашный бой; И.: hand-to-hand fight(ing) / combat; T.: yumruk yumruğa gelme) и.
Ике ғәскәр араһындағы ҡулға-ҡул барған һуғыш. □ Рукопашный (кулачный) бой. ■ Фәтих ҡул һуғышында әллә нисә фашисты дөмөктөрҙө. X. Мохтар.
ҠУЛ ҺУҘЫМЫ (Р.: на расстоянии вытянутой руки; И.: at one’s arm’s length; T.: bir el uzaklığında) и.
Үрелеп ҡул етерлек ара. □ На расстоянии вытянутой руки. М Сәхнәнән ҡул һуҙымы йыраҡлыҡта тамашасы ултыра.
ҠУЛ ҺУҠҠЫС (Р.: детская игра «Кто ударил?»; И.: kind of national children’s game; T.: çocuklar oyunu) и. этн.
«Кем һуҡты?» балалар уйыны. □ Детская игра «Кто ударил?». Ҡул һуҡҡыс уйнау.
ҠУЛҺЫҘ I (Р: безрукий; И.: armless; T.: kolsuz) c.
Ҡулы булмаған, сулаҡ (ҡулы өҙөлгән йәки ғәрипләнгән). □ Безрукий. ■ Егет ҡулһыҙ ең осон ипләп кенә кеҫәһенә тыҡты. Картотека фондынан.
575