ҠУМТАЛАП
ауылдарҙа яҙып барған яҙыуҙарҙы, һандарҙы курһәтте. Ғ. Ибраһимов. Бер ваҡыт атаҡлы Нижегородка йәрминкәһендә Урал еренән алынған алтын һәм платина тултырылған матур быяла ҡумта күрһәтелгән. Ҡумтала ун бер алмас та ятҡан булған. М. Моталов. Сергей төпкө булмәһенә йугереп инеп китте, унан ҡулына алтын буталлы бәрхәт менән көпләуле кескәй дурткел ҡумта алып сыҡты ла, Гөлнараның эргәһенә ултырып, ҡалтыранған ҡулы менән уны асты. Н. Мусин.
2. диал. Стенаға ҡағылған һауыт-һаба кәштәһе. □ Полка для посуды. Сынаяҡты ҡумтаға ҡуйыу.
ҠУМТАЛАП (Р.: коробками; И.: boxed; in bulk; T.: kutu ile) p.
Ҡумталар менән; ҡумталарға һалынған рәүештә. □ Коробками; в коробках. Ҡум-талап печенье алыу.
ҠУМТАЛЫ (Р.: упакованный в коробку; И.: boxed; T.: kutulu) с.
Ҡумтаға һалынған, һауытлы. □ Упакованный в коробку. Ҡумталы кәнфит. Ҡумталы сәй.
ҠУМШЫНЫУ (ҡумшын ) (Р: подниматься; И.: rise suddenly; T.: kalkmak) ҡ. диал.
Тик торған ерҙән ҡуҙғалыу, күтәрелеп сығыу. □ Подниматься, подняться вдруг. Тик торғандан ҡумшыныу. Ҡапыл ҡумшынып сығыу.
ҠУМШЫРЫҠ (ҡумшырығы) (Р: вымоина под берегом; И.: gully; T.: çukur) и.
1. Яр ситенән өңөлөп төшөп киткән тәрән соҡор. □ Вымоина под берегом, воронка (в воде). Ҡумшырыҡ барлыҡҡа килгән.
2. диал. Йылыу, ҡаран. □ Полынья. Ҡумшырыҡ ҡыш та туңмай.
3. диал. Күтер, батҡыл урын. □ Трясина. Ҡумшырыҡ аяҡ кейемен һурып алып бара.
ҠУМШЫРЫҠЛАНЫУ (ҡумшырыҡлан-) (Р: образоваться (о вымоинах под берегом)', И.: form gullies; T.: çukur oluşmak) ҡ.
1. Ҡумшырыҡлыға әйләнеү, соҡорло булыу. □ Образоваться (о вымоинах под бе
регом). Йылғаның бөгөлөндә һыу төбө ҡумшырыҡланып киткән.
2. диал. Йылыулау, туңмау (һыуға ҡарата). □ Образоваться (о полыньях). Йылға һаман туңып бөтмәй, ҡумшырыҡланып ята.
ҠУМШЫРЫҠЛАУ ( ҡумшырыҡла-) (Р: образовать вымоину в чём', И.: wash away; T.: çukur oluşturmak) ҡ.
Ҡумшырыҡлыға әйләндереү, соҡорло итеү. □ Образовать вымоину в чём, подмывать что. Я Яҙғы ташҡын яр төптәрен ҡумшырыҡлап бөткән. Д. Бүләков.
ҠУМШЫТЫУ (ҡумшыт-) ҡ. йөкм. ҡар. ҡумшыу. понуд. от ҡумшыу. Стенаға йәбештерелгән ҡағыҙҙарҙы ҡумшытырға кәрәк.
ҠУМШЫУ (ҡумшы-) ҡ. диал. ҡар. ҡупшыу. Йәбештерелгән обойҙар ҡумшыған. М Штукатурканың ҡумшыуы йәнгә тейә, көн дә эштән ҡайтыуға иҙән ап-аҡ. «Таң», 30 май 2011.
ҠУМЫҘ I (Р: кубыз, губной щипковый музыкальный инструмент; И.: kind of national (fingered) instrument qumyz', T.: kubiz) и. муз. этн.
1. Бер яҡ башы түңәрәкләп бөгөлгән тимер йәки еҙгә йоҡа ғына тел беркетеп эшләнгән, ауыҙға ҡуйып сиртеп уйнай торған бәләкәй генә музыка ҡоралы. □ Кубыз (губной щипковый музыкальный инструмент). Ағас ҡумыҙ. Тимер ҡумыҙ. Ҡумыҙ теле. Ҡумыҙҙа уйнау өсөн тын һәм таһыллыҡ кәрәк. Я Ҙурыраҡтар өлөшөнә мулыраҡ та төштө: быларға еҫле һабын, бармаҡ буйы ғына һауыттарҙа хушбуй, кәкре тараҡ, кершән, баҡыр балдаҡ, тимер ҡумыҙ, аллы-зәңгәрле сәс үргес, еҙ эҫкәк шикелле нәмәләр эләкте. М. Кәрим. Ирәндеккәй тауын, әй, буйланым, Йәнгуҙәйҙә ҡумыҙ уйнаным. Ф. Янышев. • Барабан ҡаҡһалар, барабан артынан, ҡумыҙ тартһалар, ҡумыҙ артынан. Мәҡәл. Ҡумыҙ бейетмәй, моңо бейетә. Әйтем. Ҡумыҙҙағы ҡыл моңло, етем уҫкән ҡыҙ моңло. Мәҡәл.
578