Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V. 579 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V

ҠУМЫРЫҠЛАНЫУ
2. иҫк. Сиртеп уйнай торған өс ҡыллы музыка ҡоралы; думбыра. □ Комуз , трёхструнный щипковый музыкальный инструмент. Ҡумыҙ сиртеу.
ҠУМЫҘ II и. зоол. диал. ҡар. ҡуңыҙ. Ш Һары төҫтәге ялтырап торған ҡоротҡос ҡуңыҙ диалекттарҙа алтын ҡумыҙ тип йөрөтөлә. Иген баштарын ҡырҡа торған зарарлы ҡуңыҙ — иген ҡумыҙы була. Д. Шәрәфетдинов.
ҠУМЫҘСЫ (Р.: кубызист; И.: qumyz player; T.: kubız çalgıcı) и.
Ҡумыҙҙа уйнаусы. □ Кубызист (тот, кто играет на кубызе). Ҡумыҙсылар ярышы. ■ Мәсетле яҡтарын ысын мәғәнәһендә ҡумыҙсылар төйәге тиергә була, сөнки бында виртуоз ҡумыҙсы Роберт Заһретдинов, уның уҡыусыһы Миңлеғәфур Зәйнетдинов тыуған. «Урал», 4 апрель 2011.
ҠУМЫҘ ТЕЛЕ (Р.: язычок кубыза; И.: reed of a qumyz; T.: kubız dili) и.
Ауыҙға ҡуйып сиртеп уйнай торған музыка ҡоралының теле. □ Язычок кубыза. Ҡумыҙҙың теле һыңар (бер генә) була.
ҠУ МЫЖ и. диал. ҡар. ҡумырыҡ I. Йылға ярында ҡумыж барлыҡҡа килгән.
ҠУМЫҠ (ҡумығы) (Р.: кумык; И.: Kumyk; T.: Kumuk) и. этн.
Дағстанда йәшәүсе аҫаба халыҡтарҙың береһе һәм шул халыҡтың бер кешеһе (төрки телдәрҙең береһендә һөйләшә). □ Кумык. Ҡумыҡ халҡы. Ҡумыҡ ҡатыны. Ҡумыҡ теле.
ҠУМЫҠСА (Р: по-кумыкски; И.: in Kumyk; T.: Kumukça) р.
1. Ҡумыҡ телендә. □ По-кумыкски. Ҡумыҡса уҡыу. Ҡумыҡса һөйләшеу. Ҡумыҡса йырлау.
2. Ҡумыҡ халҡы кеүек, ҡумыҡ халҡына хас. □ По-кумыкски. Ҡумыҡса бейеу. Ҡумыҡса кейенеу.
ҠУМЫҠСАЛАТЫП (Р: по-кумыкски; И.: like Kumyks; T.: Kumukça) р.
Ҡумыҡсаға әйләндереп (әйтеу, яуап биреу). □ По-кумыкски. Ҡумыксалатып әйткән булды.
ҠУМЫР I (Р: неугомонный; И.: restless; T.: kıpırdak) с.
Тынғыһыҙ, тиктормаҫ. □ Неугомонный. Ҡумыр кеше. ■ Айҙар бик ҡумыр малай, ҡыҫылмаған ере юҡ. Атаһы бер китап алһа, килеп етә шунда уҡ. X. Ғиләжев.
ҠУМЫР II с. диал. ҡар. ҡуңыр I. Ҡумыр буға.
ҠУМЫРЗЫЯ и. бот. диал. ҡар. умырзая. Ҡумырҙым сәскә ата.
ҠУМЫРТАЙ (Р: маленький домик; И.: small house; T.: küçük ev) с. диал.
Бәләкәс кенә өй. □ Маленький домик. Ҡумыртай һалыу.
ҠУМЫРЫҠ I (ҡумырығы) (Р: вымоина под берегом; И.: gully; T.: çukur) и.
1. Яр йәки тамыр-томор төбөнә өңөлөп ингән һыу аҫты, ер аҫты ҡыуышлығы.
□ Вымоина под берегом (пустота под водой, под землёй). ■ Быҙауҙар һыу эскән саҡта, ул [Ғәйзулла] ҡулын ҡумырыҡ аҫтына тығып, балыҡ эҙләне. Я. Хамматов. Өс-дурт километр тәрәнлектән .. нефтле, газлы ҡумырыҡтарҙы табырға кәрәк. Ш. Янбаев.
2. Ауған ағастың ҡутарылып ятҡан төбө-тамыры, төпһәһе. □ Коряга, корни упавшего дерева, подмытые водой. Ҡумырыҡ аҡтарылып ята.
ҠУМЫРЫҠ II (ҡумырығы) (Р: название рода башкир-табынцев; И.: one of Bashkir clan names; T: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Табын башҡорттарының бер ырыуы.
□ Название рода башкир-табынцев. Ҡумырыҡ табындар йыйыны.
ҠУМЫРЫҠ III (ҡумырығы) и. бот. диал. ҡар. бүре еләге. Ҡумырыҡ сәскә атҡан.
ҠУМЫРЫҠЛАНДЫРЫУ (ҡумырыҡландыр-) ҡ. йөкм. ҡар. ҡумырыҡланыу, понуд. от ҡумырыҡланыу.
ҠУМЫРЫҠЛАНЫУ (ҡумырыҡлан) (Р: образоваться (о вымоинах под берегом); И.: form gullies; T.: aşınmak) ҡ.
Ҡумырыҡлыға әйләнеү, эсе ҡыуышланыу. □ Образоваться (о вымоинах под бе-
579