ҠУМЫРЫҠЛАУ
регом, пустоты под водой, под землёй). Ҡумырыҡланған урын. Ҡумырыҡланған ер.
ҠУМЫРЫҠЛАУ (ҡумырыҡла ) (Р: образовать вымоину, пустоту в чём; И.: form а gully; T.: aşınmak) ҡ.
Ҡумырыҡлыға өйләндереү, ҡумырыҡлы итеү. □ Образовать вымоину, пустоту в чём. Ярҙы ҡумырыҡлау.
ҠУМЫРЫҠЛЫ (Р.: с вымоиной под берегом; И.: having a gully; T.: aşınılan) c.
Ер аҫты ҡыуышлығы, ҡумырығы булған.
□ С вымоиной под берегом.
ҠУМЫРЫҠҺЫҘ (Р: без вымоины под берегом; И.: without gullies; T.: çukursuz) с.
Ҡумырығы булмаған. □ Без вымоины под берегом. Ҡумырыҡһыҙ ер.
ҠУМЫРЫУ (ҡумыр-) (Р: подмывать берег; И.: wash away; T.: aşındırmak) ҡ.
1. Аҫтан өңөү. □ Подмывать берег. Ярҙы ҡумырыу. Йылға ярҙы ҡумырған.
2. Төбө-тамыры менән ағас аҡтарыу.
□ Свалить дерево, подмыв корни (о воде). Ел ағастарҙы ҡумырып ташлаған.
ҠУМЫШҠЫ и. диал. ҡар. көмөшкә. Ҡумышҡы ҡыуыу.
ҠУНА БАРЫУ I (ҡуна бар-) (Р: идти с ночёвкой; И.: spend the night; T.: gecelemek) ҡ.
Ҡайҙалыр йоҡлап төн үткәреү; ҡунып сығыу. □ Идти с ночёвкой; пойти переночевать. Олатайымдарға ҡуна барыу. Ҡешегә ҡуна барыу. М Йылтыр ғына йылтыр уттар яна, юлаусылар ҡуна барыуы, буғай. Халыҡ йырынан.
ҠУНА БАРЫУ II (ҡуна бар-) (Р: пасти лошадей ночью в летнее время; И.: take horses to pasture for the night; T: gece vakti atları gütmek) ҡ.
Төнгөлөккә ҡырға ат көтөргә сығыу.
□ Пасти лошадей ночью в летнее время. ■ Төнгөлөккә ҡырға ат көтөргә сығыу — ҡуна барыу — ҡыҙыҡ та, ҡыйын да. һ. Дәүләтшина. Ул [Тимеркәй] эш араһында ла, кис менән туғайға ат ҡуна барғанда ла уҙе тураһында уйлай. Д. Юлтый.
ҠУНАҒӨЙ I (Р: дом первой брачной ночи; И.: house to spend the first night; T: gerdek evi) и. этн. диал.
Ҡыҙ менән егеттең ҡауышҡан йорто, ир йәки ҡатын булын тәүге кис йоҡлап сыҡҡан өй. □ Дом первой брачной ночи. Ҡунағөйгә ябыу. Ҡунағөйҙә булыу.
ҠУНАҒӨЙ II и. диал. ҡар. ҡунаҡ йорто.
Ҡунағөйҙә әҙерләу.
ҠУ НАЙ (Р: высокомерный; И.: haughty; T: kibirli) с. диал.
һауалы, эре. □ Высокомерный. Ҡунай башлыҡ. Ҡунай егет. Ҡунай ҡыланыу.
ҠУНА КЕРЕҮ (ҡуна кер-) (Р: остановиться на ночёвку; И.: visit for an overnight stay; T: konaklamak) ҡ.
Ҡунып сығыу өсөн ҡайҙалыр туҡтау. □ Остановиться на ночёвку. Ҡуна кереу өсөн фатир эҙләу. Ҡунаҡханаға ҡуна кереу. Таныш-белешкә ҡуна кереу. • Утҡа кергән — ҡуна кергән. Әйтем.
ҠУНАҠ I (ҡунағы) (Р: гость; И.: guest; T: konuk) и.
1. Махсус саҡырыу йәки күрешеү, танышыу ниәте менән килгән хөрмәтле кеше. □ Гость. Ҡунаҡ килгән. Ҡунаҡ ҡаршылау. Ш Улар [өләсәһе менән Гөлйөҙөм] ҡәҙерле ҡунаҡтарҙы боронғоса, иң ҡәҙерле аш — һалма бешереп, туған-ырыу, курше тирә-яҡты саҡырып һыйларға булдылар.
3. Биишева. Әхмәди ҡунаҡтарҙы ҡапҡа тышына сығып ҡаршы алды. Ж. Кейекбаев. Аулаҡта ҡалғас, Ҡарабай батыр ҡәҙерле ҡунаҡ менән бер аҙ һөйләшеп ултыра, арыған юлсыны борсомаҫ өсөн, уның бында ниндәй йомош менән килеуен һорашып тормай, тирмәгә индереп, турҙәге аҫыл келәм өҫтөнә йәйелгән тушәктән ял итер өсөн урын бирә. «Ҡуҙыйкүрпәс». [Айһылыу — Шулгәнгә:] Туҡта, һин аҙ ғына көтөп тор, ошо урында тороп тор, мин тәу барып әйтәйем, ҡунаҡ килде, тиәйем. Беҙҙе килеп алыр ул, һарайға алып барыр ул. «Урал батыр». Ҡунаҡ килһә өйөңә, хөрмәтләп ал, куңелен уның ҡалдырма — хаҡтан оял.
580