Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V. 581 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V

ҠУНАҠ БИЛЕТЫ
М. Аҡмулла. • Ваҡытһыҙ ҡунаҡ — ҡәҙерһеҙ ҡунаҡ. Әйтем. Йәйәүле ҡунаҡ тыныс йоҡлар. Әйтем. Ҡунаҡ ҡәҙерле булһа, ҡаҙан тиҙ ҡайнай. Мәҡәл. Ҡунаҡ аҙ ултырыр, күп һынар. Мәҡәл. Ҡунаҡты ишектән ҡаршы ал, ҡапҡанан оҙат. Әйтем. Ҡунаҡ килһен, ҡаза килмәһен. Әйтем. Ҡунаҡ уҙ ризығы менән килер. Әйтем. Аштың бәрәкәте ҡунаҡ менән. Әйтем. Бәхетленең ҡунағы бергә. Әйтем. Көҙ килгән ҡунаҡҡа — ат ҡаҙыһы, яҙ килгән ҡунаҡҡа — ҡарта ярыһы. Мәҡәл. Ҡунаҡ алдына аш ҡуй, ике ҡулын буш ҡуй. Мәҡәл. Ҡунаҡ килһә — ит бешә, ит бешмәһә — бит бешә. Мәҡәл. Ҡунаҡ килһә мәшәҡәт, үҙең барһаң — рәхәт. Мәҡәл. Ҡунаҡ ҡайҙа — ҡот шунда, ҡаҙан ҡайҙа — ут шунда. Мәҡәл. Ҡунаҡтың аты ла ҡунаҡ. Әйтем. Ҡәҙерле ҡунаҡ һағындырып килә. Әйтем. Әҙәпле ҡунаҡ китер ваҡытын үҙе белер. Әйтем.
2. Ҡунаҡҡа һый-хөрмәт күрһәтеү, һыйлау өсөн саҡырылған мәжлес. □ Угощение в честь гостя (званый обед, ужин), пир с гостями. Ҡунаҡ атҡарыу. Ҡунаҡҡа барыу. Ҡунаҡҡа килеү. Ҡунаҡҡа саҡырыу. ■ Оло инәйем менән икәү генә, күк алашаны егеп, Сайран ауылына уның кейәүҙәге өлкән ҡыҙына — минең Ғәйникамал апайыма ҡунаҡҡа барасаҡбыҙ. М. Кәрим. Хәлиткә, каникулдар башланыу менән, уларға ҡунаҡҡа барасағын белдереп хат яҙҙы [Батыр]. Н. Ғәйетбаев. [Сарыбай] дүртенсе улына аҡ тирмәләрҙең иң яҡшы тигәнен алырға әмер бирә, — ул унда үҙенең дуҫы Ҡарабайҙы ҡунаҡҡа саҡырмаҡсы була. «Ҡуҙыйкүрпәс менән Маянһылыу». • Бүрегә ҡунаҡҡа барһаң — этеңде ҡалдырма. Мәҡәл.
3. күсм. һөйл. Күрем. □ Менструация. Ҡунаҡ килгән. Ҡунаҡ мәле. Ҡунаҡ тамамланыу.
4. миф. Башҡорт мифологияһында мифлаштырылған изге кеше, уңыш, бәхет, ҡот алып килә, уны яҡшы итеп ҡаршы алғандар, һый-хөрмәт итеп, туғандарына күрһәткәндәр. Саҡырылмаған ҡунаҡ —
иң хөрмәтле ҡунаҡ, Хоҙай илсеһе, Алла бәндәһе, Тәңре ҡунағы. □ Кунак, гость (мифологизированное лицо, которое приносит с собой удачу, счастье, праздник, поэтому считают обязательным не только хорошо принять, но и показать его всем сородичам; в башкирской мифологии особо почётными являются незваные гости, т. к. они могут быть пророками, духами предков, посланниками Тенгри, Аллаха).
ҠУНАҠ II (ҡунағы) (Р.: название родового подразделения башкир; И.: one of Bashkir clan names; T: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Үҫәргән ырыуы башҡорттарының бер аймағы исеме. □ Кунак (название родового подразделения башкир племени усерган). Ҡунаҡ араһы туй һыйлай. Ҡунаҡ аймағынан булыу. Ҡунаҡ аймағына ҡарау.
ҠУНАҠАЙ и. этн. диал. ҡар. ашыҡ I. Ҡунаҡай уйнау. Ҡунаҡайҙа ҡатнашыу. Ҡунаҡай уйынын башлау.
ҠУНА ҠАЛЫУ (ҡуна ҡал-) (Р: остаться на ночь; И.: stay for the night; T: gecelemek) ҡ.
Ҡунаҡҡа барғанда йәки ял итергә туҡтағандан һуң ҡунырға булыу, ҡунып ҡалыу. □ Остаться на ночь, ночевать. Ҡуна ҡалыу дөрөҫ булды, төндә буран сыҡты. Туғандарҙа ҡуна ҡалыу. Урманда ҡуна ҡалыу. Бесәнлектә ҡуна ҡалыу. Ҡыуышта ҡуна ҡалыу.
ҠУНАҠ АШЫ (Р: угощение для гостей; И.: refreshments for guests; T.: ziyafet) и.
Килгән кешегә ултыртылырға тейеш һый. □ Угощение для гостей. Ҡунаҡ ашы әҙерләү. • Ҡунаҡ ашы — ҡара-ҡаршы. Әйтем.
ҠУНАҠ БИЛЕТЫ (Р: гостевой билет; И.: ticket for guests; T: misafir kartı) u.
Ҡунаҡханаларҙа инеп-сығып йөрөү, администратор, портье менән бәйләнеш өсөн бирелә торған махсус ҡағыҙ, танытма. □ Гостевой билет. Ҡунаҡ билеты алыу. Ҡунаҡ билеты менән йәшәгән бүлмәгә киске аш кил-тереүҙәрен һорау.
581