ҠУНАҠ БУЛЫУ
ҠУНАҠ БУЛЫУ (ҡунаҡ бул-) (Р.: гостить; И.: stay at smb’s place; T.: birine konuk olmak) ҡ.
һый-хөрмәт күреү. □ Гостить. М Сәғиҙулла ҡарт, йыйын тарала башлағас, уның [йәш егеттең] янына килде лә үҙенә барып ҡунаҡ булып китеуен һораны. И. Насыри. Бер нисә көн Урал да бәҫле ҡунаҡ булған да, берҙән-бер көн таң менән йоҡоһонан торған да, Һомайҙы саҡырып алған, ти, әйтерен әйтә һалған, ти. «Урал батыр».
ҠУНАҠ БҮЛМӘҺЕ (Р.: гостевая комната; И.: living-room; T.: konuk odası) и.
Ҡунаҡтарҙы һыйлау, йоҡлатыу өсөн тәғәйенләнгән махсус өй йәки бүлмә. □ Гостевая комната, гостиная; комната, предназначенная для гостей, горница. Ҡунаҡ бүлмәһе әҙерләү. Ҡунаҡ бүлмәһен йыйыштырыу. ■ Атын уҙ юлына алып киттеләр баҫҡаҡтың, .. ә үҙен Аҡназар хандың ҡунаҡ бүлмәһенә урынлаштырҙылар. К. Мәргән.
ҠУНАҠ ИТЕҮ (ҡунаҡ ит-) (Р.: угостить; И.: treat; T.: ikram etmek) ҡ. этн.
Ҡунаҡҡа һый-хөрмәт, иғтибарлы мөнәсәбәт күрһәтеү. □ Угостить, угощать, оказать гостеприимство, почести. Барынса ҡунаҡ итергә тырышылды инде. Ҡәҙерле кешене ҡунаҡ итеү өсөн ныҡлап әҙерләнергә кәрәк. ■ Ҡоҙаларҙы тәүләп ҡунаҡ иткәндә һынатырға яраймы ни? И. Ғиззәтуллин.
ҠУНАҠ ЙОРТО (Р: гостиная; И.: guests' house; sitting room; T.: oturma odası) и.
1. Ҡунаҡ өсөн тотолған айырым өй йәки бүлмә. □ Гостиная, горница. Ҡунаҡ йортон йыйыштырыу. Ҡунаҡ йортона инеү. Ҡунаҡ йортон әҙерләү.
2. Ситтән килгән кеше ҡуна торған махсус йорт; ҡунаҡхана. □ Гостиница. Ҡунаҡ йортонда ҡуныу. Ҡунаҡ йортонда туҡталыу. Ҡунаҡ йорто өсөн түләү хаҡы.
ҠУНАҠ ЙЫЙЫУ (ҡунаҡ йый-, ҡунаҡ йыя) (Р: пригласить гостей, созывать гостей; И.: invite guests; T.: misafir ağırlamak) ҡ.
Ҡунаҡ саҡырыу, һый-хөрмәт күрһәтеү өсөн ҡунаҡтар йыйыу. □ Пригласить гос
тей, созывать гостей. Ата-әсәһе хеҙмәттән ҡайтҡан улы хөрмәтенә ҡунаҡ йыйҙы. ■ Минең ҡатын .. бер кешегә ҡунаҡҡа бармаҫ. Йәнәһе, ҡунаҡ ашы — ҡара-ҡаршы, барһаң, үҙең дә ҡунаҡ йыйырға тейеш булаһың. И. Абдуллин.
ҠУНАҠ-КИЛЕМ (Р: гости; И.: visitors; T.: misafirler) и. йыйн.
Килгән-киткән кеше. □ Гости. Ҡунак-килем күп булды. Ҡунаҡ-килем өҙөлмәй. Ҡунаҡ-килем йыйылып китте. • Ҡунак-килем күп өйҙә бәрәкәт юҡ. Әйтем.
ҠУНАҠ КҮРЕҮ (ҡунаҡ күр-) (Р: быть приглашённым к кому-л. на угощение в честь приезжего гостя; И.: be invited for a guest party; T.: misafir etmek) ҡ. этн.
Кеше ҡунағы эргәһенә саҡырылып, ҡаршы саҡырырға бурыс алыу. □ Быть приглашённым к кому-л. на угощение в честь приезжего гостя, потом самому оказать гостеприимство. • Ҡунаҡ күреү күңелле, аҙаҡ ҡына йүгереүле. Әйтем.
ҠУНАҠ КҮРҺӘТЕҮ (ҡунаҡ күрһәт-) (Р: приглашать гостей в честь приезжего гостя; И.: invite guests; T.: misafir ağırlamak) ҡ. этн.
Үҙеңә килгән ҡунаҡ эргәһенә туғандарҙы, дуҫ-иште саҡырып, мәжлес үткәреү. □ Приглашать гостей в честь приезжего гостя. Был байрам ваҡытында апайыма ҡунаҡ күрһәтеп алырға кәрәк. Ҡунаҡ күрһәтергә саҡырыу.
ҠУНАҠ КҮРҺӘТЕҮ ЙОЛАҺЫ (Р.: обычай приглашения к гостям сородичей; И.: Bashkir hospitality rite; T.: misafir ağırlamak) и. этн.
Туған-тыумасаны, күрше-күләнде, яҡын күргән дуҫ-иптәштәрҙе килгән ҡунаҡҡа ихтирам йөҙөнән үткәрелгән мәжлескә саҡырыу йолаһы. □ Обычай показа гостя сородичам; приглашение гостей к гостю. Ҡунаҡ күрһәтеү йолаһын үтәү. Ауылда ҡунаҡ күрһәтеү йолаһы бик тотороҡло һаҡлана.
ҠУНАҠҠА ЙӨРӨШӨҮ (ҡунаҡҡа йөрөш-) (Р: бывать в гостях друг у друга;
582