ҠУНАҠ ӨЙӨ
И.: be invited out to each other; T.: ziyaret etmek) ҡ.
Бер-береңдә ҡунаҡта булыу. □ Бывать в гостях друг у друга. Бер-береңә ҡунаҡҡа йөрөшөү. Ҡоҙа-ҡоҙағыйҙар менән ҡунаҡҡа йөрөшөү.
ҠУНАҠ-ҠАРА и. һөйл. ҡар. ҡунаҡ-килем. Ҡунаҡ-ҡара килеүе бар.
ҠУНАҠЛАТЫУ I (ҡунаҡлат-) ҡ. йөкм. ҡар. ҡунаҡлау, понуд. от ҡунаҡлау. Ҡунаҡлатып тотоу. Ҡунаҡлатып ятҡырыу.
ҠУНАҠЛАТЫУ II (ҡунаҡлат-) (Р.: посадить на насест для ночёвки; И.: perch for the night; T.: tünetmek) ҡ.
1. Төнәргә мендереү, ҡундырыу (ҡоштарға ҡарата). □ Посадить на насест для ночёвки (о птицах). Ҡошто ағас башына ҡунаҡлатыу. Тауыҡты төнәккә ҡунаҡлатыу.
2. күсм. Юғарынан урын биреү. □ Просить пройти на почётное место. Түр башына ҡунаҡлатыу.
ҠУНАҠЛАУ I (ҡунаҡла-) (Р.: гостить; И.: be visiting smb; T: konuklamak) ҡ.
1. Һый-хөрмәт күреү, ҡунаҡ булыу. □ Гостить. Ҡунаҡлап ятыу. Ҡунаҡлап ҡайтып барам. ■ Әллә был ихата үҙе берәй бай һарайымы, әллә, ысынлап та, бында берәй башҡорт ханы ҡунаҡлап ятамы? Р. Камал.
2. этн. Никах кисенән һуң көн һайын кейәүҙең кәләш янына барыуы. □ Ежедневное посещение женихом невесты после первой брачной ночи. Ҡейәү ҡунаҡлап йөрөй.
3. Кешелә төн йоҡлау, ҡуныу. □ Ночевать в гостях. Ҡунаҡларға килеү.
ҠУНАҠЛАУ II (ҡунаҡла-) (Р.: садиться на насест для ночёвки; И.: perch for the night; T: tünemek) ҡ.
1. Төнәүгә менеп ултырыу (ҡоштарға ҡарата). □ Садиться на насест для ночёвки (о птицах). ■ Ҡояштың тәүге нурҙары ерҙе ялмау менән, ҡарағайҙың иң осона ҡунаҡлап төн уҙғарған ата һуйыр йөндәрен ҡабартып һелкенә лә ғолторлап йырлап ебәрә. Н. Мусин. Ҡаршылағы тау һыртынан, һарай ҡыйығына ҡунаҡлаған
күрше әтәселәй, ҡояш бер аршын күтәрелеү булды — һабантуй башланып та китте. Д. Бүләков.
2. күсм. Юғарыға менеп ултырыу. □ Взобраться на почётное место. Түр башына менеп ҡунаҡлау. ■ Ул [Мифтахетдин] шулай уйланып торғанда, Ҡышҡы һарай алдындағы майҙан уртаһынан алтын суҡлы эйәрҙәргә ҡунаҡлаған һыбайлылар үтә башланы. «Ағиҙел», № 2,2010 йыл.
ҠУНАҠЛАШЫУ I (ҡунаҡлаш-) (Р: бывать в гостях друг у друга; И.: be visiting each other; T: ziyarete gitmek) ҡ.
Бер-береңде ҡунаҡҡа саҡырыу, ҡунаҡҡа йөрөшөү; ҡунаҡ булышыу. □ Бывать в гостях друг у друга, ходить в гости друг к другу.
ҠУНАҠЛАШЫУ II (ҡунаҡлаш-) ҡ. урт. ҡар. ҡунаҡлау 1,1. взаимн. от ҡунаҡлау 1,1.
ҠУНАҠЛЫ (Р: с гостем; И.: with guests; T: misafirli) с.
Ҡунағы булған, үҙенә ҡунаҡ килгән. □ С гостем (гостями), имеющий гостя. • Ҡунаҡлы өйгә ҡот ҡуна. Әйтем.
ҠУ Н АҠ Л ЫҠ I (Р: предназначенный или достаточный для гостей; И.: intended fir guest; T: konukluk) c.
Ҡунаҡҡа (I, 2) етерлек йәки ҡунаҡ өсөн билдәләнгән. □ Предназначенный или достаточный для гостей. Ҡунаҡлыҡ аш-һыу. Ҡунаҡлыҡ билмән әҙерләү. ■ Һай, был туйға әҙерләнеүҙәр! .. Тегеһе ярармы, быныһы оҡшармы, ҡунаҡлыҡ һыйыңды хуп күрерҙәрме? И. Ғиззәтуллин.
ҠУНАҠЛЫҠ II (ҡунаҡлығы) (Р: пребывание в качестве гостя; И.: being a guest, visiting time; T.: misafirlik) и.
Ҡунаҡ булыу, ҡунаҡ булып иҫәпләнеү ваҡыты. □ Пребывание в качестве гостя, почести и обязанности гостя, положение гостя. • Ҡунаҡлыҡ — тыйнаҡлыҡ. Әйтем.
ҠУНАҠ ӨЙӨ (Р.: гостевой дом; И.: inn; T.: misafir evi) и. этн. тар.
Ситтән килгән кешеләр (ҡунаҡтар) төшә торған махсус йорт. □ Гостевой дом. Ҡунаҡ өйөн әҙерләү. Ҡунаҡ өйөндә ҡуныу.
583