ҠУНАҠСА
ҠУНАҠСА (Р.: насест; И.: perch; T.: tünek) и.
Тауыҡ төнәй торған таяҡ; төнәк. □ Насест. Тауыҡтар ҡунаҡсаға төнәгән.
ҠУНАҠ САҠЫРЫУ (ҡунаҡ саҡыр-) (Р.: приглашать в гости; И.: invite guests; T: konuk almak) ҡ.
Кемделер (кемдәрҙелер) һый-хөрмәт күрһәтеү өсөн саҡырыу. □ Приглашать в гости; звать, созывать гостей. ■ Ҡунаҡ саҡырырға булһағыҙ, ғөрөф-ғәҙәт буйынса иртәрәк хәбәр итегеҙ. Р. Фәхретдинов. • Үҙе ҡунаҡ саҡырған, уҙе баланға киткән. Әйтем.
ҠУНАҠСЫЛ I (Р: гостеприимный; И.: hospitable; T: konuksever) с.
Ҡунаҡ ҡабул итергә әүәҫ, ҡунаҡ һыйларға ихлас. □ Гостеприимный, приветливый. Ҡунаҡсыл кеше. Ҡунаҡсыл халыҡ. М Ҡараярҙың кешеләре лә, тәбиғәте һымаҡ, йөмшаҡ куңеллеләр, мөләйем һәм ҡунаҡсылдар һымаҡ. Р. Солтангәрәев. • Ҡунаҡсыл кешенең табыны буш булмай. Мәҡәл.
ҠУНАҠСЫЛ II (Р: гостеприимно; И.: with hospitality; T: güleryüzle) р.
Асыҡ йөҙ менән, ихлас. □ Гостеприимно, радушно. ■ Әйтеп бөткөһөҙ ҡыуанып, ҡунаҡсыл ҡаршы алды уны [Сергейҙы] Йәғҙә, һәр тарафта уның куңелен табырға тырышты. А. Абдуллин.
ҠУНАҠСЫЛАУ (ҡунаҡсыла-) (Р: гостить; И.: stay; visit; T: birine konuk olmak) ҡ.
Ҡунаҡ булып йөрөү. □ Гостить. Ҡунаҡ-сылап йөрөу.
ҠУНАҠСЫЛЛЫҠ ( ҡунаҡсыллығы ) (Р: гостеприимство; И.: hospitality; T.: konukseverlik) и.
Ҡунаҡ һыйларға әүәҫ, ҡунаҡсыл булыу сифаты. □ Гостеприимство. Ҡунаҡсыллыҡ курһәтеу. Ҡунаҡсыллыҡ менән айырылып тороу. ■ Йәйләу хужаһының башҡорт илендәге хәлдәр менән ихлас ҡыҙыҡһыныуы, ҡунаҡсыллығы, Аҙнайҙың да, куңел биктәрен асып, телен сисеп ебәрҙе. Б. Рафиҡов. Был тиклем сөсө ҡунаҡсыллыҡ Кәшфулланың куңеленә тейҙе, шулай ҙа боролоп ҡына сығып
китә алманы, Ғәйфулла ҡырындағы буш ултырғысҡа өнһөҙ-тынһыҙ барып ултырҙы. М. Кәрим.
ҠУНАҠТАҒЫСА (Р: как в гостях; И.: like a guest at; T.: misafirlikte olduğu gibi) p.
Ҡунаҡта булған кеүек. □ Как в гостях. Ҡунаҡтағыса һыйлау. Ҡунаҡтағыса уйын-көлкө яңғырап торҙо. ■ Ҡунаҡ — хужаның ишәге, тиһәләр ҙә, ҡунаҡ булғас, ҡунаҡтағыса тыйнаҡ булырға кәрәк. К. Мәргән.
ҠУНАҠ-ТӨШӨМ (Р: гости; И.: visitors; T.: konuk) и. йыйн.
Килгән-киткән ҡунаҡ. □ Гости, приезжие. Ҡунаҡ-төшөм ваҡыты.
ҠУНАҠХАНА (Р: гостиница; И.: hotel; T.: otel) и.
Килгән кеше төшә торған махсус йорт; ҡунаҡ йорто. □ Гостиница. Ҡунаҡхана бул-мәһе. Ҡунаҡханаға урынлашыу. ■ Иртәнге сәғәт ун бер тирәһендә «Башҡортостан» ҡунаҡханаһы туҡталышында троллейбустан өҫтөнә ҡупшы джинс костюм кейгән бер егет төшөп ҡалды. Д. Бүләков.
ҠУНАЛА (Р: насест; И.: roost; T.: tünek) и. диал.
Төнәк, төнәгес. □ Насест. Ҡунала яһау.
ҠУНАЛҠА (Р.: ночёвка; И.: overnight stay; T: konaklama) и.
1. Туҡтап ял итә, ҡуна торған урын, ҡунаҡ йорто. □ Ночлег, гостиница. Ҡуналҡаға барып етеу.
2. диал. Ял итер, ҡуныр өсөн булған туҡталыш. □ Место ночёвки (в открытой местности), ночлег, привал (на ночь), бивуак. Бер ҡуналҡа юл. Ҡуналҡаға туҡтау.
3. диал. Төнәк, төнәгес. □ Насест. Тауыҡтар ҡуналҡаларына ҡунаҡлаған. • Ҡысҡырырға әтәсең булмаһа, ҡуналҡала тауыҡ йырлай. Әйтем.
ҠУНАЛҠА ЙОРТО и. диал. ҡар. ҡунаҡ йорто 2. ■ Колхоз быйыл яҙ ғына ҡуналҡа йорто ла асып ебәргән. Д. Исламов.
ҠУНАЛҠАЛАУ (ҡуналҡала-) (Р: останавливаться на ночёвку; И.: stay for the night; T: konaklamak) ҡ.
584