ҠУНДЫРЫУ
Ял итеү, төн ҡуныу өсөн туҡтау □ Останавливаться на ночёвку, на ночлег. Оҙон-оҙаҡ ҡуналҡалау. Ике кис ҡуналҡалау.
ҠУНАЛТАЯҠ р. диал. ҡар. ҡуңалтаҡ I. Ҡуналтаяҡ кейеу.
ҠУНАЛТЫЛАНЫУ (ҡуналтылан-) ҡ. диал. ҡар. ҡуңалтыланыу. Өйҙө йыуырға тип әйберҙәрҙе сығарғас, өй эсе ҡуналтыланып ҡалған.
ҠУ Н АРҠА и. диал. ҡар. ҡуналҡа 3. Тауыҡтар ҡунарҡаға ултырған.
ҠУНАСА (Р.: насест; И.: perch; T.: tünek) и. диал.
Төнәк, төнәгес, ҡуналҡа. □ Насест. Тауыҡ ҡунасаға менгән. ■ Ҡаты һыуыҡтар алдынан тауыҡтар төнәргә иртәрәк һәм юғарыраҡ ҡунасаға менеп ултыра, һынамыш.
ҠУНАТАҠТА и. диал. ҡар. ҡуна таҡтаһы. Ҡунатаҡтаны ҡырып йыуыу.
ҠУНА ТАҠТАҺЫ (Р: кухонная доска; И.: kitchen plank; T.: mutfak tahtası) и. диал.
1. Икмәк әүәләү, ҡамыр йәйеү йәки берәй нәмә йәйеү өсөн тәғәйенләнгән шыма йөҙлө яҫы таҡта; туҡмас таҡтаһы. □ Кухонная доска (для раскатывания теста). Ҡамырҙы ҡуна таҡтаһында йәйеу.
2. Ҡаҙандың ағас ҡапҡасы. □ Деревянная крышка котла. Ҡуна таҡтаһы менән ҡаҙанды ябыу.
ҠУНА-ТӨНӘ (Р: с ночёвками, оставаясь на ночь; И.: staying for the night; T.: yatılı) p.
Ҡунып, ҡуна ҡалып, ҡуныр өсөн туҡтай-туҡтай. □ С ночёвками, оставаясь на ночь. Яҙ көнө йәйләуҙә ҡуна-төнә йөрөу. Юлда ҡуна-төнә йөрөу.
ҠУНА-ТӨШӘ (Р: с ночёвками, ночуя; И.: staying for the night; T.: yatip kalkarak) p.
Туҡтай-туҡтай, ҡунып. □ С ночёвками, ночуя. ■ Йыраҡ булһа ла, ҡуна-төшә барып ҡайтырбыҙ әле. Экспедиция материалдарынан.
ҠУНАУ (ҡуна-) (Р: линять; И.: shed hair; T.: tüy atmak) ҡ. диал.
1. Йөн, ҡауырһын ҡойоу, төләү (ҡөш, йәнлеккә ҡарата). □ Линять (о животных, птицах). // Линька. Йәй ата ҡорҙар ҡунай. Ҡош-ҡорттоц ҡунау ваҡыты.
2. Ҡауау, ҡауаҡланып һыҙырылыу (тән тиреһенә ҡарата). □ Шелушиться. Тән ҡунау. Танау ҡунау.
ҠУНА ЯТЫУ (ҡуна ят ) (Р: пребы вать с ночёвкой; И.: stay overnight; T.: yatıya kalmak) ҡ.
Төнгөлөккә ҡайтмай ҡалыу, күп тапҡыр ҡунып ҡалыу. □ Пребывать с ночёвкой; дневать и ночевать. Ҡарауылда ҡуна ятыу. Ҡуна ятып эшләу. Ҡуна ятып бесән сабыу. Беҙ мәҙрәсәлә ҡуна ятып уҡый инек. И Ҡыш көнө һыуыҡ йә буран саҡта ғына ауылдағы бабайымдарҙа ҡуна яттым. Н. Мусин.
ҠУНҒЫРЛАЙ и. анат. диал. ҡар. боғарлаҡ. Ҡунғырлайы шешкән.
ҠУНДЫРЫУ I (ҡундыр ) (Р: разрешить переночевать; И.: let spend the night; T: geceletmek) ҡ.
Йоҡлатып сығарыу, ҡунырға ҡалдырыу.
□ Разрешить переночевать, приглашать переночевать. Ҡунаҡты ике кис ҡундырыу. Ҡундырып сығарыу.
ҠУНДЫРЫУ II (ҡундыр-) (Р: позволять садиться (о птице, бабочке)', И.: allow to perch; T.: kondurmak) ҡ.
1. Бейек урынға мендереү; ҡунаҡлатыу.
□ Позволять садиться (о птице, бабочке). Ағасҡа ҡош ҡундырыу. ■ Яурынына ҡош ҡундырған, уғы менән таш һындырған, илен яҡлап яу сапҡан, ил дошманын ҡыйратҡан, батырҙар килә, әу кем, батырҙар килә. «Алпамыша менән Барсынһылыу».
2. Өҫтән ҡаплатыу; ултыртыу. □ Давать оседать чему. Туҙан ҡундырыу.
ҠУНДЫРЫУ III (ҡундыр-) (Р: ударить, стукнуть кого', И.: hit, strike; T.: vurmak) ҡ. һөйл.
Тос нәмә менән ныҡ итеп һуғыу; тондороу. □ Ударить, стукнуть кого. Башына ҡундырыу. Таяҡ менән ҡундырыу.
585