Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V. 586 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V

ҠУНҠАҪ
ҠУНҠАҪ (Р.: родовое название башкир племени мин; И.: one of Bashkir clan names; T.: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Мең башҡорттарының бер ырыуы. □ Кункас (родовое название башкир племени мин). Ҡунҡаҫ ырыуы бөтә нәҫел-нәсәбе менән һабантуйға йыйылған.
ҠУНЫҠ (ҡунығы) (Р.: налёт; окалина; И.: patina; T.: toz, pas) и.
Нимәнеңдер өҫтөнә ултырған ҡоро матдә ҡатламы; ултырма, юшҡын. □ Налёт; окалина. Туҙан ҡунығы. Ҡором ҡунығы. Тимер зәңгәрһыу ҡуныҡ менән ҡапланған.
ҠУНЫРЛАЙ и. анат. диал. ҡар. боғарлаҡ. Ҡунырлайым ауырта.
ҠУНЫР УРЫН (Р: ночлег; И.: lodging for the night; T.: yatacak yer) и.
1. Ҡайҙа ла булһа туҡталып ял итеү, ҡунып сығыу өсөн урын. □ Ночлег (гостиница, гостевой дом, квартира и т. п., где можно переночевать). Ҡуныр урын табыу. Ҡуныр урын эҙләү. Ҡуныр урын һайлау.
2. Ҡоштар осоп килеп ултыра алырлыҡ урын. □ Места, куда могут сесть птицы. Ҡуныр урыны юҡ. Ҡуныр урын ҡалмаған. • Ҡүҙәмәй осҡан ҡош ҡуныр урын тапмаған. Мәҡәл.
ҠУНЫС (Р: голенище; И.: bootleg; Т.: konç) и.
1. Аяҡ кейеменең балтырҙы ҡаплай торған, ҡул кейеменең беләҙек тәңгәлендәге өлөшө. □ Голенище, паголенок. Быйма ҡунысы. Бейәләй ҡунысы. Ойоҡ ҡунысы. Ситек ҡунысы. Сарыҡ ҡунысы. М [Алдарбай тархан] өҫтөндә — ҡондоҙ яғалы йәшел сәкмән, башында — кеш тиреһенән тегелгән бүрек, ҡунысына биҙәктәр төшөрөлгән өр-яңы сарығын өҙәңгегә ныҡ терәп, өлкән кәүҙәһен артҡа саңҡайта биреп, эйәрендә ғәжәп бер мәғрур ҡиәфәттә ултыра. Н. Мусин. • Итек кейһәң — ҡунысы ҡалыр, һатыу итһәң — бурысы ҡалыр. Мәҡәл.
2. һир. Ҡулға кейә торған кейемдәрҙең (бейәләй һ. б.) беләҙек йәки беләҙектән юға
ры өлөшө. □ Рукава рукавиц, варежек, перчаток; краг. Бирсәткә ҡунысы бәйләү.
3. махе. Бәйге аттарының аяғына кейҙерелә торған ҡуныс. □ Ногавка (надевается на ноги скакуна). Бәйге аттарының ҡуныстары бигерәк матур, бигерәк килешле була.
ҠУНЫСБАУ (Р: тесьма с кистями для подвязывания голенища; И.: braid to tie a bootleg up; T.: konç bağı) и. этн.
Оҙон ҡунысты балтыр өҫтөнән бәйләү өсөн төрлө төҫтәге йөн ептән ишеп яһалған суҡлы бау. □ Тесьма с кистями для подвязывания голенища. Ҡунысбау ишеү.
ҠУНЫСЛАНЫУ (ҡуныслан-) ҡ. төш. ҡар. ҡуныслау. страд, от ҡуныслау.
ҠУНЫСЛАУ (ҡунысла-) (Р: делать с голенищем; И.: make a bootleg; T.: konç dikmek) ҡ.
Ҡуныслы итеү, ҡуныс ҡуйыу. □ Делать с голенищем, паголенком что; ставить голенище, паголенок на что. Ойоҡто ҡуныслау.
ҠУНЫСЛЫ (Р: с голенищем; И.: having bootlegs; T.: konçlu) c.
Ҡуныслап эшләнгән, ҡунысы булған. □ С голенищем, паголенком (об обуви); с рукавом (с раструбом) (о варежках, перчатках и т. п.); с ногавкой (о лошади). Ҡуныслы ботинка. Ҡуныслы аяҡ кейеме. Оҙон ҡуныслы бирсәткә. ■ Уның [Сығынбайҙың] ҡулынан үткән итектәр, кәүеш һәм ҡаталар ҡойоп ҡуйған кеүек була, ә уның ҡыҙ-ҡырҡын өсөн эшләгән аяҡ кейемдәренең, бейек үксәле, тар алҡымлы, ыҡтымат ҡуныслы итектәренең йәне генә юҡ, тип әйтерлек була ине. Ғ. Ғүмәр. Мөғәллимәнең аяғында бау менән сырмап бәйләнгән оҙон ҡуныслы, бейек күтәрмәле ҡара ботинка. 3. Биишева. һыу көйәнтәләп ишектән килеп кергән Тәнзилә әбей, Сәғиҙәнең аяғына оҙон ҡуныслы ап-аҡ тула ойоҡ менән сабата кейеп, алдына алъяпҡыс бәйләп торғанын күргәс, башын сайҡап ҡуйҙы. М. Тажи.
ҠУНЫСЛЫ КАЛУШ (Р: высокие галоши; И.: high overshoes; T: konçlu lastikler) и.
586