Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V. 587 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V

ҠУҢАЛТАҠ
Сите бейек (тәрән) калуш. □ Высокие галоши. Ҡуныслы калуш йортта йөрөу өсөн уңайлы. М [Ғайса] атаһына һәйбәт кулдәк, әсәһенә яулыҡ менән ҡуныслы калуш, һинд сәйе, кәнфит кеуек нәмәләр алып бирҙе. Н. Мусин.
ҠУНЫС ОЙОҠ (ойоғо) (Р.: гетры; И.: leggings; T.: tozluk) и.
Балтырға кейә торған башһыҙ ойоҡ.
□ Гетры. Саңғысылар ҡуныс ойоҡ кейгән.
ҠУНЫСҺЫҘ (Р: без голенища; И.: without bootlegs; T: konçsuz) c.
Ҡунысы булмаған. □ Без голенища; без рукавов; без ногавки. Ҡунысһыҙ калуш. Ҡунысһыҙ башалтай. • Итек ҡунысһыҙ булмаҫ, донъя бурысһыҙ булмаҫ. Мәҡәл.
ҠУНЫУ I (ҡун-) (Р: ночевать; И.: spend the night; T.: gecelemek) ҡ.
Ҡайҙалыр туҡтап, йоҡлап төн үткәреү; йоҡлап сығыу. □ Ночевать. Бер төн ҡуныу. Юлда ҡуныу. Ҡунырға туҡтау. Ҡунып китеу. Ҡайҙалыр ҡунып йөрөу. М Әй, Байыу лы, Ба-йыулы, төшөп китсе, Байыу лы, ҡымыҙ ҡойоп бирермен, .. мамыҡ тушәк йәйермен, ҡунып китсе, Байыу лы. «Аҡһаҡ ҡола». Ҡис еткәс, юлсылар осраған бәләкәй генә өйҙә туҡтап ҡундылар, ти. Әкиәттән. • Ҡусеремде ел белә, ҡунырымды ер белә. Мәҡәл. Ҡусһә — ҡуна белмәгән, ҡунһа — кусә белмәгән йорт ҡәҙерен белмәҫ. Мәҡәл. Ҡунғансы, ҡунаҡ ояла, ҡунғас, хужаһы ояла. Мәҡәл.
ҠУНЫУ II (ҡун-) (Р: садиться; И.: alight, perch; T.: konmak) ҡ.
1. Осоп килеп нимәгәлер ултырыу.
□ Садиться (о птицах, насекомых). Ағасҡа ҡуныу. Ташҡа ҡуныу. Ҡунып һайрау. ■ Ҡош тигәнем — аҡ кугәрсен, килеп ҡунды ҡулыма, килеп ҡунды, ҡанат ҡаҡты, осоп китте юлына. «Күсәй хан менән Күсмәй хан». • Ағасһыҙ йортҡа ҡош ҡунмаҫ, балаһыҙ йортта ҡот булмаҫ. Мәҡәл. Балһыҙ гөлгә ҡорт ҡунмаҫ, балаһыҙ өйгә ҡот ҡунмаҫ. Мәҡәл. Ҡоро ҡулға ҡош ҡунмаҫ. Мәҡәл. Ҡортһоҙға ҡорт ҡунмаҫ, умартаһында ҡорт тормаҫ. Мәҡәл. Ҡош та һайламайынса
ҡыуаҡҡа ҡунмай. Мәҡәл. Ҡыу ағасҡа ҡош ҡунмаҫ. Мәҡәл. Яңғыҙ ҡайынға ҡош ҡунмаҫ. Әйтем.
2. кусм. Аҫҡа табан түбәнәйеү, төшөү (кук есемдәренә ҡарата). □ Опускаться, садиться (о небесных светилах). Болот тауға ҡунған. Ҡояш офоҡҡа ҡунған.
3. Төшөп, өҫтән нимәнеңдер йөҙөн ҡаплау; ултырыу (туҙан, бәҫ һ.б. ҡарата). □ Садиться, оседать; выпадать (о пыли, инее и т. п.). Бәҫ ҡуныу. Ҡар ҡуныу. Туҙан ҡуныу. ■ Аҡҡоштар каруаны төҫлө, томан туғайға ҡунды. Б. Бикбай.
4. кусм. һөйл. Барып тейеү; һуғыу. □ Ударить, заехать. Уйынсыҡ самолёт шкафҡа ҡунған. Йоҙроҡ менән ҡуныу.
♦ Ит ҡуныу таҙарыу, һимереү. □ Поправиться. Егетебеҙгә ит ҡуна башлаған. Сал ҡуныу ағарып, салға әйләнеү (сәс һ. б. ҡарата). □ Седеть. Сәстәренә сал ҡунған.
ҠУНЫШ и.
1. ҡар. ҡуналҡа 1,2. Беҙҙең ҡуныш ошонда булыр.
2. диал. Тайгала һунарсылар ҡунып йөрөү өсөн төҙөлгән йорт. □ Таёжный лесной домик (построенный для охотников на промысле), охотничий дом. Ҡунышка табыш тейәп ҡайтып төштөк.
3. иҫк. Бер ерҙән икенсе урынға барып етеү өсөн кәрәкле ваҡыт. □ Переход, дневной путь. Ике ҡуныш юл.
ҠУҢАЛТАҠ I (Р: на босу ногу; И.: with shoes (galoshes, etc.) on one’s bare feet; T: yalınayak) p.
Ялан аяҡ. □ На босу ногу. Ҡуңалтаҡ кейеу. Ҡуңалтаҡ туфли. К Ул [Вәзир] атаһының оло итектәрен ҡуңалтаҡ кейеп кенә тышҡа атылды. М. Кәрим. Йәғәфәр, ҡуңалтаҡ көйө генә ботинкаһын эләктерҙе лә, коридорға сыҡты. Р. Солтангәрәев. Фәузиә .. йәһәт кенә кейенеп, аяғына ҡуңалтаҡ килеш башмаҡ сабатаһын эләктереп, һоҫҡо тотоп, куршеләргә йугерҙе. И. Ғиззәтуллин.
ҠУҢАЛТАҠ II (Р: бесполезный; И.: useless; T: yararsız) с.
587